ТУҠЛАНЫУ
ТУҠАР с. диал. ҡар. тәпәш. Туҡар кеше. Туҡар ир.
ТУҠАУАЙ ИТЕҮ (туҡауай ит-) (Р.: пригвоздить; И.: nail up a cover; T.: çivilemek) ҡ. диал.
Ҡаҙаҡлап ябыу. □ Пригвоздить, прибить. Әрйәне туҡауай итеу. Умарта ҡапҡасын туҡауай итеу.
ТУҠБИРҘЕ (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Байлар, урман-гәрә ырыуҙары араһы. □ Родовое подразделение башкир племён байлар, урман-гэрэй. Туҡбирҙеләр концерт ҡуя. Туҡбирҙеләр йыйыны. Туҡбирҙеләр бөтәһенең дә шәжәрәһен төҙөгән.
ТУҠ Л АҠ (туҡлағы) (Р: мягкий войлок для обматывания хомута; И.: kind of soft felt; T.: hamut keçesi) и. диал. ҡар. үбәк.
Ҡамытҡа урай торған йомшаҡ кейеҙ. □ Мягкий войлок для обматывания хомута. Туҡлаҡ рәтләу. Туҡлаҡ бәйләу. ■ Аттың муйыны боҙолғас, яраһына ҡамыт теймәһен өсөн туҡлаҡ бәйләп ҡуйылған. Экспедиция материалдарынан.
ТУҠ Л АН Д ЫРЫЛ ЫУ (туҡландырыл-) ҡ. төш. ҡар. туҡландырыу 2. страд, от туҡландырыу 2. Ашлыҡ сәсәһе ерҙәрҙец өҫтәмә ашламалар менән туҡландырылыуы. М Үҫемлектәр яҡшы уҫһен өсөн тупраҡ азотлы ашламаларҙан аммиак селитраһы һәм аммоний сульфаты менән туҡландырылды. «Ашҡаҙар», 11 май 2012.
ТУҠЛАНДЫРЫУ (туҡландыр-) (Р: кормить; И.: feed; T.: beslemek) ҡ.
1. Аҙыҡ менән тәьмин итеү; туйындырыу, ашатыу, эсереү. □ Кормить, питать кого, что. // Кормление, питание. Балаларҙы туҡландырыу. Ауырыуҙарҙы туҡландырыу. Туҡландырып тороу. ■ Изге ер бөтәһенә лә туҙә, ул әҙәм балаһын туҡландыра, кейендерә, улемдән һаҡлай. Ғ. Аллаяров. [Әсә — балаларына:] Мин бер уҙем генә һеҙҙе ке-йендереу тугел, туҡландыра ла алмайым. Ш. Бикҡол. [Мәскәй:] Ҡояшты һицә йылытҡаны, донъяны йәнләндергәне һәм туҡландырғаны өсөн курһәттем. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. а. х. Кәрәкле матдә менән тәьмин итеү; туйындырыу. □ Подкармливать, вносить подкормку, подкормить. // Подкормка. Үҫемлектәрҙе туҡландырыу. Тупраҡты туҡландырыу. Тамырҙан тыш туҡландырыу. Ҡатнаш туҡландырыу. ■ Туҙған, миктәгән ул баҫыуҙар, ашлама индерергә, туҡландырырға, ял бирергә кәрәк уларға. Р. Байымов. Арышты өҫтәмә туҡландырыу тамамланғайны инде. Ғ. Лоҡманов. Ул [лаборатория өйө] уҙенец тәжрибә баҫыуында .. ерҙе, быға тиклем булғанса, тиреҫ менән генә тугел, ә минерал ашламалар менән дә ашлауҙың ниндәй өҫтөнлөктәре булыуын, яҙ көнө ужымдарҙы туҡландырыуҙарҙың уңышты кутәреуҙә ниндәй урын тотҡанлығын эштә курһәтте. Д. Бүләков.
3. кусм. кит. Нимәнеңдер үҫешенә ярҙам итеү. □ Питать (быть основой для развития чего). Мостай Ҡәрим поэзияһын туҡландырған традициялар. ■ Минең ижадымды һуғарған, туҡландырған тыуған еремә рәхмәтлемен. Р. Шаммас.
ТУҠЛАНЫУ (туҡлан-) (Р: кормиться; И.: feed; T.: beslenmek) ҡ.
1. Аҙыҡланып, тереклек итеү, тамаҡ туйҙырыу. □ Кормиться; питаться. // Питание. Туҡланып йөрөу. Туҡланыуҙы яҡшыртыу. Һөт-ҡатыҡ менән туҡланыу. Икмәк менән туҡланыу. Үҫемлектәр кислород менән туҡлана. ■ Хәҙер инде мал урман бесәне менән туҡлана. Д. Бүләков. Аҡыллы ҡарттың: «Кеше куп ашағаны менән туймай, уткән саҡлыһы менән туҡлана», — тигән һуҙҙәре ғумеремә хәтеремә һеңеп ҡалды. Б. Бикбай. «Йыбанмаһаң, йылы көндәрҙә урманда туҡланыуы бер ни ҙә тугел, улым, әйҙә әле, бынау тирә-яҡтағы баландарҙы йыйып алайыҡ», — тип уларҙы Фәһимдән тирҙерҙе лә төнгөлөккә бешерергә ҡуйҙы. И. Ғиззәтуллин. Кубеһенсә суйында бешерелгән йәки мейескә тәгәрләтелгән картуф, сөсө кумәс менән генә туҡланып көн кургәнлектән, әсәйҙең бешергән тәмле аштарын табында бергәләп ашау уҙе бер байрамға әуерелә. М. Садиҡова. • Байҙа туҡланып тамаҡ туймай. Әйтем.
533