Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 536 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠМАҠ
иҙеп тора ине. Н. Мусин. • Себен тейһә — сер итер, туҡмаҡ тейһә — туп итер. Мәҡәл. Туйҙан туҡмаҡ та артмай. Әйтем.
2. этн. Айыуҙан һаҡланыу өсөн түмәр умарта өҫтөнә элеп ҡуйыла торған шаҡыл-дауыҡ. □ Тукмак; колотушка, подвешиваемая над бортью для защиты от медведей. Туҡмаҡ аҫыу. Туҡмаҡ элеп ҡуйыу. ■ Бабай ағасҡа туҡмаҡ элгән дә ситтән генә айыуҙы күҙәтеп тора, ти. Әкиәттән.
♦ Йығылғанға — туҡмаҡ эштә, тормошта бер бәләгә, ауыр хәлгә икенсеһе өҫтәлеү. □ Беда на беду, несчастье, соотв. Пришла беда — отворяй ворота. М [Ғафури:] Йығылғанға — туҡмаҡ шул булалыр инде. Заһретдин ҡартҡа бәхетһеҙлек төрлө яҡлап килә: уҙенә расчёт биргәндәр, улы фронтта улгән, Рәхимен бурәнә баҫҡан. С. Ҡудаш. Беренсенән, уны урынынан алдылар, икенсенән, ул, Артём, йығылғанға — туҡмаҡ тигәндәй, ҡыҙ менән артыҡ киҫкен, тупаҫ һөйләште. Ә. Бикчәнтәев. Сөй өҫтөнә — туҡмаҡ бер насар нәмәгә икенсеһе өҫтәлгәндә әйтелә; бәлә өҫтөнә бәлә. □ Беда на беду, несчастье, соотв. Пришла беда — отворяй ворота. ■ «Сой өҫтөнә — туҡмаҡ!» — тине ул. Ә. Бикчәнтәев. Һинең менән миңә тугел дә, бына әлеге Сәғиҙә ҡарсыҡтарға, сөй өҫтөнә — туҡмаҡ, һ. Дәүләтшина. • Ҡунаҡ өҫтөнә — ҡунаҡ, сөй өҫтөнә — туҡмаҡ. Әйтем. Туҡмаҡ ашау туҡмалыу, йәбер күреү, рәнйетелеү, кәмһетеүҙәр кисереү. □ Терпеть побои, унижения, оскорбления. ■ Урыҫ араһында ҡәҙимгесә генә булып, һыйышып, тыныс йәшәгән башҡорттарҙың хәҙер нәфрәте ҡалҡты, — тиктомалдан туҡмаҡ ашау кемгә рәхәт? Ғ. Хисамов. Туҡмаҡ тел теле тупаҫ, йүнле һөйләшә белмәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Грубый, невежливый человек. Туҡмаҡ тел булырға ярамай. Туҡмаҡ телде яратмайҙар. ■ Ҡатыным — туҡмаҡ тел, нисек теҙгенләргә инде уҙен, тиһеңме? Ә. Ниғмәтуллин. Туҡмаҡ төшөү бик ҡаты тиргәлеү йәки тейешле язаны алыу. □ соотв. Получить по заслугам. ■ Тик конюх Харис ҡына өлөш эләктерә алманы, ҡазаланған тай өсөн башына туҡмаҡ төшмәуе — уға уҙе ҙур өлөш. Б. Бикбай.
Әлбиттә, туҡмаҡтың иң ауыры Бикбаевҡа төшәсәк. Р. Солтангәрәев.
ТУҠМАҠ II (туҡмағы) (Р.: валёк; И.: roller; T.: çamaşır tokacı) и. диал. ҡар. бәләҡ I.
Кер туҡмағы; кербәләк. □ Валёк; колотушка-каталка. М Сереп йығылған йыуан ҡарағай олоно өҫтөнә киндер күлдәк һалып, Сәйҙеямал ағас туҡмаҡ менән һуҡҡылай башланы. Я. Хамматов. [Мәрйәм] туҡмағын таш өҫтөнә ҡуйып, ҡыҙарған йөҙөн һөртөп ҡуйҙы. Р. Низамов. Бурәнә өҫтөндәге киндерҙе ике ҡыҙ ике туҡмаҡ менән алмаш-тилмәш һуға. К. Мәргән.
ТУҠМАҠ III (туҡмағы) (Р: гиря часов; И.: weight of a clock; T.: saat topu) и. диал.
Сәғәт гере (механизмды хәрәкәткә килтереү өсөн тағылған ауырлыҡ). □ Гиря настенных часов. Сәғәттең туҡмағын тартыу.
ТУҠМАҠ IV (туҡмағы) (Р: железка, подвешиваемая на лоб буйного жеребца; И.: piece of metal; T.: tokmak) и. диал.
Уҫал айғырҙың маңлайына таға торған тимер. □ Железка, подвешиваемая на лоб буйного жеребца. Айғырҙың муйынына туҡмаҡ тағырға булдылар.
ТУҠМАҠ V (туҡмағы) (Р.: мягкий войлок для обматывания хомута; И.: kind of soft felt; T.: hamut keçesi) и. диал. ҡар. үбәк.
Ҡамытҡа урай торған йомшаҡ кейеҙ. □ Мягкий войлок для обматывания хомута. ■ Туҡмаҡ бәйләнгән ҡамыт — атты һаҡлау сараһы. Экспедиция материалдарынан.
ТУҠМАҠ VI (туҡмағы) (Р: тропинка; И.: path; T.: patika) и. диал. ҡар. һуҡмаҡ.
Йәйәү кеше йәки мал йөрөй торған тар юл. □ Тропинка. Йәнлектәр туҡмағы күренде. Ҡуян туҡмаҡ һалып бөткән.
ТУҠМАҠ VII (туҡмағы) (Р: кисть; И.: tassel; thrum ends; T.: saçak) и. диал. ҡар. суҡ I, 3.
Бер осон ҡуша төйөп, икенсеһен һалындырып ҡуйған биҙәүес. □ Кисть, кисточка; бахрома. Билбау туҡмағы. Ашъяулыҡ туҡмағы. Йүгән туҡмағы. Ышлыя туҡмағы. ■ Бәһәукәй ҡыҙыл таҡыяны, туҡмағын ҡолаҡ яғына һалындырып, ҡырыныраҡ кейгән.
536