Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 543 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠТАУ
ТУҠТАТЫУ (туҡтат-) (Р.: останавливать; И.: stop; T.: durdurmak) ҡ.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер алға йүнәлгән хәрәкәтен киҫеү. □ Останавливать, остановить. Машинаны туҡтатыу. ■ Бригадир ағай атын Таһирҙың йорто эргәһенә туҡтатты. Р. Байбулатов. Уҙған йыл Мәскәү янында фашисты туҡтаттыҡ. И. Ғиззәтуллин. Йәш һунарсы уның [лётчик-тың! ҡаршыһына сығып, юлын туҡтатты. X Мохтар. Гәүһәр дилбегәне тартты һәм юртып барған айғырҙы туҡтатты. И. Абдуллин.
2. Эш-хәрәкәттән тындырыу; туҡтатып куйыу. □ Остановить, приостановить; прекращать. Ашауҙан туҡтатыу. Бейеүҙән туҡтатыу. Моторҙы туҡтатыу. Сәғәтте туҡтатыу. Эште туҡтатыу. ■ Халыҡ наказы рәүешендә улар съезға ер һәм мө-һәжир мәсьәләһен, йәғни ер һатыуҙы, ситтән күскенселәр килтереп ултыртыуҙы туҡтатыу, тартып алынған ерҙәрҙе, көтөүлектәрҙе, урмандарҙы, сабынлыҡтарҙы төп хужаларына кире ҡайтарып биреү талаптарын алып килгәйне. Р. Байымов. Залда талғын ғына яңғыраған музыка ыңғайына уйланып ултырған Ринат приёмнигын ҡапыл туҡтатты ла үҙ бүлмәһенә тарих китаптарын уҡырға инеп китте. Р. Байбулатов. • Бер тин биреп йырлатҡайным, мең һум биреп туҡтата алманым. Әйтем.
3. Нимәнеңдер барышын, ағышын өҙөү. □ Прекращать, прекратить; прерывать. // Прекращение. Эште туҡтатыу, һуғышты туҡтатыу. Бәхәсте туҡтатыу. Уҡыуҙы туҡтатыу. Дәресте туҡтатып тороу. ■ Йыйылыш рәйесе Йәғәфәров бер нисә тапҡыр графинға һуғып та ҡараны, һис кемде туҡтатырлыҡ түгел. Д. Бүләков. Хәживәли бик аҡрын ғына итеп гармунын туҡтата. И. Абдуллин. Завод идараһы ашығыс саралар күрҙе: заводты тиҙерәк ремонтҡа туҡтатырға, сөнки заказдар бөткән. Ж. Кейекбаев. Зәки Вәлиди Наливкиндың бәхәсте туҡтатыу ишараһын ҡабул итмәне. Р. Байымов. Инде батырҙарҙың көстәре тиң булыуын күргән хан да, йыйылған халыҡ та
көрәште туҡтатырға ҡушалар. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ТУҠТАУ (туҡта-) (Р: останавливаться; И.: stop; T.: durmak) ҡ.
1. Алға йүнәлгән хәрәкәтте киҫеү. □ Останавливаться, остановиться. // Остановка. Барып туҡтау. Етеп туҡтау. Килеп туҡтау. Туҡтап ҡалыу. Туҡтап тороу. Китеп барған ерҙән туҡтау. Ауыл һайын туҡтау. ■ Кинйә сығыуға ҡапҡа төбөнә аттар килеп туҡтаны. Ғ. Ибраһимов. Йылдар үткән һайын, һәр туғайҙы тәү күргәндәй, килә туҡтағы. Р. Бикбаев. Бәхеткә ҡаршы, һыбайлылар оҙаҡ туҡтаманы. 3. Биишева. Машина ҡупшы тирбәлеп туҡтай һәм флейта тауышын хәтерләткән тауыш менән килеүен белдерә. Ә. Вәли. Зәлифә аттың туҡтауын да көтмәй, кырандастан һикереп төштө. Ғ. Дәүләтшин. Танк бер аҙ килә лә туҡтай, бер аҙ килә лә туҡтай. Ә. Бикчәнтәев. Кайһы бер ат теҙгенде тартҡанға туҡтай, ҡайһы берҙәре теҙгенде бушатҡанға аҙымын аҡрынайтырға, туҡтарға өйрәтелгән. И. Абдуллин. Сөнәғәт туҡтап хәл алды һәм артына ҡайырылып ҡараны. Ж. Кейекбаев. [Алпамыша:] Ошо ҡыр ҡаҙҙарының береһе генә туҡтаһын ине, ҡанаттарына хат яҙыр инем! «Алпамыша».
2. Эш-хәрәкәттән тыныу. □ Переставать, перестать; прекращаться, прекратить. Ашауҙан туҡтау. Бейеүҙән туҡтау. Уйындан туҡтау. Эштән туҡтау. ■ Машина йыш туҡтай башланы. Б. Дим. Кыҙырас, берәй эш эшләгәндә, кешенең ҡарап тороуын яратмай, эштән туҡтай ҙа ҡуя ине. 3. Биишева. Карттар күҙ яҙыу менән малайҙар туҡтап һабан көйләргә тотоналар. Ж. Кейекбаев. Беҙ пекарняла үҙ сменабыҙҙы тултырып, ял итергә туҡтағайныҡ. Т. Йәнәби. Кояш байып барғанда, ауыл халҡы, һый-хөрмәт күрһәткәне өсөн хужаға рәхмәт әйтеп, ҡайтышырға ғына торғанда, таныш булмаған бер аҡһаҡалдың килеп төшөүен күреп, таралыуҙан туҡтап ҡала. «Ҡуҙыйкүрпәс». • Намыҫы бар урламаҫ, намыҫһыҙы туҡтамаҫ. Мәҡәл.
543