Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 527 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЙЫҘ
ТУЙМАН БУЛЫУ (туйман бул ) (Р.: надоедать; И.: plague (with); T.: bıkmak) ҡ. диал.
Бик ныҡ биҙеү, биҙрәү; туйыу, ялҡыу, биҙәр булыу. □ Надоедать. Ямғырҙан туйман булдым. Эшһеҙлектән туйман булды. ■ Зәйнәп донъянан туйман булып торғанда ғына был хатты алды. М. Ғафури. Юл буйында, ай, куренә [ашлыҡ] уңған булып, уртаһында улән уҫә урман булып. Улан-ушаҡ утамайҙыр, туйман булып, урған саҡта ҡулға ҡаҙала, тиҙер инде. Бәйеттән.
ТУЙМАҪ (Р.: ненасытный; И.: insatiable; T.: doymaz) с.
1. Туйыуҙы белмәҫ. П Ненасытный, прожорливый. Туймаҫ тамаҡ. Туймаҫ булыу. ■ Шәхми ыҡ-мыҡ итте, ҡыҙарынды, буртенде, «был ҡәһәр һуҡҡан бигерәк туймаҫ куҙ икән, бөтә майҙан яҙҙыра бит инде», — тип уйланы. Т. Йәнәби.
2. Нимәлер эшләп туймай, ялҡмай торған. □ В сочетании с глаголами на -ып, -еп выражает беспредельность желания совершить что-л. Данлап туймаҫ Уралтау.
3. кусм. Ҡәнәғәтләнеүҙе, шөкөр итеүҙе белмәҫ. □ Жадный. Туймаҫ куңел. Туймаҫ ҡуҙ.
ТУЙРА I (Р: молодой дуб; И.: small oak; T.: meşe) и.
Ваҡ, йәш имән. □ Дуб молодой. Тау бит-ләуендәге туйра. ■ Тамам бер ҡарарға килгәнсе, Борис туйра ышығында оҙаҡ ятты. В. Исхаҡов. Район уҙәген уткәс, битләуҙә-рен туйра, йукә, сауҡа ҡаплаған урләстәр йышая төшә. Н. Мусин.
ТУЙРА II и. диал. ҡар. туйыр I. Туйра йыйыу. Малға туйра ашатыу.
ТУЙРАЛЫҠ (туйралығы) (Р: молодой дубовый лес; И.: oakery; T.: meşe ormanı) u.
Туйра үҫкән ер. □ Молодой дубовый лес; дубняк. ■ Ғөмәр ауылының эшкингән урманы юҡ, булғаны шиклеме туйралыҡ та сауҡалыҡ һәм Үҙәште туғайының әрәмәһе. Ж. Кейекбаев. Йәшел сирәм менән ҡаймаланған болон юлы, туйралыҡтар эсенән борғоланып утеп, ҡарт өйәңкеләр араһына кереп китте. Ә. Байрамов. Болон тамамланып,
туйралыҡҡа барып еткәндә, Борис, бөтөнләй көсһөҙләнеп, хәлдән тайҙы. В. Исхаҡов.
ТУЙ-СУЙ (Р: мелочь; И.: trifle; T.: ufak tefek) и. диал.
Юҡ-бар, ваҡ-төйәк. □ Мелочь, всякая всячина. Туй-суй алыу. Туй-суй менән маташыу.
ТУЙТАҠЛАУ (туйтакла-) ҡ. ҡар. туйтанлау. Туйтаҡлап атлап килеу.
ТУЙТАНЛАУ (туйтанла-) (Р: ходить вперевалку; И.: waddle; T: badi badi yürümek) ҡ.
Туйтан-туйтан итеп йөрөү. □ Ходить вперевалку. Туйтанлап атлау. ■ Ихсанбай, туйтанлап, өйөнә ығышты. Т. Ғарипова.
ТУЙТАНЛАШЫУ (туйтанлаш ) ҡ. урт. ҡар. туйтанлау, взаимн. от туйтанлау. Туйтанлашып киләләр.
ТУЙТАН-ТУЙТАН (Р.: подражание прихрамывающей походке и ходьбе вперевалку; И.: imitative word; T.: badi badi) оҡш.
Ике аяҡты саҡ баҫып, аҡһаған һымаҡ атлағанды белдергән һүҙ. □ Подражание прихрамывающей походке и ходьбе вперевалку. Туйтан-туйтан аҙымдар. Туйтан-туйтан итеу. ■ Әсәй электән ук ярһыулы булған, ахырыһы, елләнеуле хәрәкәт менән баланы уҙ ҡулына алды ла, туйтан-туйтан атлап, ҡайтыр яҡҡа йунәлде. М. Садиҡова.
ТУЙ ТЕЛӘГЕ (Р: свадебные заклинания; И.: wedding best wishes; T: bir düğün geleneği) и. этн.
Туйҙа әйтелгән алғыш һүҙҙәре. □ Свадебные заклинания, благопожелания. Туй теләге әйтеу. Туй теләген баш ҡоҙа әйтә.
ТУЙ ТӨШӨРӨҮ (Р: обычай привода невесты в дом жениха после свадьбы; И.: kind of Bashkir wedding custom; T: bir düğün geleneği) и. этн.
Туйҙан һуң ҡыҙҙы кейәү йортона күсереп килтереү. □ Обычай привода невесты в дом жениха после свадьбы. Туй төшөрөргә йыйылыу. Туй төшөрөу мәжлесе.
ТУЙЫҘ I и. диал. ҡар. туҙ. Туйыҙ һыҙырыу. ■ Башҡорттар уҙҙәре сәй-шәкәренә, аҡса-фәләненә алданып, урман киҫергә, ағас-таш ташырға ялланды, кумергә иң
527