ТУЙЫУ
һылашып торған еүеш балсыҡлы тупраҡ; мәтеле тупраҡ. □ Глинистая почва. Туйынды туфраҡҡа буялыу. ■ Урамда ыҫмала кеуек йәбешкәк туйынды туфраҡ ботинка табандарын ҡуптарып алып ҡала. Ф. Әсәнов.
ТУЙЫНЫУ (туйын-) (Р.: наедаться; И.: cram; T.: doymak) ҡ.
1. Ашанып туйыу. □ Наедаться, насыщаться. Икмәк менән туйыныу. Иткә туйыныу. Туйынып алыу. М Өлөштө уға [Әхмәҙуллаға] былай ҙа ҙурыраҡ бирәләр, иптәштәре лә килеп тора. Юҡ, [операциянан һуң] һаман туйынып булмай. Р. Солтангәрәев. Иртәнсәккәй торһам, туйына алмайым баҡсаларҙа уҫкән алмаға. Халыҡ йырынан.
2. Тамаҡ туйҙырыу, туҡланыу; йән аҫрау.
□ Питаться, кормиться. ■ Алғы һыҙыҡҡа кухня, аҙыҡ килгәне юҡ. Бирелгән сохари, консерва запастары менән генә туйынабыҙ. Д. Юлтый.
3. Нимә менәндер тәьмин ителеү. □ Обеспечиваться чем-л. Йылғалар шишмәләр менән туйына. В Кырҡтынан ваҡ йылғалар башлана. Улар ер аҫты һыуы менән ту-йынғанлыҡтан, йәйен һалҡын була, ҡышын туңмай ята. Р. Өмөтбаев.
4. Нимәгәлер мулығыу; туйыу. □ Насыщаться, пропитаться чем-л. һыуға туйынған тупраҡ. ■ Ҡорғаҡһып ятҡан ер ҙә туйынды, йырын-соҡорҙар буйлап гөрләуектәр ағып китте. Д. Бүләков.
5. Тулышыу, тулыу (башаҡ һ.б. ҡарата).
□ Наполняться, наливаться (о колосьях и т.д.). ■ Башаҡтарҙың емгә ултырып, туйыныу көндәрен тының менән тартып алырҙай булаһың. Ф. Иҫәнғолов.
ТУЙЫР I (Р: жёлудь; И.: асогп; T: palamut) и.
Имән сәтләүеге. □ Жёлудь. Туйыр йыйыу. Сусҡаларға туйыр ашатыу.
' ТУЙЫР II (Р: толстый; И.: thick; T: kalın) с.
Күп тынлы, ҡайыштан йыуан итеп үреүле (ҡамсыға ҡарата). □ Толстый (о нагайке). ■ Артта берәуһе туйыр ҡамсы менән Ай-булаттың арҡаһына өҙлөкһөҙ һуға. Һ. Дәүләтшина.
ТУЙЫРА и. диал. ҡар. туйыр I. Туйыра йыйыу. Һарыҡҡа туйыра ашатыу. Быйыл туйыра уңды.
ТУЙЫРАЛЫҠ (туйыралығы) и. диал. ҡар. туйралыҡ. Тау битләуҙәрен туйыралыҡ ҡаплаған.
ТУЙЫРЫУ (туйыр ) (Р: драть; И.: rip off; T: soymak) ҡ. диал. ҡар. һыҙырыу.
Ҡуптарып, айырыу; әрсеү, тунау. □ Драть, снимать, сдирать что-л. Ағастың ҡабығын туйырыу. Туҙ туйырыу.
ТУЙЫУ (туй-, туя) (Р: наедаться; И.: eat one’s fill; T: doymak) ҡ.
1. Туҡ хәлгә килеү, туҡ булыу. □ Наедаться, наесться; насыщаться, насытиться. // Насыщение. Ашап туйыу. Ныҡ туйыу. Тамаҡ туйыу. Бөтәһе лә аш ашап туйҙы. ■ Искәндәр бабай, намыҫ һаҡлап, бер-ике ҡалаҡ ҡапҡас та, рәхмәт, туйҙым, тип, ҡалағын ағас табаҡ ситенә һөйәп ҡуйҙы. Р. Ғабдрахманов. [Айбикә апай:] Ашап, туйып ҡына китһен кинйәм, барғас, тиҙ генә оноторлоҡ булмаһын. И. Ғиззәтуллин. [Әҙһәм — Сөнә-ғәткә:] Бер уҙеңә бер башың, ҡайҙа барһаң да, тамағың туйыр. Ж. Кейекбаев. Икмәкте нисә йөҙ грамм бирәләр икән? Тамаҡтары туймайҙыр. Ш. Бикҡол. Өләсәйем тәмле итеп аш бешерә икән дә, асығып йөрөгән олатайым, шуны ашағас, тегеңә: «Ҡарсыҡ, тамаҡ туйҙы, кәйеф кутәрелеп китте бит әй», — тигән була икән. Р. Байбулатов. • Ашап туймаған ялап туймаҫ. Мәҡәл. Ярлының бер туйыуы — сала байығыуы. Мәҡәл.
2. кусм. Ниндәйҙер нәмәгә мулығыу, кинәнеү. □ Насыщаться; пресытиться чем. Һыуға туйыу. Икмәккә туйыу. Иткә туйыу. Кейемгә туйыу. Һаулыҡҡа туйыу. ■ Бына ерҙең кубеһен бишнәккә һатҡаны бирле, тамак иткә тугел, һөткә лә туймай башланы. һ. Дәүләтшина. Эйе, ул ваҡытта колхоздар машинаға туя алмайҙар ине әле. Р. Ғабдрахманов. • Яҡшы менән бергә булһаң, малға туйырһың. Әйтем.
3. Танһыҡ ҡаныу, ҡәнәғәт булыу. □ Удовлетвориться (о желании); быть довольным. Ҡарап туйыу. Йөрөп туйыу. Йоҡо туйыу. ■ Ылыҫлы ағастар ыҫмалаһының хуш еҫе
529