Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 546 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠҺАНЛАП
ҡайтмаҫын яҡшы белгәнлектән, ҡарышып торманым. Р. Ханнанов. Әммә уның [Шашҡындың] уҙ туҡһаны туҡһан ине. С. Поварисов.
ТУҠҺАНЛАП I (Р.: около девяноста; И.: about ninety; T.: doksan civarında) сама һ.
Туҡһанға яҡын, туҡһан самаһы. □ Около девяноста. Туҡһанлап кеше. Ғаризаға туҡһанлап кеше ҡул ҡуйған. ■ Минең кеуек еуеш танауҙар һаны туҡһанлап артҡандыр, хатта йөҙгә лә тулғандыр, — тип йырымды башланым. Ә. Бикчәнтәев. Тимәк, Бикбауға туҡһанлап йыл була ғына тугел, теп-теүәл йөҙ ҙә туҡһан биш йыл. Р. Солтангәрәев.
ТУҠҺАНЛАП II (Р: по девяносто; И.: by ninety each, ninety each; T.: doksan doksan) бул. һ.
Һәр береһе туҡһанға тиң. □ По девяносто. Туҡһанлап булеу. Туҡһанлап таратыу.
ТУҠҺАНЛАУ (туҡһанла-) (Р: делать, говорить только своё; И.: do one’s own business; T.: bildiğini okumak) ҡ. һөйл.
Үҙендекен эшләү, һөйләү. □ Делать, говорить только своё. Үҙ туҡһанын туҡһанлау. ■ Ә егет менән ҡыҙ, бер кемгә лә, бер нәмәгә лә иғтибар итмәйенсә, уҙ туҡһандарын туҡһанлайҙар. М. Садиҡова.
ТУҠҺАНЫНСЫ (Р.: девяностый; И.: the ninetieth; T.: doksanıncı) рәт һ.
Урын тәртибе 90 менән билдәләнгән. □ Девяностый. Туҡһанынсы урын. Туҡһанынсы йыл. Туҡһанынсы йәш. Туҡһанынсы йорт. ■ Бер мең ете йөҙ етмеш икенсе йылда өс меңдән артыҡ кешене берләштереусе башҡорт корпусы Польшалағы боланы тарҡатты, бер мең ете йөҙ туҡһанынсы йылда Михаил Илларионович Кутузов командалығындағы Финляндия ғәскәренә ярҙамлашыу өсөн ике мең һыбайлы башҡорт отряды тынғыһыҙ Прибалтикаға оҙатыла һәм унда тәртип урынлаштырыуҙа файҙаланыла. Я. Хамматов.
ТУҠҺАНЫШАР (Р: по девяносто; И.: ninety each; T.: doksan doksan) бул. һ.
Һәр береһе туҡһанға тиң. □ По девяносто. Туҡһанышар метр. Аҡсаны туҡһанышар һумдан булеу. ■ Андрей Ивановичтың
сиҙәмгә сәселгән тарыһы ла, туңға һөрөп сәскән бойҙайы ла дисәтинәһенә туҡһанышар боттан артыҡ уңыш бирҙе. Р. Өмөтбаев.
ТУҠҺЫНЫУ (туҡһын-) (Р: довольствоваться малым; И.: be content with little food; T.: kanıklanmak) ҡ.
Аҙ ашҡа ла туйыу; үҙеңде туҡ һиҙеү. □ Довольствоваться малым (скудной едой); чувствовать сытость. Юҡҡа ла туҡһынып йөрөу. ■ Тәҙрәкәй төбө гөл дә емеш, ашағым да килмәй туҡһынып. Халыҡ йырынан.
ТУҠҺЫРАУ (туҡһыра-) (Р: наедаться;
И.: eat one's fill; T.: doymak) ҡ. һөйл.
1. Туйыу (4), биҙеү. □ Наедаться, насыщаться, пресыщаться. Балалар тауышынан туҡһырау.
2. ҡар. туйыныу 4. Ер туҡһыраған.
ТУҠҺЫРЫУ (туҡһыр-) (Р: объесться;
И.: overeat; T.: fazla yemek) ҡ. һөйл.
Артыҡ ашау, ныҡ туйыу. □ Объесться, переесть (преимущественно о животных). Буреләр туҡһырған. Тамам туҡһырыу.
ТУҠШЫРМА (Р.: любящий укутываться; И.: fond of dressing warm; T.: bürünerek yürüyen) с. һөйл.
Төрөнөп йөрөүсе, ян-яҡтан уранып йөрөргә яратҡан. □ Любящий укутываться. Туҡшырма әбей. Туҡшырма кеше.
ТУҠЫҒЫС (Р: мутовка; И.: whisk; Т: tokmak) и. һөйл.
Шыйыҡ ҡамыр, ҡатыҡ һ.б. туғыу, болғатыу өсөн ҡулланылған ағастан эшләнгән болғауыс; туҡыуыс. □ Мутовка (предмет кухонной утвари). Туҡығыс менән ҡоймаҡ туғыу. Туҡығыс төйөр ҡалдырмай.
ТУҠЫЛДАТҠЫЛАУ (туҡылдатҡыла-) (Р.: стучать; И.: give a knock; T: takırdamak) ҡ. һөйл.
Нимәгәлер туҡ-туҡ итеп йыш-йыш һуғыу; туҡ-туҡ иткән тауыш сығарыу. □ Стучать, постукивать. ■ Таяғы менән күтәрмәгә туҡылдатҡыланы, уйланып торҙо, тирә-яҡты бик тә ентекләп күҙәтте. Р. Низамов.
ТУҠЫЛДАТЫУ (туҡылдат-) (Р: стучать во что', И.: knock on; T: takırdamak) ҡ.
Туҡ-туҡ иттереү, туҡ-туҡ килтереү. □ Стучать во что. Ишек туҡылдатыу. Тәҙрә туҡылдатыу. ■ Һүҙҙәрҙе телеграфист ап
546