Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 544 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠТАУҺЫҘ
3. Нимәнеңдер барышы, булмышы өҙөлөү. □ Останавливаться; прекратиться. // Остановка. Сауҙа туҡтау. Уҡыу туҡтау. Эш туҡтау. К Ерҙе күкрәгенә ҡыҫып тынып ҡалған оло диңгеҙ уртаһында ниндәйҙер серле сәбәп менән елкәнле карап та туҡтап ҡалған. 3. Биишева. Изге тау итәгендә ағым йылға — мәңге туҡтамаҫ һыу. Ғ. Ибраһимов.
4. Нимәнеңдер барышы тыныу; туҡтап ҡалыу. □ Затихнуть, замолкнуть. Бәхәс туҡтау. Тауыш туҡтау. Атыш туҡтау. М Ҡапыл башланған аҡман-тоҡман бураны шулай уҡ ҡапыл туҡтаны. Ф. Иҫәнғолов. Поезд тауҙарҙы урап-әйләнеп сапты-сапты ла ҡапыл, тыны бөткән кеше һымаҡ, туҡтап ҡалды. И. Абдуллин.
5. Ваҡытлыса килеп урынлашыу. □ Останавливаться, временно располагаться. Ҡунаҡханала туҡтау. Ял итергә туҡтау.
■ «Ярай, Табанлыкулде сыҡҡас та туҡтарбыҙ», — тине Рәзиф. Р. Ғабдрахманов. [Закир:] Отряд төнгө ялға туҡтау алдынан тоттом да өйгә ҡарай һыҙҙым. 3. Биишева. Ана шунан Туҡтағолдар алаһы ҡуйҙарын алып, ҡаҙаҡ йәйләүҙәре эргәһендә ҡуна-ҡуна, ҡайтып килгән сағында, тағы бер ҡуналҡаға туҡтағандар икән. Ғ. Ибраһимов. Имештер, бал ҡорттары геүләп, сәскәләре шыбырлашып, шишмәһе сылтыраған ерҙә ял итергә туҡтаған. Т. Ғарипова.
♦ <Бер> туҡтамай өҙлөкһөҙ; туҡтауһыҙ. □ Беспрестанно, безостановочно. Бер туҡтамай һөйләү. Туҡта<ғыҙ> әле 1) кешене ебәрмәй торорға теләгәндә йәки туҡтатып торғанда әйтелә. □ Не торопитесь; погодите.
■ «Туҡтағыҙ әле, Фатима! — Ҡадир уның сумаҙан күтәргән ҡулынан ҡыҫып тотоп алды. — Иртәгә үҙем оҙатып ҡуйырмын». Б. Бикбай. «Туҡта әле, Ғөбәй, арба хаҡында һуңынан һөйләшерһең», — тине Хәбир ҡарт. Ә. Вәли. Туҡта әле, ағай, ашыҡма. Үҙе ҡасып барған отрядтан ҡасмай ни бар? 3. Биишева. Туҡта әле, кешегә һөйләргә бир! Д. Бүләков; 2) бер нәмәгә кешенең иғтибарын тартырға теләгәндә әйтелә. □ Одну минуту, подождите. ■ [Инспектор:] Шәхми ағай, һин, Ғәләү ҡустым, туҡтағыҙ әле, һеҙ мине кем тип уйлайһығыҙ? Т. Йәнәби; 3) инш. бер нәмәгә
үҙеңдең иғтибарыңды тупларға теләгәндә әйтелә. □ Погоди-ка (употребляется для сосредоточения внимания на чём-л.). ■ Мөхлисә, Мөхлисә... Туҡта әле, ниндәйерәк ине һуң әле ул? М. Тажи.
ТУҠТАУҺЫҘ I (Р.: безостановочный; И.: incessant; T: aralıksız) с.
Өҙлөкһөҙ, бер ҙә туҡтамаған. □ Безостановочный, беспрестанный, беспрерывный. Туҡтауһыҙ хәрәкәт. Туҡтауһыҙ тауыш. Туҡтауһыҙ янауҙар.
ТУҠТАУҺЫҘ II (Р: безостановочно; И.: nonstop; T.: durmadan) р.
Өҙлөкһөҙ, туҡтамаҫтан, туҡтамайса. □ Безостановочно, беспрестанно, беспрерывно. Туҡтауһыҙ ағыу. Туҡтауһыҙ алға барыу. Туҡтауһыҙ үтеп тороу. Туҡтауһыҙ эшләү. Туҡтауһыҙ яуыу. Туҡтауһыҙ кәңәшмә үткәреү. ■ Өшөмәҫ өсөн Алпар сана тирәһендә туҡтауһыҙ йөрөштөрҙө. Ғ. Ибраһимов. Ашағансы-эскәнсе көн үтә лә китә, туҡтауһыҙ аяҡ өҫтө йөрөлә, эштән бушаған минут юҡ. Ә. Бикчәнтәев. Ҡариҙел түбәненән туҡтауһыҙ үҙәк өҙгөс елдәр иҫә. М. Ғиләжев. Кәрәк һаҡаллы ҡарт туҡтауһыҙ йәше ағып торған сепек күҙҙәрен һөрттө. Б. Бикбай. Иренһеҙ генә уймаҡтай ауыҙға туҡтауһыҙ көлөү бер ҙә килешмәй. Т. Ғиниәтуллин. Болоттар көн оҙон күк йөҙөн болартып, ҡаралтып торҙолар һәм шунан ямғырҙы туҡтауһыҙ силәкләп ҡойҙолар, ҡойҙолар. Р. Назаров. Кәкүк туҡтауһыҙ оҙаҡ саҡырһа — һылыу кейәүгә, әҙ генә саҡырһа — яман кейәүгә. Йола фольклорынан.
ТУҠ-ТУҠ, туҡ та туҡ (Р: тук-тук; И.: rat-tat; T: tak tak!) оҡш.
Ҡаты нәмә менән ҡатыға ҡабат-ҡабат һуҡҡанда туҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Тук-тук (звукоподражание короткому отрывистому удару, стуку). Туҡ-туҡ һуғыу. Туҡ-туҡ итеү. Туҡ-туҡ килеү. Туҡ та туҡ баҫыу. ■ Туҡ-туҡ килеп бик оҙаҡ эшләне атаһы ул көн. Р. Байымов. Үксәләре менән туҡ-туҡ баҫып, башын ата ҡаҙ һымаҡ күтәреп, ҡулдарын йыш-йыш һелкеп, ҡуҡырайып китеп бара [Әлфиә]. И. Абдуллин. Хаммат улының был ҡыйыу фекеренә ни тип яуап бирергә уйланып ҡалған арала,
544