Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 550 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠЫУҒЫС
ауылда берҙән-бер шундай уҙ һуҙле кеше ине шикелле ул беҙҙең Мөхәммәтхәйер олатай. М. Садиҡова. Ә ҡыҙ хәлде анрамай, һаман уҙенекен туҡый. Н. Мусин. Ә һеҙ һаман бер һуҙҙе туҡыйһығыҙ. X. Ғиләжев.
ТУҠЫУҒЫС и. диал. ҡар. туҡығыс. Май туҡыуғыс. Махсус ҡамыр туҡыуғысы эшләп сығарғандар.
ТУҠЫУ СТАНЫ (Р.: ткацкий станок; И.: loom; T: dokuma tezgâhı) и.
Киндер, балаҫ, келәм һуға торған стан. □ Ткацкий станок. ■ Туҡыу стандарының бер туҡтауһыҙ гөрөлдәп тороуы нисектер тау шарлауыҡтарын хәтерләтә. Ә. Байрамов. Ҡатын-ҡыҙҙар .. төрлө төҫтәге йөндән кирәгә баштары, ҡурйындар туҡый. Ғ. Ғүмәр.
ТУҠЫУСЫ (Р.: ткач; И.: weaver; T.: dokumacı) и.
Туҡыма эшләгән эшсе. □ Ткач, ткачиха; текстильщик, текстильщица. Келәм туҡыусы. Туҡыусы булып эшләу. ■ Ә һуц туҡыусы ҡыҙ булып ҡояшлы сәскәләр төшкән тылсымлы туҡымалар менән кешене һөйөндөрөу насармы ни? 3. Биишева. Миңһылыу бөгөн бөтә туҡыусыларҙың да эшендә уртаҡ бер кәмселек барлығын асты: туҡыусы беренсе станокты ҡуҙғатып ебәреугә, .. дуртенсеһе, шуреләге арҡау ебе бөтөу сәбәпле, туҡтай, һәм туҡыусы шунда йугерә. Ә. Байрамов. Зөһрә йә вокзалда кургән сиҙәм ерҙәргә ки-теуселәрҙе хәтерләне, йә уҙе менән бергә килеусе туҡыусы ҡыҙҙарҙы куҙәтте. Д. Исламов.
ТУҠЫУ СӘНӘҒӘТЕ (Р: текстильная промышленность; И.: textile industry; T: dokuma sanayii) и.
Киң ҡулланыу тауарҙарын эшләп сығара торған (туҡыма, балаҫ, келәм һ.б. һуға торған) еңел сәнәғәт тармағы. □ Текстильная (ткацкая) промышленность (отрасль народного хозяйства — предприятие, выпускающее товары народного потребления). Туҡыу сәнәғәте предприятиеларына яңы туҡыу стандары алдылар. ■ Туҡыу сәнәғәте предприятиеһының төп етештереу булеге булған урындағы цехтарҙа заманында матур келәмдәр етештерелде. М. Хужин.
ТУҠЫШ (Р: толстый и короткий; И.: thrick and short; T: şişman ve kısa boylu) c.
1. Үҙе йыуан, үҙе ҡыҫҡа. □ Толстый и короткий. Туҡыш бармаҡ. ■ Ҡолондар, бер алға, бер артҡа сығып, инәләренә эйәрҙе, туҡыш ҡына мәрәкә баштарын текә тотоп, .. шым ҡалған аттарға төбәлде: йәнәһе, бына беҙ ҡалай матурҙар! Й. Мостафин.
2. диал. Йыуантыҡ, тәбәнәк буйлы; топош. □ Короткий, низкорослый. ■ Туҡыш Ниғмәтйән ҡарт асыуынан ҡара һаҡалын сәйнәп ултыра ине. Ғ. Хәйри.
ТУҠЫШ ЕЛЕК (елеге) (Р: бедренная кость; И.: femoral bone; T: uyluk kemiği) и. диал.
1. Бот һөйәге. □ Бедренная кость, һыйырҙың алғы туҡыш елеге менән балтыр һөйәген тоташтырған быуыны шешкән. S Снаряд ярсыҡтары Байгилденең бот һөйәген йәнсекләп бөткән. 3. Биишева.
2. Беләктең ҡулбаштан терһәккә тиклемге һөйәге; ҡушар һөйәге. □ Кость предплечья. Туҡыш елеге ауыртып тора. Туҡыш елеге һынған.
ТУҠЫШЫУ (туҡыш ) ҡ.
1. урт. ҡар. туҡыу I, 1, 2. взаимн. от туҡыу 1,1, 2. Келәм туҡышыу. Май туҡышыу. Бәхет туҡышыу.
2. ҡар. төкөү 1. Ҡаты бер нәмәгә ныҡ итеп алып барып туҡышыу. * Вагондар, бер-береһенә туҡышып, стрелкаларҙан шалтыр-шолтор итеп уҙа ла станция сигендәге запас юлда туҡтай. Ә. Хәкимов.
ТУҠ ЭСӘК (эсәге) (Р: толстая кишка; И.: large intestine; T: kalın bağırsak) и. анат.
Эсәктең ас эсәктән тура эсәккә тиклемге йыуан өлөшө; йыуан эсәк. □ Толстая кишка. ■ Билбау аҫты бушағас, ҡарап тороу юҡ, картуф та туҡ эсәк һымаҡ тойола. Б. Бикбай. Ҡуйсы малай бер ҡулына туҡ эсәк, икенсе ҡулына оса майы тотоп һурып йөрөй, ти. «Алпамыша». • Ҡуй көтмәгән — туҡ эсәк еймәгән. Мәҡәл.
ТУЛА I (Р: сукно домотканое; И.: homemade cloth; T.: çuha) и.
Йөндән һуғып, кейеҙләп баҫҡан туҡыма; буҫтау. □ Сукно домотканое. / Суконный. Тула баҫыу. Тула бейәләй. Тула ойоҡ. Тула
550