Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 518 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҒЫРЛАМА
ТУҒЫРЛАМА (Р.: бурозубка; И.: longtailed shrew; T.: sivriburunlu fare) и. зоол.
1. Ҡыҙыл көрән тешле ертишкес йәнлек.
□ Бурозубка (лат. Sorex). Туғырламалар — башлыса ваҡ һөтимәрҙәр. Туғырламалар умыртҡаһыҙҙар (бөжәктәр, үрмәкселәр, селәүсендәр) менән туҡлана.
2. диал. Бал ҡорттары ғаиләһенә ингән йомро йөнтәҫ эре бөжәк; ҡара иңкеш. □ Чёрный шмель (лат. Bombus lapidarius). Туғырлама өяһы.
ТУҒЫРЛАУ (туғырла-) (Р.: греметь;
И.: rumble; thunder; T.: takırdamak) ҡ.
Тығыр-тығыр итеү, тығыр-тығыр килеү.
□ Греметь, громыхать. Арба туғырлап бара. ■ Туғыр ҙа туғыр таш тирмән, арышы юҡҡа туғырлай. Сеңләүҙән.
ТУҒЫРЫ (Р: честный; И.: honest; Т: sadık) с. диал.
Ғәҙел, тоғро. □ Честный, преданный. Туғыры кеше. Туғыры ҡылыҡ. Туғыры юлға баҫыу. Туғыры булырға бирелгән ант.
ТУҒЫТЫП ҺӨЙЛӘҮ (гуғытып һөйлә-) (Р: рассказывать подробно о чём-л., преувеличивая; И.: exaggerate; T: abartmak) ҡ. диал. ҡар. сурытыу 1.
Бәләкәй хәбәрҙе ҙур итеп, кәрәктән тыш арттырып, оҙонға һуҙыу. □ Рассказывать подробно о чём-л., преувеличивая. ■ Оло бер хәбәр итеп, ауылдың осонан осона берҙе бишкә арттырып, туғытып һөйләнеләр. Ж. Кейекбаев.
ТУҒЫУ (туғы-) (Р: взбивать; И.: whip up; T: çalkalamak) ҡ. диал.
1. Туҡыу, болғатыу. □ Взбивать, взбалтывать. Ҡаймаҡ туғыу. Ҡатыҡ туғыу.
2. күсм. Ҡат-ҡат әйтеү. □ Повторять, твердить одно и то же. Бер үк нәмәне туғый ҙа туғый.
ТУҒЫШ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Башҡорт ырыуҙарының бер ара исеме.
□ Родовое подразделение башкир. Туғыш-тар байрамы. Туғыштар тамырҙарын барлай.
ТУҘ I (Р: береста; И.: birch bark; T: huş kabuğu) и.
1. Ҡайындың иң тышҡы ҡабығы. □ Береста. Туҙ һыҙырыу. ■ Ҡайын туҙынан һырлап-семәрләп эшләнгән бәләкәй генә нәфис тырыз. Р. Байымов. Мәҙинә кеҫәһендәге шырпы менән туҙҙы ҡапшаны. Т. Ғарипова. Илсе туҙға яҙылған хатты һона. И. Абдуллин. Аҡбулат ҡарт ғүмер буйы туҙ һыҙырған да дегет ҡайнатҡан, ерек ҡырҡҡан да күмер үртәгән. Әкиәттән.
2. миф. һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә булған предмет. □ Береста (мифологизированный предмет, имеющий обережную силу, используется в похоронном обряде, выполняет роль гроба, охраняет покойника от вселения убыр). ■ Туҙ көп убырҙан һаҡлай. «Башҡорт мифологияһы » нан.
♦ Туҙға яҙмаған кеше ышанмаҫлыҡ, ялған; буш. □ Чушь, чепуха. Туҙға яҙмаған хәбәр. Туҙға яҙмаған һүҙ. Туҙға яҙмағанды һөйләү. ■ Миңһылыу тертләп уянды һәм, бер ҙә юҡтан бошоноп, ошо төшкә бәйләнгән һымаҡ тойолған әллә ниндәй туҙға яҙмаған хәлдәр тураһында уйлап бөтөрҙө. Ә. Байрамов. «Ошо Ҡарасәс инәйем ҡайһы саҡта туҙға яҙмағанды һөйләй ҙә ҡуя. Сапҡанға ла, атлағанға ла нисек бер бүләк булһын ти?!» — тип эстән генә көлөп ала [Емеш].
3. Биишева.
ТУҘ II (Р: берестяной; И.: birch bark; T: huş kabuğundan yapılan) c.
Ҡайындың иң тышҡы ҡабығынан эшләнгән. □ Берестяной. Туҙ һауыт. Туҙ һағыҙы. ■ Ҡыуыштары ғына нисә төрлө: киндер ҡыуыш, бесән ҡыуыш, туҙ ҡыуыш, ҡайыр ҡыуыш. Р. Байымов.
ТУҘАҠ (туҙағы) (Р: силок; И.: snare; T: tuzak) и. диал. ҡар. тоҙаҡ.
Ҡош, йәнлек тота торған ау. □ Силок, тенёта. Ҡуян туҙағы. • Ир яңылышып, ҡулға төшөр, ҡош яңылышып, туҙаҡҡа төшөр. Әйтем.
ТУҘАҠАЙЫН ТУҘҘЫРЫУ (туҙаҡа-йын туҙҙыр-) (Р: поднять облако пыли; И.: raise a cloud of dust; T.: tozu dumana katmak) ҡ.
1. Туҙан туҙҙырыу (елеп сапҡанда); осороу, болартыу. □ Поднять облако пыли. Туҙаҡайын туҙҙырып сығып китеү. ■ Ел
518