Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 551 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЛАҠ
салбар. Тула эшләпә. Туланан сәкмән тегеу. ■ Йәйге селлә булыуға ҡарамаҫтан, Сәғи-ҙулланың өҫтөндә билен шәлкем йукә менән быуған һөро тула сәкмән, башында йолҡоноп бөткән ҡуян бурек, аяғында сарыҡ. 3. Биишева. Шәйхи бабай .. аҡ туланан тегелгән еләнен кейҙе. Ғ. Хәйри. Билдәреңә быуған, ай, билбауың, ебәк кенә тугел, тула бит. Йырҙан. Һарыҡ көтһәң, йөнө була, йөнөнән тула була. Таҡмаҡтан.
ТУЛА II (Р.: высушенная без выделки шкура домашних животных; И.: untreated and dried hide; T: post) и. диал.
1. һикегә йәйеп йөрөтөлә торған тире. □ Высушенная без выделки шкура домашних животных, применяемая как покрывало. Һикегә тула йәйеу. Тула йәйеп ятыу.
2. Һарыҡ тиреһенән эшләнгән һелкеүес.
□ Продолговатая овчина для просеивания муки. Тулаға он һалыу. Соландан тулаға һалынған ондо индереп йылытырға ҡуйырға кәрәк.
3. Тирегә һалам тултырып, инәһен алдап эйҙереү өсөн эшләнгән яһалма быҙау; тулаҡ.
□ Чучело телёнка, подставляемое к корове при дойке, һыйырҙы алдаштырыу өсөн тула эшләп алдыҡ.
ТУЛА БАҪЫУ (тула баҫ-) (Р.: валять; И.: felt cloth; T.: çuha doldurmak) ҡ.
1. Йөндө иләп, һирәк кенә итеп һуҡҡандан һуң, махсус рәүештә әүәләп тығыҙлау, кейеҙләү. □ Валять, свалять сукно. Оҫта-ханала тула баҫыу. ■ Ауыл ҡыҙҙары, көҙ килһә, таҙа, көслө беләктәрен һыҙғанып, тула баҫып йөрөйҙәр. Ғ. Ибраһимов.
2. миф. Донъяның барлыҡҡа килеүе менән бәйле тула әҙерләү (баҫыу, эшләү, яһау) йолаһы. □ Ритуальное действие, связанное с изготовлением сукна, символизирующее мироздание. Туланы өмә менән баҫалар.
ТУЛАЙ (Р: общий; И.: general; aggregate; T.: toplam) с.
Бөтә булған; дөйөм. □ Общий. Тулай килем. Тулай план. Колхоз-ара ойошма төҙөлөштөң тулай планын утәй.
ТУЛАЙЫ (Р: полностью; И.: fully; Т.: tümüyle) р. диал.
Тотош, тулыһынса. П Полностью; до конца. ■ Ҡараболаҡ йылғаһы буйында буй уҫтереп киттем тулайы. Сеңләүҙән.
ТУЛАЙЫМ I (Р: общий; И.: gross; whole sale;T: umumi) с.
1. Бөтә булған; дөйөм. □ Общий, валовой. Тулайым килем. Тулайым артым. Ашлыҡтың тулайым төшөмө. ■ Директорҙың «аҙ ғына булһа ла» тигәнен һис тә етди ҡабул итә алмай алыуын, шулай ҙа тулайым һауым бер нисә килограмға артһа ла, ихлас шатлана. Б. Рафиҡов.
2. Дөйөм күләмгә, күп һанға бәйле. □ Оптовый. Тулайым хаҡ. Дарыуҙарҙың тулайым партияһы сертификатһыҙ булған.
3. Дөйөм, тотош. □ Обобщающий, обзорный. ■ «Шоңҡар»ҙың сюжетына тулайым куҙ йугертеп сығыу ҙа зарар итмәҫ ине. К. Мәргән.
ТУЛАЙЫМ II (Р.: оптом; И.: wholesale; T.: tümüyle) р.
Тулыһынса, тотош. □ Оптом, целиком; полностью, до конца. Тулайым алыу. Тулайым һатыу. Тулайым алып бөтөрөу. Тулайым ҡабул итеу. ■ Диләнкә тулайым ҡырҡыуға бирелә икән, унда бер төп ағас та ултырып ҡалырға тейеш тугел. Н. Мусин. Әллә ҡайҙа барып һөйләшеп, әллә ниндәй контораға тулайым һатҡан, ти. һ. Дәүләтшина.
ТУЛАЙЫМ АЛҒАНДА (Р: в общем; И.: generally; T: genelde) инш.
Дөйөм алғанда. □ В общем, в целом. Тулайым алғанда, беҙҙең эштән ҡәнәғәт булдылар. ■ Тулайым алғанда, төҫкә һөйкөмлө ябай ғына кеше. Д. Бүләков.
ТУЛАҠ I (тулағы) (Р: невыделанная высушенная шкура молодняка; И.: dried and untreated hide (as a mat); T.: ham post) и. иҫк.
1. Иләнмәй кипкән мал тиреһе (аяҡ аҫтына, тирмән аҫтына, урындыҡҡа йәйеу өсөн ҡулланғандар). □ Невыделанная высушенная шкура молодняка (шкура, кожа, применяемая в цельном виде как коврик).
2. Тирегә һалам тултырып, инәһен алдап эйҙереү өсөн эшләнгән яһалма быҙау; тула. □ Чучело телёнка, подставляемое к коро-
551