ТУҒЫРАТЫУ
тиҫтәне ваҡлау. ■ Туғыҙынсы кластан Бо-ристы армияға алдылар ҙа, өс айлыҡ хәрби училище тамамлағас, кесе лейтенант погондары тағып, бер взвод һалдат менән туп-тура һуғышҡа оҙаттылар. В. Исхаҡов. Филармонияның танылған баянисы Илгизәр Йомағолов .. иптәштәре менән туғыҙынсы майҙа тыуған ауылына килде һәм кисен бында шефлыҡ концерты ҡуйырға ҡалды. Р. Байбулатов.
ТУҒЫҘЫУ (туғыҙ-) ҡ. диал.
1. ҡар. туйҙырыу. Тамаҡ туғыҙып алыу.
2. Тултырыу. □ Наполнить, дополнить. Ситенән аша сығарып туғыҙыу. Аштырғанса туғыҙыу. Тыңҡыслап туғыҙыу. Кеҫәне туғыҙыу.
ТУ ҒЫ Л АУ (туғыл-) (Р.: взбивать; И.: whip up; T: çalkalamak) ҡ. диал. ҡар. туҡыу II, 1, 2.
1. Төйөр ҡалдырмай шыйыҡлау өсөн ҡалаҡ менән ҡағып болғатыу. □ Взбивать; взбалтывать. Ҡатыҡ туғылау. Ҡаймаҡ ту-ғылау. М Өҫтөнә шәкәр онтағы ҡушып ту-ғылаған ҡаймаҡты һалып, табынға бирегеҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», №1, 2010. [Әбей] Арыҫланғәлегә тип әҙерләп ҡуйған ҡатығын әллә нисә ҡабат ҡулына алып туғыланы. Ғ. Дәүләтшин.
2. Нимәгәлер аралаштырып болғатыу. □ Месить. Йомортҡаға туғылау. ■ [Зөбәржәт ] һөт менән йомортҡаға ғына туғылап ҡойған .. сөсө ҡоймаҡты майҙа йөҙҙөрөп, тәрилкә менән ашъяулыҡҡа ҡуйҙы. 3. Биишева.
ТУҒЫЛМА (Р.: размешанный; И.: stirred; T: karıştırılmış) с. диал.
Нимәләрҙер ҡушып аралаштырылған, буталған. □ Размешанный. Туғылма иҙмә.
ТУҒЫМ и. диал.
1. ҡар. болғау II. Малға туғым биреу.
2. ҡар. туғын. Туғым бөгөу. Туғымға ағас һайлау.
3. ҡар. тыуым. Быйыл туғым куп булды.
ТУҒЫН (Р.: обод; И.: rim; T: jant) и.
Тәгәрмәстең күсәре менән тырнаҡтарын беркетеп торған түңәрәк өлөшө. □ Обод. / Ободочный. Туғын бөгөу. Туғын ағасы. Тәгәрмәс туғыны. ■ Көҙ ауыл халҡы һалабаш
һыҙыра; ә ҡыш улар туғын сабалар, бурәнә ҡырҡалар, сана яһайҙар. Ж. Кейекбаев.
ТУҒЫН БӨГӨҮ (туғын бөк-) (Р: гнуть обод; И.: rim; T: çember geçirmek) ҡ.
Махсус станда әҙерләнгән материалды әйләндерел, түңәрәк рәүешенә килтереү.
□ Гнуть (изготовлять) обод. Туғын бөгөу менән ирҙәр генә шөғөлләнгән. ■ Гумер буйы башы байҙан сыҡманы уның [Аллаярҙың], йә ярлы башҡорттар менән аралашып, кумер уртәп, һалабаш һалып, туғын бөгөп көн итте. Б. Бикбай. Бында шулай ағас бешереп, ут аҫтында тотоп киптереп, йәш егеттәр туғын бөгә, тын туғайҙы завод иттереп. Ә. Ихсан. Туғын бөгөу дуға һәм сана табаны бәккәндәгегә ҡарағанда ла куп көс талап итә. М. Муллағолов.
ТУҒЫНЛАУ (туғынла-) (Р.: насаживать обод на спицы колёс; И.: rim; T: çember geçirmek) ҡ.
Тәгәрмәс туғынын тырнаҡтарға беркетеү.
□ Насаживать, надевать обод на спицы колёс. Тәгәрмәс туғынлау.
ТУҒЫНСЫ (Р.: колёсный мастер; И.: wheelwright; T: tekerlekçi) и.
Туғын бөгөүсе оҫта. □ Колёсный мастер. Туғынсы булып танылыу. ■ Шулай итеп, Йыһанша «Яңы тормош» колхозында ғына тугел, тирә-йундә берҙән-бер туғынсы булып ҡала. Ш. Янбаев. Туғынсылар, ғәҙәттә, бер нисә кешенән торған төркөмгә берләшеп эшләгән. М. Муллағолов.
ТУҒЫР (Р: шест для посадки ловчих птиц во время охоты; И.: pole for perching birds of prey while hunting; T: avcı kuşlar kondurulan sırık) и. иҫк.
Аусының ҡош ҡундыра торған ҡолғаһы.
□ Шест для посадки ловчих птиц во время охоты. ■ Кинйәнең һаман да ат алышыр иҫәбе булмағас, ыласыныма туғыр өҫтәп бирермен, тип тә хәйләләне [Кулымтай]. Ғ. Ибраһимов. Туғыры юҡ шоңҡармын, тыу йәбендә осормон. Ҡобайырҙан.
ТУҒЫРАТЫУ (туғырат-) (Р: остановить; И.: stop; T: durdurmak) ҡ. диал.
Туҡтатыу; сик һалыу. □ Остановить. Талашты туғыратыу. һуғышты туғыратыу.
517