ТУҠҺАН
кемдер сабырһыҙланып ишек ҡаҡты: «Туҡ-туҡ!» 3. Биишева. Әсләм йоҡларға ғына ятҡайны, «туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ-туҡ» итеп, әкрен генә тәҙрә шаҡынылар. Р. Ғабдрахманов. Бабай яңынан иҙән буйлап атланы: туҡ-туҡ, туҡ-туҡ. Й. Солтанов. Бәпкәләр ашыға-ашыға ҡыҙыл суҡыштары менән табанан валсыҡ суҡыйҙар: туҡ-туҡ, туҡ-туҡ. Ф. Чанышева.
ТУҠТЫ (Р.: ягнёнок; И.: ewe, amb; T.: kuzu) и.
Һарыҡ бәрәсе. □ Ягнёнок. ■ Ҡалған аҡсаһына ул [Аҡназар] .. өлкән мал ала алмағанға, ике туҡты, бер өлкән ҡуй һатып алды. Ғ. Дәүләтшин. Ҡайнағаң торғас, Аса-тайға әйтеп килерһең: көтөу енә барып, берәр туҡты тотоп ҡайтһын, һуйып алырбыҙ. Һ. Дәүләтшина. • Байҙың мең һарығы араһында ярлының йәтим туҡтыһын буре алған. Мәҡәл.
ТУҠТЫБАЙ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡара табын ырыуы араһы. □ Родовое подразделение башкир племени кара-табын. Туҡтыбайҙар йыйын уткәрә. Туҡтыбайҙар шәжәрә төҙөй.
ТУҠҺАН (Р: девяносто; И.: ninety; Т.: doksan) төп һ.
1. Туғыҙ тиҫтә, һикһән туғыҙҙан һуң килгән һан, 90-ға тиң иҫәп. □ Девяносто. Туҡһан йәш. Туҡһан метр. Туҡһан баш мал. ■ Иң яҡын станцияға тиклем туҡһан километр! Ә. Бикчәнтәев. Хәҙер, моғайын, туҡһанға етеп барған был ҡарт имәндәй ныҡ. X. Зарипов. Боронғолар: «Ир кеше иллелә — ил ағаһы, алтмышта аҡһаҡал булыр, етмештә ерән төлкөгә әйләнер, һик-һәндә һикереп атҡа менә алмаҫ, туҡһанда туңҡайып китер», — тигәндәр бит. 3. Биишева. Туҡһандың өҫтөнә сыҡҡан Ҡесе инәйем бер иртәлә утә бойоҡ куренде. М. Кәрим. Бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ беренсе йылдың июленән декабрь айына саҡлы Украинанан, Әзербайжандан, Белоруссиянан, Ленинград-тан, Мәскәуҙән һәм башҡа әлкәләрҙән ике мең биш йөҙ туҡһан өс предприятие Башҡортостанға кусерелде. Я. Хамматов. Ҡәкук
кенә саҡырһа, яҙҙар була, йәш ғумерҙең утеуе йәл була; һикһән генә туҡһан, йөҙ йыл ғумер бер минутҡайҙарҙан аҙ була. Халыҡ йырынан. Берҙән-бер көндө туҡһан йәшлек Аҡкубәк хандың һикһән йәшлек әбейе ул тапты, ти. «Алпамыша». • Туғыҙыңда ни булһа, туҡһаныңда ла шул булыр. Әйтем. Туҡһан ауыҙ һуҙең булһа, тубыҡтай төйөнөң булһын. Мәҡәл.
2. миф. Байлыҡ, муллыҡ, күплек билдәһе. □ Символ множества, изобилия. Я Туҡһан арба тары бир. Йола фольклорынан. Алла исемен туҡһан мең тапҡыр әйтеп, былбылдарға ҡушылып, уңға-һулға осһам булмаймы? Ә.-З. Вәлиди.
♦ Туҡһан туғыҙ бик күп. □ Очень много, бесчисленно. Туҡһан туғыҙ тапҡыр әйтеу. Туҡһан туғыҙ улем. ■ Эй, изге Тәңребеҙ, шулай мәңге беҙҙе уҙеңдең яңы нурҙарың, йылың менән ҡыуандыр, беҙҙән ҡалған балаларыбыҙҙы, ете быуыныбыҙҙы, унан аҙаҡ ҡырҡ быуыныбыҙҙы, туҡһан туғыҙ быуыныбыҙҙы кинәндерһәнә! 3. Ураҡсин. Эйе, ҡымыҙ туҡһан туғыҙ ауырыуҙан дауалай! Я. Хамматов. Машиналарҙы, орудиеларҙы, башҡа бөтә мөлкәтебеҙҙе эшелондан бушатҡас, «уҙ тәгәрмәстәребеҙҙә» туҡһан туғыҙ саҡрым барып (ҡыҙыҡ бит: йөҙ тугел, туҡһан туғыҙ!), маршта килгән ыңғайҙа уҡ һуғышҡа инергә тейеш инек. Ш. Бикҡол. Был йорттоң исеме генә туғыҙ ҡат, ә шунда торған кешеләре араһында куҙгә куренмәгән туҡһан туғыҙ ҡаты бар уның! Т. Сәғитов. Туҡһан туғыҙлы еңел аҡыллы, иҫәрерәк (кеше тураһында). □ Придурковатый. ■ Ҡыҙығырак холоҡло булғанлыҡтан, ауыл балалары араһында Фә-ритте туҡһан туғыҙлы тип йөрөтәләр ине. Ф. Ғәлимов. Туҡһан ямау, ҡырҡ терәү бик ныҡ туҙған, иҫкергән, ватыҡ нәмә тураһында. □ Заплатка на заплатке, опора на подпорке. Мәктәбебеҙ — туҡһан ямау, ҡырҡ терәу тип, депутаттан ярҙам һорарға булдыҡ. <Үҙ> туҡһаны туҡһан кеше фекерен иҫәпкә алмайынса, дөрөҫ булһа ла, булмаһа ла, үҙ һүҙен ҡабатлап тороусы. □ О человеке, который твердит только своё. Я Ғәлиҙең уҙ туҡһаны туҡһан икәнен, һуҙенән кире
18 - 1.0037.16
545