ТУК
менән туйындырылған һауаны һулап туйыу мөмкин тугел ине. Ә. Байрамов. Таң атҡансы куңел асһалар ҙа, йәштәр бейеп туйманы, етмәһә, кәйефте ҡырып, кемдеңдер тәҡәтһеҙ әтәсе боғаҙын йыртып: «Ки-кри-куккк!» — тип һөрән һалды. Ғ. Хисамов. Фёдор Иванович Гәуһәр Мозафаровнаның дәртенә, энергияһына һоҡланып туя алманы. И. Абдуллин. Һандуғаслы иртәләргә, куңелле көндәргә, йондоҙло кистәргә һоҡланып туйып булмай. М. Ғиләжев. Бына [Хөмәйрә] илап туйҙы, куңеле бушап, тынысланып ҡалды. Ф. Иҫәнғолов. Куп уйланым, төбөнә етә алманым, уйнап-көлөуҙәрҙән туйманым. Халыҡ йырынан. • Бур байыҡмаҫ, бирән туймаҫ. Мәҡәл. һарандың ҡарыны туйыр, куҙе туймаҫ. Әйтем.
4. кусм. Күңел биҙеү, ялҡыу. □ Надоедать, пресыщаться. Ҡунаҡтан туйыу. Эшһеҙлектән туйыу. Булдыҡһыҙ хәбәрҙәрҙән туйыу. Вәғәҙәләрҙән туйыу. ■ [Нур уҙ-уҙенә:] Бик иртә туя башланың әле армиянан, иптәш Фәтихов, һине бер кеше лә ҡотортманы, өгөтләмәне, уҙең теләп хәрби мәктәпкә киттең. И. Абдуллин. Фәлсәфәнән туйҙыҡ инде, һатма, ташла фәлсәфәң. Ш. Бабич. Сит илдәргә китеп йөрөу менән тыуған, уҫкән илдән кем туйған? Халыҡ йырынан.
♦ Туйып һикереү рәхәт тормошҡа сыҙамай шашыу; муллыҡ, иркенлектән шашып китеү. □ Беситься от праздной жизни, беситься с жиру; дурить. ■ Ризыҡ өҙөлмәһен алдыбыҙҙан, туйып һикерергә яҙмаһын. А. Баһуманов. Туя белмәү 1) күп ашау, ашап туймау. □ Не наедаться. Купме ашаһа ла, туя белмәй. ■ [Емеш:] Өйрәк бәпкәләренең суҡыштары ниңә былай йәмһеҙ, тупаҫ икән? Үҙҙәре, етмәһә, шундай ҡомһоҙҙар, туя ла белмәйҙәр. 3. Биишева; 2) ҡомһоҙланыу. □ Не насыщаться; быть алчным, жадным. • Бай малға туя белмәҫ. Әйтем.
ТУК (тугы) [рус.] (Р.: тук; И.: mineral fertilizer; T.: madeni gübre) u.
Минераль ашлама; серетмә. □ Тук. / Туковый. Азот тугы. Калий тугы. Фосфор тугы. Тук етештерә торған ойошма. Тук комбинаты.
ТУҠ I (Р.: сытый; И.: sated; T: tok) с.
1. Туйғансы ашаған, ас түгел. □ Сытый, наевшийся. Туҡ бала. ■ Иртәнге ысыҡта, томанда кеше атын эҙләуе, әгәр ул холоҡһоҙ ҙа булһа, уны тотоп йугәнләуе (тамағы туҡ аттың һин һуҙған икмәккә бик иҫе китмәй), еуештә тығыҙланып, уҡмашҡан тышауҙы cüceye еңел эшме ни! И. Абдуллин. Туҡ буреләр әле [йәй көнө] кешегә теймәй. Д. Бүләков. «Атым менән рудникта руда ташып йөрөһәм дә, балаларым туғыраҡ булыр», — тигән Мөҡим. 3. Биишева. • Туҡ кеше — мут кеше. Әйтем. Ас кешегә аш йәм, туҡ кешегә бурек йәм. Мәҡәл. Ас сағыңда ни ашағаныңды туҡ сағыңда онотма. Әйтем. Буре лә туҡ, һарыҡ та теуәл. Әйтем. Тамағы туҡтың куңеле көр. Әйтем. Тамағы туҡтың хәсрәте юҡ. Әйтем.
2. Тулы, эре булып өлгөргән; эсе буш түгел, орлоҡ менән тулы. □ Полновесный, налитой, полный; крупный. Туҡ бөртөктәр. Туҡ башаҡ. Туҡ бойҙай. ■ Тормош геуләһен, заводтар төҙөлһөн, колхоздар уҫһен, киң ҡырҙарҙа туҡ башаҡтар шаулаһын. И. Ғиззәтуллин. Куптән арыш ем алған, башаҡтар ярған, туҡ емдәрен кутәрә алмай, баштарын тубән һалған. Д. Юлтый. Ауыҙ итәм ыуып туҡ бойҙайҙы, нәҡ кугәрсен куҙе бөртөгө! Р. Ғарипов.
3. кусм. Тулыһынса ҡәнәғәт. □ Довольный, удовлетворённый. Туҡ куңелле. ■ Кеше хәлен белмәҫлек тар ҡарашлы бындай туҡ тормош, шунан йыуаныс табып йәшәу беҙҙә көслө кисерештәр тыуҙыра аламы? А. Абдуллин. Уның [мулланың] куңеле туҡ, кәйефе яҡшы икәнлеге куренеп тора. Көлөмйөп, һаулыҡ-иҫәнлек һораша, һуҙ һөйләй ине. Ғ. Дәүләтшин. Ялан ғына ерҙе, ай, туҡ итмәй, тышау менән ҡайта тау малы. Йырҙан. • Арыҫлан аста төлкө туҡ. Әйтем.
4. Көр, таҙа, һимеҙ (мал, ҡош-ҡорт тураһында). □ Хорошо откормленный, тучный, жирный (о скотине, птице). Туҡ мал. Туҡ ҡоштар. ■ Көнләшәмен һеҙгә, туҡ ҡоштар! Яуыз турәләрҙән һеҙҙең кеуек ҡотолоп булһа икән тормошта. Р. Бикбаев.
♦ Туҡ ҡорһаҡ мыҫҡ. үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, башҡалар тураһында уйлай белмәгән кеше.
530