ТУҠАЛАҒӨЙ
ҡатын төлкө булыр, уны алған көлкө булыр. Мәҡәл. Тубылғынан өй булмаҫ, туҡалдан тыуған бей булмаҫ. Әйтем. Ил ҡыҙырған һынсы була, туҡалдың бары тыңсы була. Әйтем.
ТУҠАЛАҒӨЙ (Р.: некрытый дом; И.: roofless house; T.: çatısız ev) и. диал.
Ҡыйыҡһыҙ өй. □ Некрытый дом; дом без крыши. Туҡалағөйҙән башҡа бер нәмәһе лә юҡ.
ТУҠАЛАҠ I (Р.: не крытый; И.: having no roof; T.: çatısız) с.
1. Ҡыйыҡһыҙ, башы ябылмаған. □ Не крытый, без крыши. Туҡалаҡ өй. М «Бер ат та бер ҡамсы» тигәндәй, туҡалаҡ өйөң дә бисәң, күтәрендең дә киттең, һ. Дәүләтшина. Бөтә йыйған малға алыштырып алған һалам тубәле, дурт мөйөшлө ағас өй кил-тертелеп ултыртылғансы, әсәләре упкә ауырыуынан туҡалаҡ һәм ер иҙәнле, һыңар бәләкәй тәҙрәле өйҙә ятып йән бирҙе. Б. Дим.
2. кусм. Яңғыҙ өйҙән башҡа бер нәмәһе булмаған, ярлы. □ Бедный, убогий. Туҡалаҡ хужалыҡ. Туҡалаҡ донъя. ■ [Бай:] Бер нәмәһе булмаған туҡалаҡтарҙы һайлап, эш сығамы? Ғ. Дәүләтшин.
3. диал. Яңғыҙ, бер үҙе. □ Одинокий. Туҡалаҡ бәрәс юғалған.
♦ Туҡалаҡ баш ҡалыу бер нәмәһеҙ ҡалыу. □ Остаться ни с чем. К «Ата-әсәһе ғумер иткән йорто ла юҡ хәҙер, ҡалала фатирын да бирәсәгенә тартып алғандар, туҡалаҡ баш ҡалған», — ти Ғәлиҙең куршеһе. Ф. Ғәлимов.
ТУҠАЛАҠ II (туҡалағы) и. диал. ҡар. тубыҡ ҡапҡасы. Туҡалағы кусеп йөрөй. Туҡалағы сатнаған.
ТУҠАЛ БОЙҘАЙ (Р: безостая пшеница; И.: wheat species; T: başakları kılçıksız buğday) и. диал.
Ҡылсыҡһыҙ бойҙай. □ Безостая пшеница. * Тик байҙар баҫыуында ғына, буйта тәпәш булһа ла, тос башаҡлы, ҡыҙыл туҡал бойҙай тулҡынып уҫкәйне. 3. Биишева. Беҙҙең ҡоро яҡҡа эйәләшеп, сыҙамлы булып алған ҡыҙыл йәки аҡ туҡал бойҙай сәсһәң, иген уңыр ине лә бит. Б. Рафиҡов.
ТУҠАЛЛАУ (туҡалла-) (Р: обезопасить; И.: secure; T.: tehlikeden korumak) ҡ.
Ҡурҡыныстан һаҡлау, хәүефһеҙлек тәьмин итеү. □ Обезопасить. ■ Диңгеҙсе минёр ҡаҡ улемде мөгөҙөнән алып туҡаллай. Р. Бикбаев.
ТУҠАН (Р: тукан; И.: toucan; T.: tu-kan) и.
1. зоол. Туҡрандар ғаиләһенә ҡараған, Көньяҡ Америкала йәшәүсе, ике яҡтан ҡыҫылған яҫы ҙур суҡышлы ҡош. □ Тукан (лат. Ramphastidae). Ғәйәт ҙур суҡышлы, төҫө менән тутыйғошҡа оҡшаған ҡош ул туҡан.
2. диал. Селәндең бер төрө. □ Вид цапли. Туҡан ояһы. Туҡан бер аяғында баҫып тора.
ТУҠАНАЙ (Р: короткий; И.: shortish; T.: kısa boylu) с. диал.
Йыуантыҡ, тәбәнәк буйлы; төпөш. □ Короткий, низкорослый. / Коротыш. Туҡанай кеше. ■ Ә был туҡанайҙың хәле нисек? Ҡана, нисә ботҡа арттың икән? М. Тажи. Сәфәрғәле .. оҙон итеп атлай, ә мин, туҡанай булғас ни, йыбырлатып ҡына баҫҡан булам. В. Нафиҡов.
ТУҠАНЛАУ (туҡанла-) (Р: ковылять; И.: hobble; T: topallamak) ҡ. диал.
1. Туңҡанлау; бер туңҡайып, бер ҡалҡыу. □ Ковылять; идти ковыляя. Туҡанлап тороу. ■ [Куян] туҡанлап аҙыраҡ барҙы ла тағы туҡтаны. Я. Хамматов.
2. Иңкәйә биреп, алпан-толпан баҫыу; туйтаңлау. □ Шагать вперевалку. Туҡанлап атлау. Туҡанлап барыу.
3. Йүгереү буйынса ярыш төрө (ике кешенең тубыҡтарын бер-береһенә, береһенең уң аяғына икенсеһенең һул аяғын бәйләп ярышыу). □ Бегать, бежать парами. // Бег парами (вид спортивных соревнований: правая нога одного привязана к левой ноге другого). Туҡанлау ярышы. Әйҙә, туҡанлап ҡарайыҡ.
ТУҠАҢНАУ (туҡаңна-) (Р: тонуть и всплывать; И.: sink and surface; T: batıp çıkmak) ҡ. диал.
Бер батыу, бер ҡалҡыу. □ Тонуть и всплывать. Туҡаңнағанда һыу куп йотҡан, курәһең.
532