ТУҠАЛ
□ доел. Сытое брюхо (безбедный и самодовольный человек, не умеющий вникать в положение других). Ул тук ҡорһаҡтан нимә көтәһең инде?
ТУҠ II (Р.: сытый человек; И.: affluent; person; T.: varlıklı) и. һөйл.
Ашарына булып, бер нәмәгә лә мохтаж булмаған, бай кеше. □ Сытый, ни в чём не нуждающийся, зажиточный человек. • Ас хәлен туҡ белмәҫ, ауырыу хәлен һау белмәҫ. Мәҡәл. Астың куҙе икмәктә, туҡтың куҙе хикмәттә. Мәҡәл. Ас һуғышыр, туҡ килешер. Мәҡәл. Астан ҡаҙан аҫтырма, туҡтан туҡмас баҫтырма. Мәҡәл.
ТУҠ III (Р.: сытно; И.: well; T.: tok) р.
Аҙыҡ-түлек етерлек булған. □ Сытно, сыт. Туҡ йәшәу. Туҡ булыу. V [Еңгәһе — Фәһимгә:] Һәнәрем арҡаһында тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн булды. И. Ғиззәтуллин. Яңғыҙ кешенең, уҙе ашаһа, бар ғаиләһе туҡ. Ш. Бикҡол. Хәҙер инде ҡыҙҙың тамаҡ та туҡ, өҫ тә бөтөн, тик куңеле генә китек, ти. Әкиәттән. • Эшләгән туҡ булған, эшләмәгән юҡ булған. Мәҡәл. Тик торған отторған, тик тормаған туҡ торған. Мәҡәл. Балыҡ тотҡан туҡ булыр, аяҡ быуыны юҡ булыр. Мәҡәл.
ТУҠ IV (Р: туҡ; И.: bonk; T.: tok!) оҡш.
Ҡаты нәмә менән ҡатыға һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Тук (подражание короткому отрывистому удару, стуку). Туҡ итеу. Туҡ итеп ултыртыу. M «Бөгөн инде дыулап китмәҫһең», — тип, ул [Нияз] ҡулына тотҡан бер шешәне иҙәнгә туҡ иттереп ҡуйҙы ла, хихылдауынан һаман да тыйыла алмайынса, сус арҡанды сисергә тотондо. X. Зарипов.
ТУҠАЙ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Төрөкмән-көҙәй, ҡунҡаҫ-ил-күл-мең, ҡунҡаҫ-мең ырыуҙары араһы. □ Родовое подразделение башкир племён туркмен-кудей, кункас-иль-куль-мин, кункас-мин. Туҡайҙар тамырын юллау. Туҡайҙар Еңеу көнөнә бағышлап Ленинград блокадаһы ауырлығын уҙ иңендә татыған өлкәндәрҙе хөрмәтләу сараһы ойошторҙо.
ТУҠАЛ I (Р: комолый; И.: polled; Т.: boynuzsuz) с.
Мөгөҙө булмаған, мөгөҙһөҙ (һыйыр, кәзәгә ҡарата). □ Комолый, безрогий (о корове, козе и т. п.). ■ Тукал угеҙ хужаһының [Зөфәрҙең] уйҙарын төшөнөргә теләмәне булһа кәрәк, ялҡытҡыс ушәнлеге менән ашлауын дауам итте. X. Ғиләжев. Ҡыҙыл туҡал һыйырҙы көтөугә ҡыуып ҡайтҡан ыңғайҙа уҡ Ғабдулла Айҙарҙарға инде. М. Кәрим. Мин беләм, һеҙҙең туҡал кәзәгеҙ йыл әйләнәһенә һыуалмай ул. Б. Бикбай.
♦ Туҡал һыйыр үтә әрһеҙ, мәғәнәһеҙ, һөмһөҙ кешегә ҡарата асыу менән әйтелә.
□ Комолая корова (о бессовестном, нахальном человеке). Бынау тукал һыйыр килеп тә emme.
ТУҠАЛ II (P: комолое животное; И.: polled; animal; T.: boynuzsuz hayvan) u.
1. Мөгөҙһөҙ хайуан. □ Комолое, безрогое животное. ■ Сәрбиямалдың ҡыҙыл туҡалы ла ҡайтып етте. Мөгөҙһөҙ башын аратаға тығып, ҡапҡаны кутәреп кенә асты. 3. Биишева.
2. миф. ‘Зыянлы’, ‘зарарлы’, ‘кәм’, ‘тулы түгел’ кеүек кире мәғәнәгә эйә мөгөҙһөҙ хайуан. □ Комолое мифологизированное животное (в мифологии имеет отрицательную семантику, связанную с ущербностью). Тукал зыян ғына килтерә. Тукал аҫрарға ярамай.
ТУҠАЛ III (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бөрйән ырыуы араһы. □ Родовое подразделение башкир племени бурзян. Туҡалдар йыйыны. Туҡалдарҙың нәҫел-нәсәбе. Туҡалдар уҙ шәжәрәһен яҡшы белә.
ТУҠАЛ IV (Р: молодая жена (при обычае многоженства); И.: young wife; T.: genç karı) и. этн.
Көндәш ҡатындарҙың иң йәше; йәш ҡатын (бер нисә ҡатын алыу йолаһы булғанда).
□ Самая молодая из жён (при обычае мно-гожёнства). Тукал алыу. Бик йәш тукал. ■ Инде хәҙер һылыу Сәлимә тукал кәләш булып барасаҡ, уның башы хәҙер көнө-төнө көндәш ғазабында янасаҡ. С. Ҡудаш. • Туҡал
531