Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 538 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠМАҠЛАНЫУ
ТУҠМАҠЛАНЫУ (туҡмаҡлай-) (Р.: принять или иметь вид колотушки; И.: appear beetle-like; T.: tokmak gibi olmak) ҡ.
Туҡмаҡ һымаҡ булыу, туҡмаҡҡа әйләнеү. □ Принять или иметь вид колотушки. Танауы туҡмаҡланған. Бәрәстең ҡойроғо туҡ-маҡланған.
ТУҠМАҠЛАУ (туҡмаҡла-) (Р: колотить; И.: flog; T.: tokmaklamak) ҡ.
1. Туҡмаҡ менән туҡмау. □ Колотить, бить колотушкой. Киндер туҡмаҡлау. ■ Ҡыҙҙар киндер туҡмаҡлайҙар. Ғ. Лоҡманов. Йәштәр киндер туҡмаҡлау тауыштарының яңғырауҙары аҫтында йорттарына таралдылар. Ғ. Хәйри. Ә кистәрен [ауыл ҡыҙҙары] киске тынлыҡты яңғыратып, киндер туҡмаҡлай. X. Мохтар.
2. һөйл. Йоҙроҡ, таяҡ һ. б. менән ҡат-ҡат һуғыу; туҡмау. □ Колотить, поколотить; бить чем (кулаками, палкой). Эттәр өйөрөн туҡмаҡлау. ■ Һәр береһен һауыу станына күҫәк менән туҡмаҡлап алып килергә тура килә [һыйырҙарҙы]. С. Поварисов.
ТУҠМАҠЛЫ (Р: с гирей; И.: with weight (of a clock); T: toplu) c.
Туҡмағы булған (сәғәткә ҡарата). □ С гирей (о часах). ■ Уң яҡта ике туҡмаҡлы, кәкүкле ҙур стена сәғәте. Т. Хәйбуллин. Стеналағы туҡмаҡлы сәғәт бер көйгә генә текелдәй. Ж. Кейекбаев. Ике туҡмаҡлы, башына Мәҙинә үә Мәккә мәсеттәре һыны эшләнгән кәкүкле сәғәт эргәһенә эленгән көҙгөгә ҡарап, төрлө ҡиәфәткә керҙе. Р. Өмөтбаев.
ТУҠМАҠТАНАУ (Р: крупный круглый нос; И.: large round nose; T: tokmak burun) и. диал.
Йомро ҙур танау. □ Крупный круглый нос (нос картошкой). Туҡмаҡтанау килеп керҙе. М Малайҙың туҡмаҡтанаулығы уның Сабирҙың улы икәнлеген әллә ҡайҙан әйтеп тора ине. М. Кәримов. Был туҡмаҡтанау нисек был кәүҙәне тултырырлыҡ тын ала һәм ул ауыҙ менән нисек ашай һәм һөйләшә икән? С. Агиш.
ТУҠМАЛАУ (туҡмала-) ҡ. диал. ҡар. туҡмаҡлау. Свай туҡмалау. Кер туҡма-лау.
ТУҠМАЛЫУ (туҡмал-) (Р.: быть побитым; И.: be beaten(up); T: dövülmek) ҡ.
1. Тәнде ауырттырғансы ҡул йәки берәй нәмә менән һуғылыуға дусар булыу; ҡыйналыу, туҡмаҡ алыу. □ Быть побитым. Ҡанға батҡансы туҡмалыу. Күп тапҡырҙар туҡмалыу. ■ [Калмыков:] Туҡмалғыһы килгән бала атаһының һаҡалы менән шаярыр, тигәндәр. Ж. Кейекбаев. Саҡай ни булғанын башына килтерә алманы, иҫереүҙән, туҡмалыуҙан мейеһе томаланған ине. Б. Бикбай. Бәлки, ул да [Йәмил] ундағы тәртипкә, туҡмалыуҙарға күнмәйенсә сығып киткәндер. Р. Байбулатов. Сәмиҙең тотолоп туҡмалыуы, ғазапланыуы Хәләфкә ҡәнәғәтлек килтермәне. Р. Байымов. Байгилде ағай шулай эсеп, ысынлап та, ауылда һис кем ҡыланмағанды ҡыланып йөрөй торғас, бер көн бик ҡаты туҡмалып, башы-бите күгәреп, өҫ-башы өҙгөләнеп ҡайтып килде.
3. Биишева. Ил гиҙеп йәшәүенә ҡарамаҫтан, Сашаға быға тиклем бик һирәк туҡмалырға тура килгәйне. Ә. Бикчәнтәев. • Артҡа ҡалһаң — тапалырһың, алға сыҡһаң — туҡмалырһың. Әйтем.
2. төш. ҡар. туҡмау I, 2. страд, от туҡмау I, 2. ■ Хәйер, тикшеренерлеге ҡалмағандыр инде фрицтың: бөтә фронттарҙа ла туҡмала, тиҙәр бит. Ә. Байрамов.
ТУҠМАС (Р.: лапша; И.: pasta; T: erişte) и.
1. Ашҡа һалыр өсөн йоҡа ғына йәйеп, нәҙек оҙон итеп ҡырҡылған сөсө ҡамыр. □ Лапша. Туҡмас баҫыу. Туҡмас ҡырҡыу. ■ Заһиҙә әбей кәнфит-маҙарын өйгә индергәс, тилбер хәрәкәт менән туҡмас ҡырҡҡан Мәфрүзәгә, үҙенең йәш ваҡыттарын хәтерләп, һоҡланып ҡарап торҙо. Н. Мусин. Сәкинә, алъяпҡысы менән елдән ышыҡлап, ҡаҙанға туҡмас һала. X. Ғиләжев. «Шул тиклем дә тәмле туҡмасты ашағаным булмағандыр!» — тип Фәрит ашты маҡтай-маҡтай ашаны. Ш. Янбаев.
2. Шул ҡырҡылған ҡамыр һалып бешерелгән аш. □ Суп с лапшой. Туҡмас бешереү. Һөтлө туҡмас. ■ Күп итеп картуф турап, һөткә генә бешерелгән туҡмас шул тиклем тәмле булды. 3. Биишева.
538