ТУҠЫУ
сәнәғәте. Киндер туҡыу. Туҡыу фабрикаһы. Туҡыу комбинаты. ■ Ҡыуана-көлә уның оҫтөнә, алтын суҡтарҙан туҡып, аҫыл таштар менән биҙәп эшләнгән нәфис селтәрҙәр япҡан. 3. Биишева. Ҡыҙына тип супләй башлаған шаршауын туҡып бөтмәксе булды, ләкин ҡулға эш барманы. И. Ғиззәтуллин. Ишек төбөндә яңы сабаталарының табанына ныҡ булһын өсөн сус туҡып ултырған Бикмулла ағайҙың ҡулынан шөшлөһө төшөп китте. Р. Ғабдрахманов.
2. диал. Ҡата рәүешендәрәк итеп, сей йүкәнән аяҡ кейеме үреү. □ Плести (лапти). Сабата туҡыу. ■ Сабата туҡып ултырған томана, ҡырыҫ «ил ағаһы» нәфис кинәйәне ҡабул итмәне, ҡырт киҫте. М. Кәрим. Йәмил аяғына аҡ тула ойоҡ өҫтөнән уҙе көндөҙ генә туҡып бөтөргән сабатаһын эләктереп, өҫтөнә апаһының һырыған фуфайкаһын кейеп, уҙе кеуек егеттәргә эйәреп, аулаҡ өйгә барҙы. Ф. Әсәнов.
3. кусм. Эшләү, тыуҙырыу, барлыҡҡа килтереү; ижад итеү. □ Создавать, творить; соткать; составить из чего-л. И Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре халыҡсан, тәрән йөкмәткеле, аңлайышлы һуҙҙәрҙән туҡылған. Шулай итеп туҡый торғас, бик матур әҫәр килеп сыға. Ғ. Хөсәйенов. • Уҡыу — бәхет туҡыу. Мәҡәл.
ТУҠЫУ II (туҡы-) (Р.: взбалтывать; И.: shake(up); T.: çalkalamak) ҡ.
1. Төйөр ҡалдырмай шыйыҡлау өсөн ҡалаҡ менән ҡағып болғатыу; яҙыу. □ Взбалтывать, взбивать. Ҡаймаҡ туҡыу. Ҡатыҡ туҡыу. Май туҡыу. ■ [Әбей] Арыҫланғәлегә тип әҙерләп ҡуйған ҡатығын әллә нисә ҡабат ҡулына алып туҡыны. Ғ. Дәүләтшин. Ғәйникамал еңгәй, ҡатыҡты туҡып бөтөп, ҡабып ҡараны. Й. Солтанов.
2. Нимәгәлер аралаштырып болғатыу. □ Месить. Йомортҡаға туҡыу. ■ [Зөбәржәт] һөт менән йомортҡаға ғына туҡып ҡойған .. сөсө ҡоймаҡты майҙа йөҙҙөрөп, тәрилкә менән ашъяулыҡҡа ҡуйҙы. 3. Биишева. Әгәр ҙә әсәһе уны уҙе бешерергә әҙерләгән торт өсөн йомортҡа ағын туҡып ҡабартырға ҡушмаһа һәм эше араһында өсөнсө класта
уҡыусы Аркашаның мәктәптәге хәлдәрен һөйләмәһә, Белла уҙ булмәһендә аҡылдан шашыр ине, моғайын. М. Садиҡова. Һөт менән йомортҡаға ғына туҡып, йоҡа ғына итеп ҡойолған майлы ҡоймаҡты Ҡыҙырас элек бик ярата торғайны. 3. Биишева. Кискелеккә йомортҡа һытып, ҡаймаҡ туҡып бешергән кужә өйрәһе куңелгә ятып ҡалды. 3. Ураҡсин.
3. кусм. Ҡабатлап-ҡабатлап әйтеү. □ Говорить, твердить одно и то же. Туҡып тороу. М Зиннәт әсәһенең, ут яҡмаҫҡа ҡушып, ҡат-ҡат туҡыуына ҡараманы, мейескә тоҡандырып ебәрҙе. 3. Ураҡсин. Бөгөн йәнә башҡорт мәртәбәһен юғалтма ла, бәғзеләрҙе киҫәт, тип уҙемә ҡат-ҡат туҡыйым. Т. Ғәниева. Һаман бер һуҙҙе туҡыны Солтан олатай. Б. Ноғоманов. Купме генә туҡыһа ла, Арыҫлан ҡарт Аҫылбикә-нең һуҙҙәренә ҡолаҡ һалманы. Ғ. Ибраһимов. Ҡараған һайын ул миңә ҡыҙғаныс тойола, ә олатай быны тоймай ҙа, бары уҙенең «АБВГДЕ»ларын туҡый бирә. Б. Бикбай.
4. Белеү өсөн ҡайта-ҡайта ҡабатлау. □ Говорить, повторять одно и то же. ■ «Кем һиңә рөхсәт итһен, — тине Хосни, — ҡыҙыҡ ҡына кеше һин, Илбай ағай, уставты купме туҡының, һаман башыңа кермәй». Р. Низамов. Шиғырыңды уҡыным мин, уҡығанды туҡыным. М. Илбаев. Берук, дыуамалланма, — тип һәр һөйләмгә бер нисә «берук»те ҡушып, ҡат-ҡат туҡып хат яҙҙырҙы. 3. Биишева.
5. диал. ҡар. туҡылдау. Турғай тәҙрәгә туҡый. Туҡран туҡый. Ләкин балта тауышы, ни эшләптер, туҡран туҡыған кеуек тоноҡ.
♦ <Үҙенекен йәки бер һүҙҙе> туҡыу ҡабат-ҡабат үҙ һүҙен әйтеү; ныҡышыу. □ Говорить, твердить своё; повторять одно и то же; стоять на своём. Я Заһит һаман уҙенекен туҡыны. Яр. Вәлиев. Унда ла ул Ғиндулла ҡарт уҙенекен туҡыны: «Ҡартайҙым, сәләмәтлегем насарланды, йәштәрҙе уҫтерергә кәрәк», — тине. Н. Ҡотдосов. һуҡыр уҙенекен туҡыр тигәндәй, һәр төрлө яңылыҡҡа ҡуш ҡуллап ҡаршы тороусы
549