Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 542 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠТАЛЫШ
4. Килеп төкәлеү, төкәлеп ҡалыу. □ Кончаться, заканчиваться. Һуҡмаҡ туҡталды. ■ Беҙҙең позицияның ҡайҙан башланып, ҡайҙа туҡталыуы тураһында бер нәмә лә аңламайбыҙ. Д. Юлтый.
5. Килеп тотолоу, тотолоп ҡалыу; тотҡарланыу. □ Задерживаться, задержаться. // Задержка. ■ Һис бер урында куңел туҡ-талырлыҡ куренеш юҡ. Д. Юлтый. Фәниәм, ҡәҙерлем, Фәниәм, ҡарашың кемдәрҙә туҡталды? М. Илбаев. • Аҡыллы ир шул булыр: ҡулындағын алдырмаҫ, кеше һайын туҡталып, юҡ һуҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ. Мәҡәл.
ТУҠТАЛЫШ (Р.: остановка; И.: stop; T: durak) и.
1. Эш-хәрәкәттәге ваҡытлыса туҡтап торған ара. □ Остановка. Оҙайлы туҡталыш. Туҡталыштың сәбәбе нимәлә? ■ «Быныһы — һуңғы туҡталыш», — тип аңлатты гид. И. Ғиззәтуллин.
2. Пассажирҙарҙы ултыртыу йәки сығарыу өсөн тәғәйенләнгән махсус урын. □ Остановка (место посадки и высадки пассажиров). Автобустар туҡталышы. Туҡталыш яһау. Туҡталыштарҙы иғлан итеу. ■ Әле генә уткән поездан төшкән ҡатын-ҡыҙҙар, кунәктәрен шалтырлатып, арҡаларына йөкмәгән тоҡтары менән бер-береһенә һу-ғылғылап, ултырышырға яйһыҙлап, автобус туҡталышында зыҡ ҡубалар. Б. Бикбай. Автобус яҡынлашыуын куреп, Заһит туҡталышҡа ҡарай атланы. Яр. Вәлиев. Цирк бинаһынан сыҡҡас, ҡыҙҙар, төнгө саф һауаға кинәнеп, алдағы туҡталышҡа тиклем йәйәу атларға булдылар. М. Садиҡова. Ҡыҙҙар, трамвайға һикереп менеп, икенсе туҡталышта төштөләр ҙә ары атланылар. Н. Мусин.
3. Ял итеү, ашап алыу, ваҡытлыса туҡталып ҡунып китә торған ҡаланан йәки ауылдан ситтәге урын. □ Стоянка; перевал. Туристар туҡталышы, һалсыларҙың киләһе туҡталышы Ағиҙел буйында урынлашҡан Яңы Монасип ауылы эргәһендә буласаҡ.
ТУҠТАР (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡара табын ырыуы араһы. □ Родовое подразделение башкир племени кара-табын. Туҡтарҙар йыйыны. Туҡтарҙар шәжәрәһе.
ТУҠТАТТЫРЫУ (туҡтаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. туҡтатыу, понуд. от туҡтатыу. М Корпус бер аҙ кутәрелгәс, Аҡбулат динамоны туҡтаттырҙы. Ғ. Дәүләтшин. Анау Солтан молотилканы тын алырға ла туҡтаттырмай. 3. Ураҡсин. «Закон ни тиклем генә ҡаты булмаһын, халыҡ быуындан быуынға кусә килгән ғәҙәткә һаман тоғро», — тип уйлаған Ҡаһым, ҡыйыҡһыҙ иҫке өй тәңгәлендә аттарҙы туҡтаттырып, кырандастан төштө. Я. Хамматов.
ТУҠТА, ТУҠТА (Р: погоди-ка; И.: stop now, just a moment; T.: dur dur, bir saniye) инш.
Нимәгәлер үҙеңдең иғтибарыңды тупларға теләгәндә әйтелә. □ Погоди-ка; стоп (вводное слово; употребляется при сосредоточении внимания на чём-л.). Туҡта, туҡта, был ни? ■ Туҡта, туҡта: был бит — мин [Садрислам] (әсәйем, туғандарым, ауылдаштарым өсөн уле кеше!) уҙ аяҡтарым менән Ҡарамалыға ҡайтып киләм! Ш. Бикҡол. «Туҡта, туҡта, шул Аҡҡаш берәй әмәлен тапмаҫмы?» — тип, уны саҡыртып килтерәләр. Б. Бикбай.
ТУҠТАТЫЛ ЫУ ( туҡтатыл-) ҡ. йөкм. ҡар. туҡтатыу, понуд. от туҡтатыу. ■ Аттар туҡтатылды, барсаһы, Харис бабай янына килеп, боланды куҙәтә башланы. Ғ. Аллаяров. Финанс тупламалары етерлек булмау сәбәпле, бынан һуң мобилизация туҡтатыла. Р. Байымов. Ер ҡаҙыу эштәре туҡтатылды. Ә. Бикчәнтәев. «Ядро шартлатыуға әҙерлек туҡтатыла», — тип уҡыны ул [командир] һәм ашығып куҙ йугертеп сыҡты. Д. Бүләков. Урындың ентекле, фәнни яҡтан грамоталы геологик картаһы төҙөлөр, идаралыҡта уның менән танышҡас, әгәр кәрәк тапһалар, был тирәне ныҡлап тикше-реу өсөн экспедиция тәғәйенләрҙәр, бәлки, эҙләнеу эштәре бөтөнләйгә туҡтатылыр. Н. Мусин. Салих еңел һуланы, әңгәмәнең туҡтатылыуына шат ине ул, арығанлыҡ уҙен һиҙҙерә. Ғ. Хисамов.
542