ТУҠТАЛЫУ
теп еткерә алмай, туҡрап ҡала. «Алтыным^ Алпамыша».
ТУҠСЫЛЛЫҠ (туҡсыллығы) (Р.: достаток; И.: plenty(of food); T.: tokluk) и.
Ашарға етеш хәл, туҡлыҡ. □ Достаток, обилие пищи. Туҡсыллыҡта йәшәу. Хәҙер туҡсыллыҡ, ни ашайым тиһәң, шул бар.
ТУҠТА (Р: стой; И.: stop; T.: dur) инш.
Бер нәмәгә үҙеңдең иғтибарыңды тупларға теләгәндә әйтелә. □ Стой (вводное слово; употребляется для сосредоточения внимания на чём-л.). Туҡта, былай булмай! ■ Туҡта, былай ярамаҫ, бер аҙ формаһына килтерәйем. Д. Юлтый. [Тимербай:] һуғыш йәшәуҙе лә, улемде лә тиҙләтә. Туҡта, ҡасан, кемдән ишеттем әле мин был фекерҙе?
3. Биишева. [Зильда:] Туҡта, шулай кеҫәһендә йөрөтһә, «хаттың» атаһы ҡулына барып эләгеуе бар ҙа инде. Н. Мусин.
ТУҠТАҒОЛ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бөрйән ырыуы араһы. □ Родовое подразделение башкир племени бурзян. Туҡтағолдар йәйге һабантуйға ныҡлап әҙерләнә башлаған. Туҡтағолдар ауылдарында «Иң яҡшы йорт» конкурсы уткәрә.
ТУҠТАЛҠА (Р: остановка; И.: parking place; T.: duraklama) и.
Юлда туҡтай торған урын. □ Остановка, стоянка. Туҡталҡаға боролоу. ■ Өфөлә автомобилдәрҙе туҡталҡаға ҡуйыу буйынса яңы юл билдәләре ҡуйыла башланы. Уларға ярашлы, бер урамда — айҙың таҡ, икенсеһендә — йоп көндәрҙә «тимер акттарҙы туҡталҡаға ҡуйыу тыйыла. «Башкортостан», 17 ғинуар 2014. Юҡтыр инде уның туҡталҡаһы. Йырҙан.
ТУҠТАЛМАҪТАН (Р: безостановочно; И.: non-stop, continuously; T.: durmadan)р.
Өҙлөкһөҙ, туҡтап тормай; тотош, бер юлы. □ Безостановочно, беспрестанно. Туҡталмаҫтан барыу, һуҙен, хәбәрен туҡталмаҫтан әйтеп китеу. Ямғыр туҡталмаҫтан ҡойоу. ■ Таймаҫҡа тырышып, аяҡты терәп баҫа торғас, ҡатыу сыҡты, шулай ҙа туҡталмаҫтан атлай бирҙем. К. Кинйәбулатова.
ТУҠТАЛЫУ (туҡтал-) (Р: останавливаться; И.: stop, have a stop-over; T.: durmak) ҡ.
1. Алға йүнәлгән хәрәкәт киҫелеү. □ Останавливаться, остановиться. // Остановка. Ҡилеп туҡталыу. Туҡталып ҡалыу. Туҡталып тороу. Урынына етеп туҡталыу. ■ Тап ошо ваҡытта отряд, иң һуңғы текә урҙе утеп, Урал һыртының бейек ҡаҡ тубәһенә килеп менде һәм ошонда төнгө ялға туҡталырға булды. 3. Биишева. Ҡешене кургәс, буреләр бер килке туҡталып торҙо. Ғ. Ибраһимов. Юлда улар [Рәхмәт, Сөнәғәт] Ҡайраҡлы ауылында туҡталып, сәй эсеп киттеләр һәм киске һыйыр һауынына заводҡа барып инделәр. Ж. Кейекбаев. Братисла-ваны дошмандан таҙартҡас та, Мөжәһит хеҙмәт иткән танк соединениеһы өс көнгә ялға туҡталды. Ғ. Аллаяров.
2. Эш-хәрәкәттән тыныу, туҡтау. □ Останавливаться; прерываться; перестать, прекращаться. // Остановка; прекращение. Мотор туҡталған. Станок туҡталған. Ашауҙан туҡталыу. Бейеуҙән туҡталыу. Эштән туҡталыу. ■ Завод май аҙаҡтарында ғына туҡталды. Ж. Кейекбаев. Кешеләр ҙә, Ҡариҙелдең текә ярын ҡаплаған ҡарт ҡарағайҙар ҙа, далала елеп йөрөгән елбәгәй ел дә бер генә минутҡа онотолоп, туҡталып торҙо, ажарланып уксәгә баҫып килгән һуғыш-улем ҡурҡынысы ла, гуйә, был илаһи моң алдында уңайһыҙланып артҡа сигенде һымаҡ. 3. Биишева. [Фёдор:] Әгәр ашауҙы яҡшыртмаһағыҙ, өҫкә кейем бирмәһәгеҙ — иртәгә эш туҡталасаҡ. Н. Мусин.
3. Нимәнеңдер барышы, булмышы өҙөлөү; тамамланыу. □ Переставать, прекращаться. Бәхәс туҡталыу. Сауҙа туҡталыу. Тын алышы туҡталыу. Уҡыу туҡталыу. Эш туҡталыу. Буран туҡталған. ■ Дошман һөжуме туҡтала. Р Өмөтбаев. [Карам:] Бына шуға беҙ оҙаҡламай һуғыш туҡталырын, уҙебеҙҙең илгә ҡайтып китер көнөбөҙҙөң килеп етерен көтәбеҙ. Н. Мусин. Ҡышҡы сатлама һалҡын көндәрҙә лә кунегеуҙәр туҡталманы. Я. Хамматов. Һуҙ оҙаҡ барҙы, Әлибай ҡайтып кергәс кенә туҡталды ул. Ғ. Ибраһимов.
541