ТУЙҒЫҘЫУ
2. Ҡәнәғәт булғансы. □ Досыта, вдоволь. Туйғансы бейеү. Туйғансы йоҡлау. Туйғансы йүгереү. Туйғансы көлөү. Туйғансы маҡтаныу. Туйғансы уйнау.
ТУЙҒЫҘЫУ (туйғыҙ-) ҡ. диал. ҡар. туйҙырыу. Тамаҡ туйғыҙыу. Балаларҙы туй-ғыҙыу. Ҡош-ҡортто туйғыҙыу. Ерҙе ямғыр етерлек туйғыҙҙы.
ТУЙҒЫҺЫҘ с. ҡар. туймаҫ. Туйғыһыҙ нәфсе. Ҡарап туйғыһыҙ. Һоҡланып туйғыһыҙ. Уҡып туйғыһыҙ. Йырлап туйғыһыҙ.
ТУЙҘАУ (туйҙа-) ҡ. диал. ҡар. туйлау. Туйҙап алыу. Ҡыҙҙарҙы туйҙап биреү.
ТУЙҘЫҠ (туйҙығы) (Р.: скот, привезённый со стороны жениха для свадебного пира; И.: cattle brought from the groom to be slaughtered for the wedding feast; T.: düğün için getirilen mal) и. диал.
Егет яғынан туйға алып киленгән мал (ғәҙәттә, тыу бейә, тыу һарыҡ). □ Скот, привезённый со стороны жениха (предназначенный для свадебного пира). Һимеҙ туйҙыҡ. Ҡоҙалар килтергән туйҙыҡ. Туйҙыҡ бешереү.
ТУЙҘЫРЫЛЫУ (туйҙырыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. туйҙырыу 1-3. страд, от туйҙырыу 1-3. Туйҙырылған балалар.
2. эйһ. күсм. Күңелде биҙҙереү; ялҡытыу. □ Надоедать, докучать; опротиветь. Ныҡ туйҙырылды. ■ Тормоштан тамам туйҙырылды инде, тиҙәр был донъянан тамам ялҡҡандар. Ф. Ғәлимов. Гел бергә лә бергә. Туйҙырылды, һүҙҙәрең дә тейә намыҫҡа. М. Кәримов.
ТУЙҘЫРЫУ (туйҙыр-) (Р.: накормить; И.: feed; T: doyurmak) ҡ.
1. Туҡ хәлгә килтереү, туҡ итеү. □ Кормить, накормить. Баланы туйҙырыу. Тамаҡты туйҙырыу. В Экипаж тамаҡ туйҙырып та өлгөрә алманы, атака тағы ҡабатланды. Ғ. Аллаяров.
2. Аҙыҡ менән тәьмин итеү; ашатыу, туҡландырыу. □ Обеспечить едой; кормить, накормить. ■ Иген сәсерлек тә ере булмағас, йәнлек аулап, ғаиләһен туйҙырырға мәжбүр булғандыр [атайым]. Я. Ҡолмой. • Бүрене аяғы туйҙыра. Мәҡәл.
3. Нимәгәлер мулыҡтырыу, кинәндереү.
□ Обеспечивать полностью чем-л. Утынға туйҙырыу. Һыуға туйҙырыу. Кейемгә туйҙырыу.
4. күсм. Күңелде биҙҙереү; ялҡытыу. □ Надоедать, докучать; наскучить, опротиветь. Туйҙырып бөтөү. ■ [Женя:] Был тормош тамам туйҙырҙы инде. Д. Юлтый. Боҙҙарына һалып туңдырһа ла, һис туйҙырмай икән был донъя. Ә. Атнабаев.
ТУЙ-ЙЫЙЫН и. диал. ҡар. туй. Шау-гөр килеп, туй-йыйын башланып китеү.
ТУЙ КҮТӘРЕҮ (Р: помощь родственников в проведении свадьбы; И.: celebrate; T.: düğünde akrabaların yardımı) и. этн.
Туй үткәргәндә туғандар тарафынан күрһәтелгән ярҙам. □ Помощь родственников в проведении свадьбы. Туй күтәрергә ярҙам итеү. Кейәүҙең туғандары туй күтәрҙе.
ТУЙЛАУ (туйла-) (Р: праздновать; И.: celebrate; T.: kutlamak) ҡ.
1. Байрам яһап, тантаналау. □ Праздновать; устраивать пиршество, торжество, һуғым туйлау. ■ Ауылда дыу килтереп көҙгө байлыҡты туйлайҙар. Б. Бикбай.
2. Туй (1) яһау. □ Справлять (сыграть, устроить) свадьбу. Туйлап алыу. Туйлап барыу. Туйлап килен төшөрөү. ■ [Нурлыбикә:] Үҙебеҙҙең йола буйынса, ҙур итеп туйлап, ололап төшөрәһе ине лә. Ғ. Ибраһимов.
ТУЙЛЫҠ I (Р: свадебный; И.: meant for wedding; T: düğün için) c.
Туйға етерлек, туйға тип тәғәйенләнгән.
□ Свадебный; предназначенный для свадьбы (о средствах). Туйлыҡ аҡса. Туйлыҡ һарыҡ.
ТУЙЛЫҠ II (туйлығы) (Р: предназначенный для свадьбы скот и разные продукты; И.: wedding cattle and different products; T: düğün için hazırlanan mal veya yemekler) и. этн.
Туй һыйлар өсөн алып киленгән мал һәм төрлө аҙыҡ. □ Предназначенный для свадьбы (скот и разные продукты). Туйлыҡтары мул икән. Туйлығы көр булған. ■ Туйға килгән туйлыҡтың, бешерәйем тиһәм, сыры юҡ. Туй йырынан.
526