Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 547 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠЫЛЫУ
паратта туҡылдата башланы. Р. Ниғмәти. Ҡайҙалыр алыҫтараҡ тумыртҡаның ҡыу ағасты туҡылдатҡаны ишетелде. Н. Мусин. Туҡылдатты, шылтырмағына баҫты, яуап биреүсе юҡ. Д. Бүләков. Шылтыратыусы кеше, ҡыңғырау менән генә алдыра алмағас, туҡылдатырға тотондо. И. Ғиззәтуллин. Сөләймән Сәғитович һүҙҙең икенсе төрлөгәрәк әйләнеп китеүен оҡшатмайы-раҡ, ҡулындағы ҡәләмен өҫтәлдәге ҡалын быялаға сабырһыҙ туҡылдатып яуап бирҙе. Ш. Янбаев. Өс тапҡыр рәттән туҡылдатырға ла, тыңлап торғандан һуң, йәнә оҙаҡ итеп ҡағырға. И. Абдуллин. Директор, урынына ултырып, ҡәләме менән өҫтәлгә туҡылдатып алды. Р. Байбулатов. Күрәләтә, ниҙер яҙған булып, машинкаһын туҡылдатып ултырҙы. Ә. Бикчәнтәев. Ул ҡыҙарынып-бүртенеп, таяғы менән иҙәнгә туҡылдатты. Ғ. Ибраһимов.
ТУҠЫЛДАУ (туҡылда-) (Р: стучать чем; И.: knock with; T.: şakırdamak) ҡ.
Туҡ-туҡ итеү, туҡ-туҡ килеү. □ Стучать чем. // Стук. Сүкеш менән туҡылдау. М Нисәмә сәғәт ат өҫтөндә һеңкеп килеүҙән, төнгө шомло тынлыҡтан һәм өҙлөкһөҙ тояҡ туҡылдауынан Сергейҙың уй-хистәре бөтөнләй ойоғайны. И. Абдуллин. Ниңә ул туҡылдау йылдар ҡатламы аша килгән ғәзиз сеңләүҙе бүлдерә? Ә. Байрамов. Уңарсы соланда таяҡ туҡылдағаны ишетелде, Хашим ишек асты, .. айҙай балҡып, Көнһылыу килеп инде. Т. Ғарипова. Уның [электр станцияһының] туҡылдауы һалмаҡ һәм мөһабәт сыға. А. Карнай. Уның итек үксәһенә ҡағылған тимер дағаһының асфальтҡа туҡылдап бәрелгән тауышы алыҫлаша ғына барҙы. Н. Мусин. Тәгәрмәстәр талғын ғына туҡылдап әйләнде, бишектәгеләй бәүелдерҙе. Й. Солтанов. Яңғыҙ тумыртҡа туҡылдауы әллә ҡайҙарҙан ҡолаҡҡа салына. С. Шәрипов. Колаҡ төбөндә сиңерткә сырлауы, йырын ярына янтайған ҡыу ағаста тумыртҡа туҡылдауы уны, төш ҡосағынан әрсәләп, ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Ә. Хәкимов. Ниндәй туҡран туҡылдауы ул? А. Мағазов. Туҡмаҡ, ағасҡа һуғылып, туҡылдап тора,
ти. Әкиәттән. • Алты көн утын киҫмәһәң, алты ай туҡылдарһың. Мәҡәл.
ТУҠЫЛДАШЫУ (туҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. туҡылдау, взаимн. от туҡылдау. Туҡылдашып ултырыу. ■ Тәгәрмәстәрҙең бер көйгә туҡылдашыуы, ҡар менән ҡапланған урман һыҙаттары менән киҫкеләнгән яландар, .. телеграф башында өшәнеп ултырған ала ҡарғалар — бөтәһе лә күңелгә шом һалған кеүек ине. Й. Мостафин. Соловьёвты туҡылдашып ултырыу ҡәнәғәтләндермәне, ахырыһы, бер нисә минуттан һүҙ башланы. А. Мағазов. Тәгәрмәстәрҙең рельс араларына төшөп туҡылдашыуы аҫтында Ярлыҡаев, нисәнсе тапҡыр инде, үҙ тормошон ҡапыл икенсе яҡҡа бороп ебәргән ваҡиғаны, уның сәбәптәрен һәм эҙемтәләрен хәтеренән үткәрҙе. Б. Рафиҡов.
ТУҠЫЛДЫҠ (туҡылдығы) и. диал. ҡар. тумыртҡа. ■ Ағас башы туҡылдыҡ, туҡый-туҡый туҡ булдыҡ. Йомаҡ. Утыҙ ике туҡылдыҡ, бер мыймылдыҡ. Йомаҡ.
ТУҠЫЛЫУ I (туҡыл-) ҡ. төш. ҡар. туҡыу I. страд, от туҡыу I. Туҡылған тауар, һәйбәтләп туҡылған келәм. Ошо ваҡ бөртөктәрҙән туҡыла аҡ балаҫтар. К Гөлгөнә һикегә киндерҙән туҡылған ашъяулыҡ килтереп йәйҙе. М. Ғәли. һикегә иҫке сепрәктән туҡылған балаҫ йәйелгән. М. Ғафури. Мәли-кә Әйүпкә эйәреп Мәскәүҙән киткән сағында бары туҡылған бәләкәй келәмен генә алды үҙе менән. Т. Ғарипова.
ТУҠЫЛЫУ II (туҡыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. туҡыу II. страд, от туҡыу II. Туҡылған ҡатыҡ. Ҡаймаҡ туҡылып бөттө. Ҡоймаҡ төйөрһөҙ туҡылды.
2. күсм. Ҡабат-ҡабат әйтелеү; күп тапҡырҙар ҡабатланыу. □ Много повторяться; быть постоянно повторяемым. Күп тапҡырҙар туҡылды инде был һүҙҙәр.
3. күсм. Эшләнеү, тыуҙырылыу, барлыҡҡа килтерелеү; ижад ителеү. □ Создаваться, твориться; соткаться; быть составленным из чего -л. Поэма күркәм һүҙҙәрҙән туҡылған. ■ Туҡылғандар хистәр, ышаныстар, тупланғандар аҡыл-белемдәр. Р. Бикбаев. Шиғырҙарың нурҙан туҡылғанмы, әллә
18*
547