Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 537 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠМАҠ ГӨЛ
Т. Хәйбуллин. Алтын еп менән тегәбеҙ ал байраҡтың туҡмағын. Халыҡ йырынан.
ТУҠМАҠ VIII (туҡмағы) (Р.: битьё; И.: flogging; T.: dayak) и. һөйл.
Еңелсә туҡмауға ҡарата әйтелә. □ Битьё, побои. Туҡмаҡ эләкте. Туҡмаҡ алыу. Туҡмаҡ төшөу. Туҡмаҡтарға сыҙамау. ■ Илшат -тың, .. бысранып ҡайтҡас, атаһынан туҡмаҡ алған мәлдәре лә булғылай. А. Ғирфанов. Был урынды Емеш элек-электән сикһеҙ ярата, берәй мөмкинлек табып килә алһа, аҙаҡ Сәрбиямалдан уҙенә туҡмаҡ эләгерен дә онотоп, көндәр буйы уның эҫе, йомшаҡ ҡомонда аунап уйнай ине. 3. Биишева. • Аҡыллыға ым да етә, ахмаҡҡа туҡмаҡ та аҙ. Мәҡәл. Туйға туҡмаҡ эйәрә. Әйтем. Хандан — ҡаҙыҡ, бейҙән — туҡмаҡ. Мәҡәл. Аҡыллы — аң менән, ахмаҡ туҡмаҡ менән эш итә. Мәҡәл.
ТУҠМАҠ IX (Р.: похожий на колотушку; И.: beetle-like; T.: tokmak gibi) с. диал.
Туҡмаҡ кеүек, туҡмаҡҡа оҡшаған. □ Похожий на колотушку, колотушкой. Туҡмаҡ ҡойроҡ. Туҡмаҡ ял. Туҡмаҡ танаулы кеше. Туҡмаҡ башлы улән. ■ Бер кәкре аяҡлы, нескә муйынлы, туҡмаҡ танаулы кеше бер ҡосаҡ һуған кутәреп тора. Р. Ғабдрахманов. Ҡамылдарын һығып төшкән алтын башаҡтарҙың талғын сайҡалыуы, аҡ тәрәшле ҡылғандар тулҡыны, бешкән емештәр һуты, туҡмаҡ башлы ҡамыштар, ҡусҡыл йәшел уләнле болондарҙағы мәтрушкә һәм башҡа һанһыҙ сәскәләрҙең тәмле еҫтәре .. — бөтәһе бергә ҡушылып, бер-беренән айырылмаҫ бөтөн хасил итәләр. X. Ғиләжев. Имәнлеҡул буйында туҡмаҡ башлы бер нәмәкәй уҫә, уҙе матур, уҙенең мамыҡтары осоп тора. М. Кәрим. Куршеләргә ҡунаҡ килгән, инде ни хәл итәйек? Туҡмаҡ ҡойроҡ ҡара бәрәс һуйып ҡунаҡ итәйек. Йырҙан.
ТУҠМАҠ X (Р: грубый; И.: impolite; coarse; T.: kaba) с. диал.
Тупаҫ, алама (һуҙгә ҡарата). □ Грубый; невежливый (о словах). Туҡмаҡ һөйләшеу. ■ Сауҙагәрҙең Усман исемле туҡмаҡ, сәркәш малайы Салихҡа көн курһәтмәй. X. Мохтар. Мыһырҙар араһы һаҡау булған, телгә лә туҡмаҡ булған. Экспедиция материалдары
нан. Былар шул тиклем татыу булған, бер-беренә бер туҡмаҡ һуҙ әйтмәгән. Әкиәттән.
ТУҠМАҠ XI (Р: тяжёлый; И.: heavy; hard; T: ağır) с. һөйл.
Ауыр, ҡатмарлы. □ Тяжёлый, трудный. Куңелдәге туҡмаҡ уй. Миңә туҡмаҡ хәбәр һалдың. ■ Туҡмаҡ уй-хәсрәттәр тотоп, ялҡын йотоп ғумер иткән ирҙә йоҡо юҡ. Халыҡ йырынан.
ТУҠМАҠ АҒАСЫ (Р: скалка; И.: rolling; T.: oklava) и. диал. ҡар. уҡлау.
Ҡамыр йәйә торған йомро таяҡ; туҡмас-ағас. □ Скалка. Туҡмаҡ ағасы эшләу. Туҡмаҡ ағасы һәлмәк, уртаса оҙонлоҡта булырға тейеш.
ТУҠМАҠБАШ I (Р: сова; И.: owe; Т.: baykuş) и. диал. ҡар. ябалаҡ.
Йомро башлы, ҙур күҙле төнгө йыртҡыс ҡош. □ Сова, птица семейства ястребиных (лат. Sumia ulula). Туҡмаҡбаш ояһы. ■ Бына ялп-йолп итеп төнгө ауҙан ҡайтып барған туҡмаҡбаш осоп утте. Й. Солтанов. Ҡыҙрас ҡара урмандағы бөтә ҡоштоң батшаһы булып йәшәгән йөҙ ҙә бер йәшлек туҡмаҡбашты .. тотоп ала. Әкиәттән.
ТУҠМАҠБАШ II (Р: головастик; И.: tadpole; T: iribaş) и. диал. ҡар. сүмесбаш.
Ер-Һыу хайуандары класына ҡараған йөҙгөс ҡойроҡло тәлмәрйен балаһы. □ Головастик (лат. Amphibia). Туҡмаҡбаш тотоу. Туҡмаҡбаш эҙләу. ■ Әрмәнде кул халҡына яман маҡтанды: «Йәмәғәт, улыма иғтибар итегеҙ, төҫө-һыны — тап гигант кит!» Улы көнө-төнө уҫте лә уҫте, тик туҡмаҡбаш булды бары әрмәнде. С. Иманғолов.
ТУҠМАҠБАШ III (Р: лебеда раскидистая; И.: spear saltbush; T: mızraklıca) и. диал.
Сыбар һабаҡлы, ваҡ ҡына йылтыр орлоҡло, тарбаҡ һабаҡлы сүп үләне. □ Лебеда раскидистая (лат. Atriplex patula). Туҡмаҡбаш орлоғо. Бейек туҡмаҡбаш. Туҡмаҡбаш баҡсала, ҡырҙа, баҫыуҙа уҫә.
ТУҠМАҠ ГӨЛ (Р: роза; И.: rose; T.: gül) и. диал. ҡар. рауза 1.
Гөл исеме. □ Роза (лат. Rosa). Туҡмаҡ гөл төҫө. Туҡмаҡ гөл уҫтереу.
537