Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 552 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЛАҠ
ве при дойке. Тулаҡ яһау. Тулағы ҙур килеп сыҡҡан. Тулаҡ курһәтеп һауыу.
3. Бишенсе йәшенә киткән йылҡы малы. □ Лошадь на пятом году. Тулағын һатып ебәрҙе.
ТУЛАҠ II (тулағы) (Р.: исхудавшая, обессилевшая лошадь; И.: jaded horse; T.: güçsüz at) и.
Бик насарланған, арыҡ (йылҡы малына ҡарата). □ Исхудавшая, обессилевшая лошадь. Тулағы кутәрткән. Тулағын бысаҡлап өлгөргәндәр.
ТУЛАҠ III (тулағы) (Р.: сбитый в комок; И.: matted; T.: keçeleşmiş) с. диал. ҡар. ойош.
1. Уҡмашҡан, ойошҡан. □ Сбитый в комок, спутанный (о волосах, шерсти). Тулаҡ сәс. Тулаҡ йөн.
2. Әрпеш. □ Неряха. Тулаҡ бисә.
ТУЛАҠЛАУ (тулаҡла-) (Р: прыгать и скакать; И.: jump and hop; T.: zıplamak) ҡ.
Тулап һикереү. □ Прыгать и скакать. ■ Их, хушбуйлы йәшел яланда сәскәләргә кумелеп аунарға, шаян боландарҙай уйнаҡлап, тулаҡларға бейек тауҙарҙа! Ғ. Амантай. Ғәли ағай тулаҡлай, куҙҙәре бик уйнаҡлай. Таҡмаҡтан.
ТУЛАНЫУ (тулан-) ҡ. диал. ҡар. туналыу. Тиреһе туланыу. һарыҡ тиреһе тула-нып бөттө.
ТУЛА ОЙОҠ (ойоғо) (Р: суконные носки; И.: felt socks; T.: çuha çorap) и.
1. Туланан тегелгән ҡышҡы ойоҡ. □ Суконные носки. Тула ойоҡ кейеу. Тула ойоғо тишелгән. Тула ойоҡ тегеу.
2. миф. Оҙаҡ һөйләшә алмаған баланы ырымлауҙа ҡулланылған туланан тегелгән ойоҡ. □ Мифологизированный предмет, обладающий магической силой и применяемый в заговаривании ребёнка, который долго не разговаривает. Тула ойоҡ менән имлэу. К Борон бала оҙаҡ һөйләшмәһә, тула ойоҡ менән им-том әмәле башҡарғандар. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
ТУЛА ӨМӘҺЕ (Р: валяние сукна в порядке взаимопомощи; И.: kind of Bashkir mutual aid; T: çuha doldurma) и. этн.
Күмәкләп йыйылышып, ҡулалмаш тула баҫып йөрөү өмәһе (ғәҙәттә, йәштәр уйы
ны менән бара). □ Валяние сукна в порядке взаимопомощи (с увеселениями молодёжи). Тула өмәһе уткэреу. ■ Тула өмәһенең йыры ла була. Йола фольклорынан.
ТУЛАРҺЫҠ (туларһығы) (Р: предплюсна у животных; И.: tarsus (in animals); T: ayak bileği kemiği) и. анат.
1. Малдың артҡы аяғының терһәге менән бәкәле араһындағы өлөшө; ҡушарбаш. □ Предплюсна у животных. Туларһыҡ һөйәге. ■ Тураусылар уҙҙәре турағандан ҡалған һөйәктәрҙе мөнйөп, ҡулдарын ялап, Асатай менән эйәреп ҡайтҡан Һорлан менән Шоңҡарға ла, иттәре һалып алынған туларһыҡтарҙы ырғытып, урындарынан торҙолар. Һ. Дәүләтшина. [Аҡһаҡал:] Баш һөйәге — башлауға, туларһығы — ашлауға. «Ҡуңыр буға».
2. диал. һөйәк башы; иттең һеңерле ере. □ Хрящ сустава. Туларһығын ҡырҡып алыу. Туларһығын ҡырҡып ташлап, итте ашҡа һалдым. ■ Баш һөйәге — башлауға, туларһығы — ташлауға, һум ите — ашауға. Ҡобайырҙан.
ТУЛАРҺЫУ (туларһы-) (Р.: крошиться; И.: crumble; T: ufalanmak) ҡ.
Ваҡланыу (икмәккә ҡарата). □ Крошиться (о хлебе). Иҫкергән икмәк туларһып тора.
ТУЛАТЫУ (тулат-) ҡ. йөкм. ҡар. тулау. понуд. от тулау. Атты тулатыу. Баланы тулатыу. Йөрәкте тулатыу. ■ Ҡолонсаҡтың ер тулатып кешнәуен дә курмәй уҫәсәк әҙәм балаһы ни эшләр? Й. Солтанов. Юлда аттарҙы тулатҡансы ҡыҙҙырып алған Әс-хәт киленде егет өйөнә тура ғына алып ҡайтманы. Ф. Әсәнов. «Йәнем, иң бәхетле минуттарыбыҙ етте бит», — тине Сәлих көнө-төнө йөрәген тулатҡан ярһыуын һаман тыя алмай. Ғ. Хисамов.
ТУЛАУ (тула-) (Р: брыкаться; И.: kick; T.: tepişmek) ҡ.
1. Үрле-ҡырлы һикереп, төрлө яҡҡа ташланыу. □ Брыкаться, бросаться туда и сюда. Ат тулай. Бала тулай. ■ Мөрйәләге ел уй-науы буре олоуын хәтерләтә, йәнә ҡайҙалыр алыҫта ниҙер укерә, ҡотора, тулай кеуек. Т. Ғарипова. Ул икеһе тулып өсө менән бара ине инде, имгеһе килмәй, Фатиманың алды
552