ТУҘҒЫШЫУ
еҫкәп барған булыр был ҡоҙғон. Р. Бикбаев. «Эҙләгеҙ [запчастар, фураж], табығыҙ!» — тип туҙғыланы ул [Ярлыҡаев] ярҙамсыларына. Б. Рафиҡов.
ТУҘҒЫШЫУ (туҙғыш-) ҡ. урт. ҡар. туҙғыу, взаимн. от туҙғыу. Туҙғытып китеү. ■ Сәғиҙә, шаулап, ҡотороноп аҡҡан Ташлыйылғаға һәм көслө елгә ҡаршы йөрәкһеп, елеп барған йүгеректең ялы һымаҡ туҙғытып, бер ярҙан икенсе ярға ташланған тулҡындарға ҡарап, яр башында тороп ҡалды. М. Тажи.
ТУҘҘЫРЫЛҒАН (Р: изношенный; И.: tattered; T: yıpranmış) с.
1. Тотоноу, ваҡыт үтеү арҡаһында алама, иҫке, яраҡһыҙ хәлгә килтерелгән; иләнгән (әйбер). □ Изношенный, поношенный; затасканный (о вещи). Туҙҙырылған күлдәк. Туҙҙырылған итек.
2. Тәртипһеҙ рәүешкә килтерелгән, йыйнаҡһыҙ, боларған. □ Разбросанный, приведённый в беспорядок. Туҙҙырылған ҡағыҙҙар. Туҙҙырылған ҡош ояһы. Туҙҙырылған ҡырмыҫҡа иләүе.
ТУҘҘЫРЫЛЫУ (туҙҙырыл-) ҡ. төш. ҡар. туҙҙырыу, страд, от туҙҙырыу. ■ Был юлы Аптыраҡ менән Ибраҡ Яуғастының йәйләүҙәре лә, зил-зәбәр ҡыйратылып, бөтә байлыҡтары туҙҙырылғайны. Ғ. Ибраһимов. Аҡса туҙҙырыла, бер, ике ай үтә, ә планды тултырмайһың. Ш. Янбаев.
ТУҘҘЫРЫУ (туҙҙыр-) (Р: изнашивать; И.: soil out; T: yıpratmak) ҡ.
1. Алама, иҫке, яраҡһыҙ хәлгә килтереү; иҫкертеү. □ Изнашивать, занашивать. Кейемде туҙҙырыу. Сабата туҙҙырыу. Туҙҙырып ҡуйыу. • Тун кеймәгән тун кейһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр. Мәҡәл.
2. Тарау, йыйнаҡһыҙ хәлгә килтереү; болартыу. □ Разбрасывать, привести в беспорядок, приводить в беспорядок. Өйҙө туҙҙырыу. Сәсте туҙҙырыу. Нәмәләрҙе туҙҙырып ташлау. ■ Бала-сағаға ҡалдырып китһәң, өйҙө туҙҙырып бөтөрөр. Ғ. Дәүләтшин. Штабта ҡағыҙ киҫәктәре туҙҙырылған, яҙыу машинкалары аунап ята, шуларҙан башҡа бер ни ҙә күренмәй. Ғ. Аллаяров. Айыу ҡырмыҫҡа
иләүен сапсып туҙҙырырға керешкән һәм ер менән тигеҙләп киткән. Ж. Кейекбаев.
3. Тирә-яҡҡа сәсрәтеп осороу; борҡотоу.
□ Поднимать вверх, развеивать; клубить, вздымать клубами. Йөн туҙҙырыу. Саң туҙҙырыу. Туҙан туҙҙырыу. ■ Снарядтар килеп төшһә, уттан буран туҙҙыра. Бәйеттән.
4. күсм. Һаулыҡты бөтөрөү, таушалдырыу; ҡаҡшатыу. □ Изматывать; подорвать (здоровье). Ауыр эш кешене туҙҙыра, һаулыҡты туҙҙырып бөтөү.
5. күсм. Әрәмгә, бушҡа ебәреп юҡ итеү; тәләф итеү. □ Тратить, расходовать безрассудно. Аҡса туҙҙырыу. ■ Аҡсаны ла йәлләмәй инде Булатов, бер кистә әллә күпме туҙҙыра ла ҡайта. Р. Солтангәрәев. [Бай] алып сыҡҡан байлығын әкренләп туҙҙырып бөтөрә. Әкиәттән.
6. күсм. Пыран-заран килтереп юҡ итеү.
□ Разгромить; разбить наголову. Дошман ғәскәрен туҙҙырыу. Дошманды пыр туҙҙырыу. М Беҙҙең ойошманы туҙҙырҙылар. Ә. Чаныш. Ғүмеркәйем булһа, бер ҡайтырмын туҙҙырырға Тимаш баярын. Халыҡ йырынан.
7. күсм. Ныҡ ярһып әрләү, тетмәһен тетеү. □ Сильно ругать; отругать; разнести. Туҙҙырып ташлау. ■ Әхмәҙи уларҙы [малайҙарҙы] туҙҙырып әрләп ташланы. Ж. Кейекбаев.
♦ Буран туҙҙырыу тауыш күтәреү, әрләшеү. □ Поднять шум, скандал. Донъя туҙҙырыу 1) донъя ҡуптарыу; аҫтын өҫкә әйләндереү. □ Перевернуть вверх дном. ■ Донъя туҙҙырып эҙләп ҡаранылар, тик эҙләгән нәмәләре барыбер табылманы. Ф. Сәлимова; 2) бөлдөрөү, талау. □ Разорить хозяйство. Сабата туҙҙырыу бушҡа ваҡыт әрәм итеү. □ Проводить время впустую; валять дурака. ■ [Шаһнияз:] Был донъяла юҡҡа ғына сабата туҙҙырмаған [Дәүләтовтар]. Ә. Мирзаһитов.
ТУҘҘЫРЫУСЫ (Р: расточитель; И.: wastrel; T.: savurgan) и.
Нимәнелер юҡҡа-барға тотоноусы, әрәм-шәрәм итеүсе кеше. □ Расточитель; разбазаривающий (время, деньги и т.д.), транжи-
522