ТУҘЫУСАН
ҙынан сығыр һәр һүҙгә интизар. Т. Ғарипова. Сабый саҡтың ихлас инаныуы, мин туҙһам да, булмаҫ туҙанда. Р. Бикбаев.
3. Тарау, йыйнаҡһыҙ хәлгә килеү; боларыу. □ Растрепаться, взлохмачиваться. Сәс туҙыу. Туҙып ятҡан нәмәләр. ■ Сәғиҙә көлтәне бауынан ғына тотоп күтәргәйне, бау өҙөлөп, кәлтә туҙып китте. М. Тажи.
4. Урынлашҡан тәртипте, нигеҙҙе боҙоп, тарҡалыу; зыҡ ҡубып ҡуҙғалыу; боларыу.
□ Развалиться, разладиться, разойтись. ■ [Билал:] Ғаиләлә тоғролоҡ булмаһа, оя туҙа, емерелә. Ҡ. Даян.
5. Тирә-яҡҡа сәсрәп осоу; борҡоу. □ Подниматься вверх, разлетаться. Мамыҡ туҙыу. Саң туҙыу. Йөн туҙыу. ■ һалдат баҫып үткән саҡта, туҙа юлдың туҙаны. Ә. Атнабаев.
6. күсм. Әрәмгә, бушҡа китеп, юҡ булыу; тәләф булыу. □ Растрачиваться, расходоваться. Аҡса туҙыу. ■ Ҡулдағы аҙ-маҙ аҡса туҙмаҫ борон Гөлһөҙөмдө һоратып, тиҙерәк яусы ебәрергә булдылар. Һ. Дәүләтшина.
7. күсм. Асыуҙан ныҡ ярһып әрләшеү.
□ Вспылить и сильно разругаться. ■ Бына бисәһе туҙып киткән бының [Аҡназарҙың], тауыш ҡуптарған. Әкиәттән.
♦ Ҡанға туҙыу {йәки ҡанға батыу) ҡанға бик ныҡ буялыу. □ Быть в крови; быть окровавленным. Ҡанға батып һуғышыу. ■ Хәби бай .. ҡанға туҙып, аунап ятыуын күргәс, сарбайлап ҡысҡыра башланы. Т. Хәйбуллин. Хөсәйендең һарай эсенә башын тығыу ы булды — ҡанға туҙып ятҡан айғырҙы күрҙе. Т. Ғарипова. Туҙғансы кей яңы кейем кейгән кешегә әйтелгән теләк һүҙе. □ С обновкой!
ТУҘЫУСАН (Р: непрочный; И.: flimsy; T: çabuk yıpranan) с.
Ныҡлы түгел, туҙып барыусы. □ Непрочный, быстро изнашивающийся. Туҙыусан тауар. Туҙыусан кейем.
ТУҘЫШЫУ (туҙыш-) ҡ. урт. ҡар. туҙыу 1, 3, 7. взаимн. от туҙыу 1, 3, 7. Сәс туҙышыу. Икәү-ара туҙышыу. Кейем туҙышып бөтөү.
ТУҘЫЯҠ (туҙыяғы) (Р: продолговатое корыто из бересты для просеивания; И.: kind
of birch trough; T: huş kabuğundan yapılan yalak) и. диал.
Туҙ һелкәүес. □ Продолговатое корыто из бересты для просеивания на ветру крупы и т. п. Туҙыяҡта тары иләү.
ТУҘ ЯНДАУЫ (Р: берестяная посуда; И.: large birch plate; T: huş kabuğundan yapılan kap) и. диал.
Бер сирек самаһы нәмә һыйышлы туҙ һауыт. □ Берестяная посуда. Туҙ яндауға еләк йыйыу.
ТУЖУРКА [фр. toujours ‘һәр ваҡыт’] (Р: тужурка; И.: pea jacket; T: ceket) и.
Өйҙә, эштә кейә торған куртка. □ Тужурка. Брезент тужурка. Күн тужурка. Тужурка кейеү. ■ Уның өҫтөндә ауыл оҫталары тарафынан ғына тегелгән, ҡайһы урындарында аҡ ептәр күренеп торған ҡара тужурка, шул уҡ төҫтәге, ләкин тужуркаһына ҡарағанда көнгә уңалған салбар, аяғында үҙенә самалап тегелгән итек. С. Агиш.
ТУЗ I [пол. tus < нем. Daus} (Р: туз; И.: асе; T: birli) и.
1. кәрт. Бер үк төҫтәге кәрттәрҙең уртаға төшөрөлгән яңғыҙ тамғалы иң олоһо. □ Туз. Туз менән ҡаплау. Туз менән баҫыу. Туз менән йөрөү. ■ Валетты мин һалдым, Әптерәш етелек бирҙе. Әхмәҙи туз менән һуҡты! Һ. Дәүләтшина.
2. күсм. Бер эш әлкәһендә ҙур вазифа биләгән йоғонтоло кеше. □ Туз (влиятельное лицо в какой-н. сфере деятельности). Финанс туздары. ■ Шулар өҫтөнә, мәжлес йәмлерәк булһын тигәндәй, Ырымбур мосолман бюроһының бер нисә туздары ҡатнашып, үҙҙәренең «милли мәҙәни мөхтәриәттәре» менән Зәкиҙе ирештерҙеләр. А. Таһиров.
ТУЗ II [ингл. two} (Р: туз; И.: scull; Т: еп küçük filika) и.
Ике ишкәкле бер кешелек шлюпка. □ Туз (вид шлюпки). Тузда йөҙөү. Туз ишкәктәре. Туз эшләү.
ТУҘҒАҠ (туҙғағы) (Р: совок; И.: scoop; T: kürek) и. диал. ҡар. һоҙғаҡ.
Ҡуҙ, көл йәки бүтән төрлө ваҡ нәмәне һоҫоп, йыйып ала торған ҡорал. □ Совок. Тимер туҙғаҡ. Ағас туҙғаҡ. ■ Селтәр туз-
524