ТУЙҒАНСЫ
ғаҡ менән мәкенән боҙ вағын һирпеп түгергә керештем. Ф. Иҫәнғолов.
ТУҘҒЫУ (туҙғы-) (Р.: махать руками и ногами; И.: beat one's hands and feet; T.: koşuşturmak) к. диал.
Сәбәләнеү. □ Махать руками и ногами (проявляя нетерпение). Балалар, урманға бармаҫ өсөн, туҙғый башланы.
ТУЗДЫРАҠ (туздырағы) и. диал. ҡар. туҙғанаҡ. Туздыраҡ йыйыу. Туздыраҡ сәскәһе. Туздыраҡ туҙғыған.
ТУЗДЫРАУ (туздыра-) ҡ. диал. ҡар. туҙыу.
ТУЗЫЙ и. диал. ҡар. туҙый.
ТУЗЫРАУ (тузыра-) ҡ. диал. ҡар. туҙыу.
Кейем тузырау. Юрған тузырау.
ТУЙ (Р.: свадьба; И.: wedding; T.: düğün) и.
1. Никахлашыу уңайы менән ойошторолған мәжлес. □ Свадьба. / Свадебный. Туй бүләге. Туй малы. Туй һебәһе. Туй яһау. Туйға барыу. Алтын туй. Көмөш туй. Ҡыҙыл туй. һөйһөн туйы. һырға туйы. ■ Фатима менән Сабирҙың туйын үткәрҙеләр. Б. Бикбай. Улар [Зубенко менән Галина] бер-береһен оҙаҡ йылдар һөйөшөп йөрөһәләр ҙә, туй яһау тураһында бер ваҡытта ла һөйләшмәнеләр. Ғ. Аллаяров.
2. Шатлыҡлы ваҡиға хөрмәтенә ойошторолған тантана; байрам. □ Пир, пиршество; торжество; праздник. Еңеү туйы. Бәпес туйы. Исем туйы. М Ҡыҙыҡай һаман көлә, инде иһаһайламай, күҙҙәре менән көлә: «Орден йыуыу, Зөфәрчик, орден! Хеҙмәт туйы булып сыға түгелме һуң? Эш өсөн биргәндәр бит орденды». Д. Бүләков. Әйләр хандың бер ир балаһы тыуа. Ул шатлыҡтан бөтә тирә-яҡты саҡырып, бәпес туйы үткәреп ебәрә. «Алпамыша».
♦ Туй һимеҙ! йола буйынса, туй бүләге һалыу башланыр алдынан әйтелгән һүҙ. □ Обращение к гостям во время обряда перед раздачей свадебных подарков. ■ Бына кемдер: «Туй һимеҙ!» — тип һөрәнләп ебәрҙе. «Туй һимеҙ! Туй һимеҙ!» — тип башҡалар ҙа ҡушылды. Туй бүләге һалыу башланды. Р. Солтангәрәев.
ТУЙ АШЫ (Р.: гостинцы, привезённые на свадьбу; И.: gifts brought to a wedding; T.: düğün yemekleri) и. этн.
1. Туйға килтерелгән күстәнәс. □ Гостинцы, привезённые на свадьбу (набор специальных блюд, приготовленных для свадьбы). Ҡоҙаларҙың туй ашы бик мул булған. Туй ашы итеп пар ҡаҙ, ике икмәк, ләүәш, сәй, бауырһаҡ һәм башҡа бик ҡуп күстәнәстәр алып баралар.
2. Ҡоҙалар алып килгән мал итенән бешерелгән туй ашы. □ Свадебное угощение из мяса скотины, привезённой сватами. Туй ашы бик тәмле булды. Туй ашы ашарға барыу.
3. Туйҙың тәүге көнөндә бешерелгән аш. □ Свадебный стол, угощение в первый день свадьбы. Курше-куләнде туй ашына саҡырыу.
ТУЙ БАШЫ (Р: ведущий на свадьбе; И.: wedding attendant; T: düğün sofrası başkanı) и. этн.
1. Туйҙы алып барыусы. □ Ведущий на свадьбе; тамада. Туй башын саҡырыу. Туй башы һайлау. Туй башы мәжлесте һәйбәт алып барҙы.
2. Туй башланған ваҡыт. □ Начало свадьбы. Туй башына өлгөрөү.
ТУЙ БҮЛӘГЕ (Р: подарки, раздаваемые на свадьбе; И.: gifts distributed at the wedding; T: düğün hediyeleri) и. этн.
1. Туй мәжлесе алдынан егет йәки ҡыҙ яғынан ҡапма-ҡаршы бирелә торған бүләктәр. □ Подарки, раздаваемые на свадьбе матерью невесты или жениха родственникам отца невесты или жениха. Туй бүләге әҙерләу. Туй бүләге таратыу. Ҡоҙаларға туй бүләге оҡшаны.
2. диал. Егет йәки ҡыҙҙың атай туғандарына туйҙа төп ҡоҙағый таратҡан тауар киҫәге. □ Куски материи, раздаваемые на свадьбе. Туй бүләген ҡырҡып әҙерләп ҡуйыу. Туй бүләген таратышыу.
ТУЙҒАНСЫ (Р.: досыта; И.: to satiety; T: tıkabasa) р.
1. Туҡ хәлгә еткәнсе. □ Досыта. Туйғансы ашау. Туйғансы эсеү.
525