Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 534 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠЛАНЫУСЫ
2. кусм. Тәьмин ителеү, туйыныу. □ Питаться, кормиться, снабжаться. // Питание, снабжение. Туҡланып тороу. Йылға шишмәләр менән туҡлана. ■ Стәрле йылғаһы кубеһенсә шишмә һыуҙары менән туҡлана. «Стәрлебаш шишмәләре», 10 апрель 2013.
3. кусм. Нимәлер менән ҡәнәғәтләнеү, ҡәнәғәт булыу. □ Удовлетворяться чем. // Удовлетворение. Куңелем туҡланманы. ■ Мәғрифәкәй, һинең төҫөң һоҡланырлыҡ, ниндәй генә куңелгә лә туҡланырлыҡ. Ш. Бабич. • Эш тамаҡты туҡландыра, тамаҡ куңелде туҡландыра. Әйтем.
4. кусм. кит. Нимәнеңдер үҫеше өсөн ерлек булыу. □ Питаться (быть основой для развития чего). ■ Башҡорт әҙәбиәте .. халыҡтың бай ижады менән өҙлөкһөҙ туҡланған. М. Минһажетдинов. Беҙҙең йәмғиәтебеҙ ҙә халыҡтың борон-борондан килгән традициялары һәм йолалары, йәғни быуаттар төпкөлөнә киткән тамырҙарҙың һуты менән туҡланғанға көслө. Б. Рафиҡов.
ТУҠЛАНЫУСЫ (Р.: кормящийся; И.: feeding; T.: beslenen) с.
Аҙыҡланып, тереклек итеүсе, тамаҡ туйҙырыусы. □ Кормящийся, питающийся. Икмәк менән генә туҡланыусы кеше. Шәкәрһеҙ генә туҡланыусы диабетик. ■ Мышар емеше менән туҡланыусы барҡылдаҡтарға өлтөк башлы ҡоштар ҡушылғас, тауыш артты. Я. Хамматов.
ТУҠЛАНЫУ СЫНЙЫРЫ (Р: пищевая цепь; И.: food chain/web; T: besin zinciri) и.
Организмдарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтендә берәүҙәренең икенселәре өсөн аҙыҡҡа әйләнә барыуы менән бәйле эҙмә-эҙлекле теҙмәлә энергия һәм матдәләр күсерелеүе; аҙыҡ сынйыры. □ Пищевая цепь. Тәбиғәттә бер ваҡытта ла туҡланыу сынйыры өҙөлмәй.
ТУҠЛАНЫШ (Р: питание; И.: nutrition; T.: beslenme) и.
Аҙыҡ, ризыҡ, ашау. □ Питание. Диетик туҡланыш. Туҡланыш режимы. Туҡланыш рационы.
ТУҠЛАУ и. диал. ҡар. туплау III. ■ Төш яҡынлаша башлағас, көтөуҙе һыу буйына һыулауға төшөрәләр һәм дурт-биш сәғәт
һеҙ туҡлауҙан сығармайҙар. Ғ. Ибраһимов. Аҡйеләк шул кул буйында йәшенеп кенә йылҡыларҙың туҡлауға төшкәнен һағалап ятҡан. Әкиәттән.
ТУҠЛЫ I (Р: ягнёнок курдючной овцы; И.: ewe; T.: kuyruklu koyun kuzusu) и. диал.
1. Ҡуй бәрәсе; туҡты. □ Ягнёнок курдючной овцы. Туҡлылар йугерешә. Туҡлыларҙы ашатыу.
2. Алты айҙан үткән бәрәс. □ Ягнёнок старше шести месяцев. Туғаныма һандыҡ асҡанда туҡлы әйтәм.
3. Көҙ тыуған бәрәс; бүлтерек. □ Ягнёнок осеннего окота (осенний приплод). Туҡлы йунләп мандый алманы. Туҡлыларға бесән һалыу.
ТУҠЛЫ II (Р: хорошо питающийся; И.: well-fed; T.: iyi beslenen) с. диал.
Яҡшы ашаған, туҡ. □ Хорошо питающийся. Туҡлы кеше. Туҡлы мал. • Туҡлы кеше — ныҡлы кеше. Мәҡәл. Туҡлы малда өмөт бар. Әйтем.
ТУҠЛЫҠ (туҡлығы) (Р: довольствие; И.: abundance, plenty; T.: tokluk) и.
1. Ашарға етеш хәл; аҙыҡ муллығы. □ Довольствие; достаток, обилие пищи. Көҙгө туҡлыҡ. М Гәуһәрҙең ҡолаҡтарын туҡ башаҡтарҙың талғын елгә ҡыштырлаған шауы, һабан турғайҙарының моңо, буҙәнә-ләрҙең туҡлыҡ йыры иркәләһә, ҡараштарын әллә ҡайҙарға тиклем һуҙылып киткән баҫыу киңлеге наҙланы. И. Ғиззәтуллин. Куҙ куреме ергә арыш баҫыуы йәйелгән. Бөтә тирә-йундән туҡлыҡ бөркөлөп тора. Ф. Иҫәнғолов, «һеҙҙең яҡта ла шулай туҡлыҡмы, улым?» — тип һораны Хәйрулла бабай, кумәсте кукрәгенә терәп, эре-эре итеп телгәндән һуң. Р. Ғабдрахманов. Әҙәм балалары яратҡан кешеләрен, матурлыҡты, туҡлыҡты, тыуған ерҙәрен һағына бит. А. Мағазов. Ете йыл туҡлыҡта батша тирә-яҡтағы ашлыҡты йыйып, һаҡлыҡ әҙерләп ҡуйған. Әкиәттән. Барыс йылы — байлыҡ, һыйыр йылы — туҡлыҡ, ҡуй йылы — ҡытлыҡ, ҡуян йылы — йотлоҡ. Һынамыштан. Сысҡан куп булған йылды — туҡлыҡ, ҡуян куп булған йылды — аслыҡ. Һынамыштан. • Туҡлыҡта
534