Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 540 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠМАУ
йыл буйы һуғышып йөрөп, дошманды өңөндә туҡмағанда, инде еңеу көнөн байрам итәбеҙ тип торғанда ғына, улем ҡағыҙы килеп төштө. Д. Бүләков. Француздарға Куту-зовтан яман туҡмау эләгәсәк! Я. Хамматов.
3. Туҡмаҡ менән ныҡ-ныҡ һуғыу; төйөү. □ Колотить что, ударить по чему. Кер туҡмау. Етен туҡмау. Туҡмалған кеуек булыу. ■ [Аҫылғужа:] Арыта. Бөтә тәнем таяҡ менән туҡмалған кеуек. Б. Бикбай. Мәрйәм, .. туҡмаҡ алып, киндер туҡмарға тотона. Н. Ҡәрип.
ТУҠМАУ II (туҡма-) (Р.: стучать; И.: knock; T: vurmak) ҡ. диал.
Шаҡ-шоҡ һуғыу; ҡағыу; шаҡыу, шаҡылдатыу. □ Стучать. Ишек туҡмау. Капҡа туҡмау. ■ [Барсын] атаһын, ағаһын әрләй, ҡапҡаны туҡмап-туҡмап ҡысҡыра. «Алпамыша».
ТУҠМАУ III (туҡма-) (Р: похлопать по спине; И.: pat; T: sıvazlamak) ҡ. диал.
Арҡанан ҡағып һөйөү. □ Похлопать по спине. ■ Әсәһе Таибә әбей ун биш йәшлек Хамматты арҡаһынан туҡмап-туҡмап һөйҙө лә: «Өммөгөлсөмгә өйләндерәбеҙ һине», — тинелә ҡуйҙы. 3. Биишева.
ТУҠМАУСЫ (Р: тот, кто колотит; И.: one who beats; T: döven) и. һөйл.
Кемделер йәки нимәнелер туҡмаҡлаған, дөмбәҫләгән, ҡыйнаған кеше. □ Тот, кто колотит, бьёт, наносит удары. / Колотящий, бьющий, наносящий удары. Үҙенән бәләкәйҙәрҙе туҡмаусы уҫмер. Киндер туҡмаусы ҡыҙҙар. Самурайҙарҙы туҡмаусы ир-ат. ■ Туҡмаусылар уртаһында улын яҡлап таяҡ аҫтына ташланған Ҡарасәс әбейҙең кәңгер арыҡ кәуҙәһе ялп-йолп килә. 3. Биишева.
ТУҠМАШЫУ (туҡмаш-) ҡ. урт. ҡар. туҡмау I. взаимн. от туҡмау I. Кер туҡ-машыу. Киндер туҡматыу. Малайҙар, көрмәкләшә торғас, бер-береһен туҡматыуға барып еттеләр.
ТУҠРАН и. зоол. ҡар. тумыртҡа. ■ Емеш Оло Эйек буйының уҙенә генә хас тиңдәшһеҙ матур ҡыңғырау сәскәләренә,
ҡыйғас ҡамыштарына һоҡлана, туҡран ту-ҡылдауына, турғайҙар сырылдашыуына ҡолаҡ һала. 3. Биишева. Был туҡран көн һайын бер ағасҡа ултыра. Тирә-яҡты яңғыратып туҡылдарға тотона. Ғ. Мәсғүт. Урмандың арыу-талыу белмәҫ эшсеһе туҡран уҙенең кәсебенә тотондо: туҡ-туҡ! Яр. Вәлиев. Ике ҡыҙыл башлы йәшел туҡран, шаян барабансылар кеуек, сиратлашып ағасҡа һуҡтылар. И. Абдуллин.
♦ Туҡран тәүбәһе һөйл. үҙенә яуапһыҙ ҡараған кешенең һүҙе. □ Слово безответственного человека. Уның һуҙе ни туҡран тәубәһе инде ул. ■ Нисәмә йылдар буйына бер ук хата ҡабатлана, ә йәйгә сығыу менән, туҡран тәубәһе һымаҡ, шуны оноталар ҙа ҡуялар! В. Исхаҡов. Генерал-майор, хандың туҡран тәубәһе һуҙенә ышанмай, хәрбиҙәрсә әмер рәуешендә киҫә әйтте. Ғ. Хөсәйенов. Туҡран тәубәһе инде, йыл да «ҡабат таборға эйәрмәйем» тиеуҙәрем. С. Шәрипов.
ТУҠРАНБАШ (Р: клевер; И.: clover; T: yonca) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ингән тумалаҡ сәскәле, өсәрләп торған түңәрәк япраҡлы мал ашай торған үлән. □ Клевер. / Клеверный (лат. Trifolium). Аҡ туҡранбаш. Ҡыҙыл туҡранбаш. Ҡуян туҡранбаш. Туҡранбаш сәскәһе. ■ Ал буректәр кейгән туҡранбаштар туғай куктәрен аллайҙар. Ғ. Хәйри.
ТУҠРАТЫУ (туҡрат-) ҡ. диал. ҡар. туҡтатыу. Туҡрат әле шул малайҙы. ■ Мамыҡ һымаҡ йомшаҡ уләндәргә кәзәләрҙе ҡуштым туҡратып. Б. Вәлид. һин килгәс тә, туҡратырға кундәм эшен, байтаҡ торҙо, тапмай әмәлен. М. Кәрим.
ТУҠРАУ (туҡра-) ҡ. диал. ҡар. туҡтау. ■ Бер аҙ уҡығас та, хәҙрәт һаҙыйға туҡ-рарға ҡушты. М. Хужин. Атайымдың: «Ғәлимә ҡыҙым, бик алыҫ китмә, башҡаларға ауыр булыр, унда еткерә алмаҫтар, кутә-ремдәр тигеҙ булһындар, юғиһә сумәлә һалырға уңайһыҙ булыр», — тип әйткәнен ишеткәс кенә туҡтанылар, улар әйткәнсә, туҡранылар. М. Ғафури. Тирә-яҡта дан тотҡан Хөнәле ташты кутәреп алып китә, ләкин Барсынһылыу билдәләгән урынға ил
540