Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 521 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҘҒЫУ
Туҙҙырып ялбырлатыу. □ Трепать, растрепать; взлохматить. Сәсте туҙғаҡлау. Эттең йөнөн туҙғаҡлау.
ТУҘҒАЛТА (Р.: легкомысленный; И.: light-headed; T: fingirdek) с. диал.
Еңел холоҡло. □ Легкомысленный. Туҙғалта малай. Туҙғалта кеше. Туҙғалта булырға ярамай.
ТУҘҒАН (Р.: изношенный; И.: tattered; T: yıpranmış) с.
1. Тотоноу, ваҡыт үтеү арҡаһында алама, иҫке, яраҡһыҙ хәлгә килгән; иҫкергән.
□ Изношенный, поношенный; обветшалый, ветхий. Туҙған кейем. Туҙған тәгәрмәс. Туҙған йорт.
2. Йыйнаҡһыҙ, боларған; туҙғаҡланған.
□ Лохматый, растрёпанный. Туҙған сәс. Туҙған йөн. Туҙған әйберҙәрҙе аша атлап утеу.
3. кусм. Ҡартайып мәлйерәгән; таушалған. □ Дряхлый, старый. Туҙған ҡарт. Туҙған кеше.
ТУҘҒАНАҠ (туҙғанағы) (Р: одуванчик; И.: dandelion; T: karahindiba) и. диал. ҡар. бәпембә.
Ҡыуыш һабаҡлы, һары сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән үҫемлек. □ Одуванчик (лат. Taraxacum officinale). Я Асыҡ зәңгәр куктә ашыҡмайынса ғына туҙғанаҡтар оса. Д. Исламов. Тупраҡлы мөхтәриәт тип йәнен фиҙа ҡылған халыҡты йәшәгән тупрағынан айырып, ҡан менән һуғарылған ерҙәребеҙҙән, туҙғанаҡтай туҙынып, ташлап китергә хаҡыбыҙ юҡ. Р Байымов.
ТУҘҒАНЛЫҠ (туҙғанлығы) (Р: изношенность; И.: frazzle; T: eskimişlik) и. диал.
1. Иҫкергәнлек, яраҡһыҙлыҡ. □ Изношенность; ветхость. Кулдәгенең туҙғанлығы куренә. Йорттоң туҙғанлығы арҡаһында уны ваҡытлыса терәуҙәргә терәтеп торҙолар. ■ Яҡшыраҡ ҡараһаң, Далай-ламаның эшләпәһенең дә, йоҡа ғына пальтоһының да сиктән тыш туҙғанлығы, төрлө төҫтәге һәм төрлө ҙурлыҡтағы ямауҙар менән ҡапланғанлығы куренә. А. Карнай.
2. Емереклек, тәртипһеҙлек. □ Разрушения; беспорядок. ■ Быларҙа [немец ауыл
дарында] туҙғанлыҡ та куренмәй. Ғ. Дәүләтшин.
ТУҘҒЫН (Р: вразброс; И.: separately; Т: darmadağın) р. диал.
Тарау, таралып, һибелеп ятҡан. □ Вразброс. Эстәлеге яғынан ҡыҫҡа, туҙғын тугел, йыйнаҡ әҫәр. Туҙғын ятҡан нәмәләрҙе туплау, ойоу.
ТУҘҒЫТЫУ (туҙғыт-) (Р: трепать; И.: scutch; T: darmadağın etmek) ҡ.
1. Туҙҙырып ялбырлатыу. □ Трепать, растрепать; взъерошивать. Сәсте туҙғытыу. ■ Ерән ҡашҡа килә куҙ алдыма, толом кеуек ялын туҙғытып. X. Ҡунаҡбай. Бына Һарайғыр, ғорур зат, ҡояшта куҙҙең яуын алырлыҡ ялтыраған ялдарын һәлмәк туҙғытып, ҡая ситенә баҫты, уҙенең ҡолонсаҡ сағында уйнаған, аҙаҡ елдәй елдергән яландарын, уның һәр аҙымына, еңеуенә һәм еңе-леуенә шаһит тау-урмандарҙы яңғыратып кешнәне һәм мәңгелек ҡосағына атылды. Т. Ғарипова.
2. Нимәнелер күтәреү. □ Поднимать что-л. Туҙан туҙғытыу. Ел ҡарҙы туҙғыта.
ТУҘҒЫУ (туҙғы-) (Р: подниматься вверх; И.: fuzz; T: uçup dağılmak) ҡ.
1. Туҙып таралыу. □ Подниматься вверх; разлетаться. Я Һеркә сәскәһе менән биҙәлгән берәр ҡарышлы башаҡтар бәрелгәндә, һары саң туҙғып китә. Р. Ғабдрахманов. Ялҡын, дауылға ҡаршы сапҡан ерән ат ялы шикелле, елгә туҙғый. Ә. Байрамов.
2. Туҙып ялбырлау (сәстәргә ҡарата). □ Растрепаться, взъерошиваться (о волосах). Сәсе туҙғыған. Я Ҡапҡаны асып инергә лә өлгөрмәнек, тәҙрәнән Сәлим атаһының сәстәре туҙғыған башы куренде. В. Исхаҡов. Дамир ағай, туҙғыған сәстәрен дә тәртипкә килтерергә онотоп, ярһып-ярһып һуҙен дауам итә. С. Кулибай. Уның [Мансурҙың] купереп уҫкән сәстәре туҙғып, сикәләренә төшкән. X. Зарипов.
3. кусм. Асыуҙан ныҡ ярһыу; туҙыу. □ Сильно рассердиться, вспылить, разгорячиться. Артыҡ туҙғыу. Я Алып киткән саҡта Салауатты, һыҡтағанда бөтә ил туҙғып, бығауҙарҙан һарҡып ҡалған ҡанды
521