ТУҘЫУ
ра. Юҡҡа-барға аҡса туҙҙырыусы булырға ярамай. Ил байлығын туҙҙырыусылар күбәйҙе. ■ Колхоз байлығын уңға-һулға туҙҙырыусыға сара күреүҙе һеҙгә тапшырабыҙ, Фәлән Фәләнов. Р. Ғабдрахманов.
ТУҘҘЫРЫШЫУ (туҙҙырыш-) ҡ. урт. ҡар. туҙҙырыу, взаимн. от туҙҙырыу. Саң туҙҙырышыу. Сәс туҙҙырышыу. Кейем туҙҙырышыу. Аҡса туҙҙырышыу. Дошманды туҙҙырышыу.
ТУҘ ИЖАУ (Р.: лукошко; И.: bast-basket; T.: sepet) и. диал. ҡар. тубал I.
Ҡабыҡтан яһалған һауыт; ҡаяҙ, ҡуҙы; моҙға. □ Лукошко. Айырған ҡортто туҙ ижауға йыйыу.
ТУҘРАУ (туҙра-, туҙрая) ҡ. диал. ҡар. туҙғыу 1. Туҙрап ятыу. ■ Туҙрап ятҡан ҡағыҙҙарын йыйыштыра башланы [Шәриф Манатов]. Й. Солтанов.
ТУҘ ТЕГЕҮ (Р: пришивание бересты; И.: kind of spell; T.: bir tür büyü) и. миф.
Баланы тире ауырыуынан имләү ысулы. □ Пришивание бересты (магический способ избавления детей от болезни кожи). Я Ке-терләк булһа, бала мендәренә туҙ тегәләр ине. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТУҘЫЙ и. диал. ҡар. тырыз. Туҙый ҡапҡасы. Туҙый яһау.
ТУҘЫЙБАШ ЙЫЛАН и. диал. ҡар. туҙбаш йылан. Урамда туҙыйбаш йылан күреү. Туҙыйбаш йыланды үлтерергә ярамай.
ТУҘЫЙЫС и. диал. ҡар. туҙый. Туҙыйыс тотоп еләккә барыу. Минең туҙыйысым тиҙ генә тулды ла ҡуйҙы.
ТУҘЫҠА (Р: двоюродные братья и сёстры; И.: cousins; T.: kuzen) и. иҫк.
Бер туғандарҙың балалары (бер-береһенә ҡарата). □ Двоюродные братья и сёстры (по отношению друг к другу)', кузен. ■ Улай-ға китһә, Кинйәнең үҙ ағалары, туҙыҡалары ла шулар араһында ерегеп йәшәй. Ғ. Ибраһимов.
ТУҘЫЛЫУ (туҙыл-) ҡ. диал. ҡар. туҙыу
3. Туҙылған сәс.
ТУҘЫНЫУ (туҙын-) (Р: вспылить; И.: get angry; T.: kızmak) ҡ.
1. Ҡапыл ҡыҙып китеү, ныҡ асыуланыу, ярһыу; туҙыу. □ Вспылить, внезапно силь
но рассердиться, разгорячиться. Туҙынып китеү. ■ Сәй эсергә ингәс, [Новиков] туҙынып китте. Атлы казагын да, генералын да, һуғышын да — бөтәһен дә ләғнәтләне. Д. Юлтый. [Хәмит:] Туҡта әле, туҙынма, һөйләгәнде көт. Ҡыҙҙың да киттең дәһә. С. Агиш.
2. Барлыҡҡа килеү, күтәрелеү. □ Образовываться, возникать, подниматься. Ҡойон туҙына. Я Эй, килә ҡойон туҙынып, сүп-сар оса өйөлөп. X. Түләкәйев.
3. Зыҡ ҡубып ҡуҙғалыу; ҡуҙғыу. □ Разом подняться; готовиться к чему-л. Я [Иркә:] Уй, шундай шау-шыу унда: мастерскойҙы һеперәләр, йыйыштыралар. [Өммиә:] Бәй, нимәгә туҙыналар шул саҡлы? Ғ. Әхмәтшин. Бер оя ҡорғас, тағы туҙынырғамы? X. Ғиләжев.
ТУҘЫРАТЫУ (туҙырат-) (Р: разбросать; И.: scatter; T.: saçmak) ҡ. диал.
Туҙҙырыу, йыйнаҡһыҙ хәлгә килтереү; болартыу. □ Разбросать, раскидать. Әйбер-ҙәрҙе туҙыратып һалып ҡуйыу.
ТУҘЫРЫЛЫУ (туҙырыл-) ҡ. диал. ҡар. туфяу. Күлдәк туҙырылған. Эске кейемдәр ҙә туҙырылған.
ТУҘЫУ (туҙ-) (Р: износиться; И.: consume away; T: yıpranmak) ҡ.
1. Тотоноу, ваҡыт үтеү арҡаһында алама, иҫке, яраҡһыҙ хәлгә килеү; иҫкереү. □ Износиться, изнашиваться. // Износ. Туҙып ҡуйыу. Туҙып бөтөү. Тәгәрмәс туҙыу. Кейем туҙыу. Өй туҙыу. Я Яңы тауар алмағас ни, яҫтыҡ, мендәр тыштары ла туҙып, ҡарайып, йыртылып бөттө. Ғ. Дәүләтшин. Хәйер, ана ул үҙе [Ихсанбай] инеп килә, үпкәһе туҙған гармун күрегеләй ғыжылдай. Т. Ғарипова. Ҡамсат ҡына бүрек туҙмай, тиҙәр, ҡырылып уҡ ситенән туҙа икән. Халыҡ йырынан.
2. күсм. Көс-хәл, һаулыҡ бөтөп, таушалыу; ҡаҡшау. □ Одряхлеть, состариться. Ҡартайып туҙыу. ■ Колхоздың элекке председателе — шаҡтай тәжрибәле кеше, ҡаты ҡуллы, ләкин ҡартлыҡ менән туҙа төшкән. С. Агиш. Бына ул тормош тигәнең: Аллаға ла, муллаға ла ышанмаҫ Әйүп бер туҙып бөткән ҡарсыҡтың им-томона, уның ауы
523