Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 539 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠМАУ
3. диал. Ите ваҡ итеп турап бешерелгән аш. □ Суп с нарезанными кусочками мяса. Итле туҡмас. ■ Ысынлап та, бөгөн Емеш яратҡан аш: итле туҡмас. 3. Биишева. Тик байрамдарҙа бешерелә торған билмән йәки былауҙы ғына инде ул тәмлелек яғынан итле туҡмастан өҫтөн ҡуймай булдыра алмай ине, шулай ҙа, Емешсә, уларҙың береһе лә итле өй туҡмасына етмәй. 3. Биишева.
ТУҠМАС АҒАС (Р.: скалка; И.: rollingpin; T.: oklava) и. диал. ҡар. уҡлау.
Ҡамыр йәйә торған йомро таяҡ; туҡмаҡ ағасы. □ Скалка. Оҙон туҡмасағас. Нәҙек туҡмасағас. Туҡмасағас өсөн таяҡ әҙерләу.
ТУҠМАС БИҘӘК (биҙәге) (Р.: квадратный узор платка; И.: quadrangular pattern; T.: dörtgen şeklinde desen) и. диал.
Яулыҡҡа, шәлгә сигеү, төшөрөү, бәйләү өсөн дүрткел биҙәк. □ Квадратный узор платка. Килешле генә туҡмас биҙәк. Туҡмас биҙәк һалып шәл бәйләу.
ТУҠМАС Л ЫҠ (Р: предназначенный для лапши; И.: intended to make noodles; T.: eriştelik) c.
Туҡмас өсөн етерлек һәм ярарлыҡ. □ Предназначенный и годный для лапши. Туҡмаслыҡ он. ■ [Исмәғил:] Туҡмаслыҡ бер бот бойҙай онон йөҙөмдө курһәтеп тә алам мин. Ж. Кейекбаев. [Шәриф:] Егерме тиндең биш тин көмөшөнә туҡмаслыҡ он алһам, унан да ун биш тин артып ҡала. М. Ғафури. [Миңлебай Нәжипыч:] Мә, Гөлкәйем, быныһын бөгөн аш итерһең... Туҡмаслыҡ он да бирермен. 3. Биишева.
ТУҠМАС ТАҠТАҺЫ (Р: доска для раскатывания и резки лапши; И.: kind of smooth plank; T.: hamur tahtası) и.
Туҡмас йәйеү, ҡырҡыу өсөн тәғәйенләнгән шыма йөҙлө яҫы таҡта. □ Доска для раскатывания и резки лапши. Ҡамырҙы туҡмас таҡтаһына йәйеу. Туҡмас таҡтаһына ҡаҡ киптерергә ҡуйыу. ■ Бибеш ҡамырын лап иттереп туҡмас таҡтаһына һалды ла эре-эре киҫәкле иттәрҙе ҡаҙандан алып ашлауға бушата башланы. 3. Биишева. Гөлйөҙөм, туҡмас таҡтаһын алып сығып, туҡмас йәйергә әҙерләнде, һ. Дәүләтшина.
ТУҠМАСТАЯҠ (туҡмастаяғы) и. диал. ҡар. уҡлау. Туҡмастаяғын һап-һары итеп ҡырып йыуыу. ■ Туҡмасты бик оҫта йәйә киленем: ҡулындағы туҡмастаяғы бейеп кенә тора. Ф. Сәлимова. Мәғфурә, усаҡ яҡтыһына яҡын килеп, он ашъяулығын йәйҙе һәм туҡмастаяғына урап таҡтаға килтереп һалған кипкән йәйемдән һалма ҡырҡырға кереште, һ. Дәүләтшина.
ТУҠМАТЫУ (туҡмат-) ҡ. йөкм. ҡар. туҡмау I. понуд. от туҡмау I. Кер туҡматыу. Етен туҡматыу. Кешене туҡматыу. ■ Шул бит [управляющий] Туманов ҡарттың улын, Гришины, малай сағында ултерә яҙғансы туҡматты, шул бит Полинаны мыҫҡыл итергә итте. Ғ. Ибраһимов. «Туҡ-матмабыҙ», — тиҙәр малайҙар, көлөп.
3. Биишева.
ТУҠМАУ I (туҡма-) (Р: бить кого;
И.: beat; thrash; T.: dövmek) ҡ.
1. Яза өсөн (ҡул, йоҙроҡ, сыбыҡ һ.б. менән ) ныҡ-ныҡ һуҡҡылау. □ Бить кого, наносить удары кому; избивать кого. // Битьё, побои. Туҡмап сығарыу. Туҡмап ташлау. Канға батырып туҡмау. Туҡмап эшләтеу. Туҡмап ебәреу. ■ Бәләкәй сағында, әсәһе ҡушыуынса, бер ғәйеткә барғайны, унда ла мәсет йортонда малайҙар менән шаярып ҡалып, яңылыштан мәсет тәҙрәһенә таш тейҙереп ватҡас, уҙен бик ҡаты туҡмағайнылар. А. Карнай. Шау-шыу китте. Ғәйни ағайҙы, бур тип, туҡмай ҙа башланылар. Т. Йәнәби. Башаҡта бер генә бөртөк тә ҡалмаһын өсөн, крәҫтиән шыбағас менән нисек көлтәне дөмбәҫләһә, Азаматты ла шулай сәмләнеп оҙаҡ туҡманылар. Й. Мостафин. [Грязнов:] Управляющий тынғы бирмәй. Анау ваҡытта Полина өсөн туҡмағанды онотмай. Ғ. Ибраһимов. Әберәй батырҙы Лоҡман кантон, йыйыу аҡсаһын туләмәгән өсөн, туҡмап келәткә яптырып ҡуйған була. Ж. Кейекбаев. • Этте эйәһе алдында туҡма. Әйтем. Баланы туҡмап йыуатма, көйләп йыуат. Әйтем.
2. кусм. Һуғышта ҡыйратыу. □ Бить, разбить (врага на войне), нанести поражение, побеждать. Дошманды туҡмау. ■ Дурт
539