ТУЙЫҘ
шәп биләмдәрҙе уртәй башланы, урман аралап, ҡайын йығып туйыҙ һыҙырҙы. Ғ. Хөсәйенов. Тейешле курһәтмәләрен биреп бөткәс, ниңәлер ҡунағына ҡуҙ ҡыҫты ла йыуан ағас ботағына элеуле семәрләп-һырлап эшләнгән туйыҙ сәңгелдәккә табан атланы [Әхмәтша ]. Р. Байымов.
ТУЙЫҘ II и. ҡар. тырыз. Туйыҙға еләк йыйыу. М Еләк тигәндәй, баш бармаҡ башындайҙарын ғына һайлап, туйыҙ тултырып алып ҡайтыр ҙа әсәһенә тотторор ине Рифмир. Б. Ноғоманов.
ТУЙЫЗБАШ ЙЫЛАН и. диал. ҡар. туҙбаш йылан. Туйызбаш йылан куреу.
ТУЙЫМЛЫҠ (туйымлығы) (Р.: пища, еда, достаточная, чтобы наесться; И.: fill; T.: doyumluk) и.
Ашап туйыр нәмә, асығыуҙы баҫырлыҡ аҙыҡ-түлек. □ Питательная еда. ■ Ә кешегә ниндәй ризыҡ та бит — юҡ, туйымлыҡ тугел — куңеллек. X. Назаров. • Туй ашы — туйымлыҡ тугел, куңеллек. Әйтем.
ТУЙЫМНЫҠ (туйымнығы) и. диал.
1. ҡар. туйымлыҡ. Туйымныҡ бирәләрме икән?
2. Туҡлыҡ; туйҙырыр сифат. □ Питательность, сытность. Ҡыярҙың туйымнығы юҡ.
ТУЙЫМҺАҠ (Р.: быстро наедающийся; И.: person easy to have his/her fill; T.: çabuk doyan) с.
Тиҙ туйыусан. □ Быстро наедающийся. Туйымһаҡ кеше. Туйымһаҡ бала. • Көҙгө ҡунаҡ — туйымһаҡ, яҙғы ҡунаҡ — һорамһаҡ. Әйтем.
ТУЙЫМҺЫҘ с. диал. ҡар. туймаҫ. Туйымһыҙ йыртҡыс. Туйымһыҙ ризыҡ.
ТУЙЫМҺЫҘЛАНЫУ (туйымһыҙлан-) (Р: становиться ненасытным; И.: be insatiable; T: doyumsuz olmak) ҡ.
Туймауҙы, туймай торған булыу сифатын күрһәтеү. □ Становиться ненасытным; проявлять ненасытность, прожорливость. Торған һайын туйымһыҙланыу.
ТУЙЫН (Р: глина; И.: clay; T: balçık) и. диал. ҡар. балсыҡ.
һыуға иҙелеп, һылашып торған йомшаҡ тау тоҡомо. □ Глина. Аҡ туйын. Ҡара туйын. һары туйын. ■ Был ныҡлы төҙөлгән
ҡаралты. Ул эстән дә, тыштан да яҡшы итеп туйын менән һыланған. Ә. Вәли.
ТУЙЫНҒАН (Р: насыщенный; И.: imbued; T: doygun) с. физ.
Нимәнеңдер икенсе нәмә менән туҡлан-дырылған, туйындырылған булыу хәле.
□ Насыщенный, пропитанный (одно вещество другим). ■ Камалетдинов, муйыл еҫенә туйынған һауаны кукрәге тулғансы рәхәтләнеп һулағас, кире өҫтәле янына килде. Т. Ғарипова.
ТУЙЫНДЫРЫЛЫУ (туйындырыл-) ҡ. төш. ҡар. туйындырыу 4. страд, от туйындырыу 4. Туйындырылған эретмәләр.
ТУЙЫНДЫРЫУ (туйындыр ) (Р: насыщать; И.: sate; T: doyurmak) ҡ.
1. Ашатып туйҙырыу. □ Насыщать, кормить, питать. Малды туйындырыу. Баланы туйындырыу. ■ Һуғышсылар уҙҙәренән алда аттарын туйындырыу хәстәрен курә, ҡайҙан етте шунан, ҡосаҡлап, аҙау бесән, серегән һалам ташыйҙар. Р. Өмөтбаев.
2. Аҙыҡ менән тәьмин итеү; ашатыу, туҡландырыу. □ Обеспечить пищей, накормить, питать. ■ Ел тирмәне, ел тирмәне, ектең етеҙ елдәрҙе, иген тартып, он борлатып, туйындырҙың илдәрҙе. Й. Солтанов. Шиғыр яҙҙы шағир аслы-туҡлы, туйындырҙы илһам баҡсаһы. Р. Ғарипов.
3. Нимә менәндер кәрәгенсә тәьмин итеү.
□ Обеспечить, снабжать чем-л. ■ Ни эшләйһең, йыйнаулашып бер баланы ғына туйындыра алырбыҙ әле. Д. Исламов. Әлбиттә, Гөлгөнә тау-таш аҡтармаҫ, көн дә машиналарҙы яғыулыҡ менән туйындырыр, яғыулыҡтың һәр грамын иҫәпләр, Сабиров әйтмешләй, оҙон йәй буйы әсе бензин еҫен еҫкәр, ләкин ошоноң менән ул бит оло маҡсатты тормошҡа ашырырға ярҙам итер. Ш. Янбаев.
4. Нимәнелер икенсе нәмә менән туҡландырыу. □ Насыщать, пропитывать одно вещество другим, һыуҙы кислород менән туйындырыу. Тупраҡты дым менән туйындырыу.
ТУЙЫНДЫ ТУФРАҠ (туфрағы) (Р.: глинистая почва; И.: maul; T.: balçıklı toprak) и. диал.
528