ТУҠЫМ
ҡойолғанмы көмөштән? А. Игебаев. Был [лирик поэма] тормош һулышының шағир йөрәге аша уткән һәм шағир тойғоларынан туҡылып эшләнгән йәнле образы булып кутәрелде. М. Ғәли.
ТУҠЫМ (Р.: чепрак; И.: saddle-cloth; T.: çaprak) и.
1. Эйәр аҫтына һала торған япма. □ Чепрак, подкладываемый под седло. Эйәр аҫтына туҡым һалыу. ■ Эйәр туҡымы дәумә-лендәй болот куҙгә салынамы? Ә. Хәкимов.
2. Эйәр аҫтындағы бөтә булған япма. □ Потник. ■ Сыңғыҙхан, тушәк урынына туҡым йәйеп, баш аҫтына эйәр һалып, ҡаҡ ерҙә йоҡлаған. Ә. Хәкимов. Куҙыйкурпәс, .. аҫтына туҡым тушәп, башы аҫтына купсек һалып, татлы йоҡоға сума. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
3. диал. Тантаналы ваҡиғаларҙа аттың өҫтөнә ябыу өсөн биҙәкләп эшләнгән япма; кейеҙ. □ Нарядная попона для лошади во время торжеств. Биҙәкле туҡым. Матур туҡым, а Хажиәхмәт ҡата кейгән аяғын өҙәңгегә тейҙерер-тейҙермәҫтән, биҙәкле туҡымға эйәрләнгән атына яйлы ғына һикереп менде лә юл башлап алға сыҡты. Я. Хамматов. Арҡаһына туҡым һалғас, тай бик һылыу ҡонанға әйләнгән. 3. Биишева. [Айһылыу:] Алтын, көмөш эйәрле, болғар тартҡы айыллы, туҡымдары ынйылы, тибенгеһе сәмсәле. «Урал батыр».
4. диал. Серге; үңлек өҫтөнән эйәр аҫтына һалына торған тышлы кейеҙ. □ Войлок, подкладываемый между седлом и потником. ■ Уны ике һөңгөгә туҡым беркетеп, әллә нисә елән йәйеп яһалған кусермәк өҫтөнә ятҡырҙылар. Ә. Хәкимов. Туры бейәнең ҡолоно йугән кейҙергәндә — ҡонан, туҡым һалғанда — дунән, эйәр һалғанда толпар булды, ти. Әкиәттән.
ТУҠЫМА (Р.: ткань, И.: cloth, fabric; T.: dokuma) и.
1. Туҡылған тауар. □ Ткань, материя; полотно. Ебәк туҡыма. Йөн туҡыма. Капрон туҡыма. Кизе-мамыҡ туҡыма. Синтетик туҡыма. Туҡыма етештереу. ■ Магазинда уҙемә бик шәп йөн туҡыма һалдырттым.
3. Биишева. Әйуптә йәнә рәссам ҡомары
ҡайнай башланы: ошо килеш кенә туҡымала һынландыр ине был йөҙҙө! Т. Ғарипова. һәйкәлгә ҡапланған аҡ туҡыма елберләп ҡуйҙы ла, шыуып, тубәнгә төштө. А. Мағазов. Ул, буләктәр араһынан эре биҙәкле ебәк туҡыма сығарып, уны әсәһенә һондо. Ә. Байрамов.
2. биол. Бергә берләшеп, бер үк функция үтәгән бер төрлө күҙәнәктәр төркөмө. □ Ткань. Мускул туҡымаһы. Нервы туҡымаһы. Тоташтырғыс туҡыма. ■ һәр кемдеке ярамай, ти: пациент һәм донорҙың ҡан һәм туҡыма төркөмдәре тура килергә тейеш. Й. Солтанов.
3. кусм. Нимәнеңдер йөкмәткеһен, нигеҙен тәшкил иткән нәмә. □ Ткань, основа. Операның музыкаль туҡымаһы. Әҫәрҙең һуҙ туҡымаһы.
ТУҠЫМЫШ (Р: болтушка, И.: swill, mash; T: bir tür çorba) и. диал. ҡар. боламыҡ 1,1.
Ондан ғына болғатып бешергән шыйыҡ бутҡа һымаҡ аш. □ Болтушка (мучная). Туҡымыш бешереу. Туҡымыш ашау. Туҡымыш менән һыйлау.
ТУҠЫРТМА и. диал. ҡар. тумыртҡа. Я [Сергей:] Әле генә баш осонда туҡыртпма-ның туҡылдауын ишеттем. И. Абдуллин.
ТУҠЫТЫУ I (туҡыт-) ҡ. йөкм. ҡар. туҡыу I. понуд. от туҡыу I. Буләккә келәм туҡытыу. Хәҙер йәнең теләгән туҡыма туҡытып алып була. Музей өсөн Миәкә оҫталарынан йөн балаҫ туҡытып алдыҡ.
ТУҠЫТЫУ II (туҡыт-) ҡ. йөкм. ҡар. туҡыу II. понуд. от туҡыу II. ■ Люся ҡом көршәкте тотҡан, өләсәйем унан ҡалаҡ менән ҡаймаҡ туҡыта. Р. Низамов.
ТУҠЫТЫУ III (туҡыт-) (Р: стучать чем', И.: tap; rap; T: ayaklarını yere vurarak dans etmek) ҡ.
Тыпырлатыу. □ Стучать чем; выбивать дробь ногами. Туҡытып бейеу. Оҙаҡ туҡытыу. Туҡыттылар ғына.
ТУҠЫУ I (туҡы-) (Р: ткать; И.: weave; T: dokumak) ҡ.
1. Арҡау менән буйлыҡты аралаш үткәреп, тауар йәки бүтән нәмә эшләү; һуғыу. □ Ткать. // Тканьё. Йөндән туҡыу. Туҡыу
548