ТУЛҒАҠ СИРЕ
нан тулап төшөп китә торғайны. Ж. Кейекбаев. Бер ҙур суртан һыу ситендә тулап ята, ти. Әкиәттән.
2. Тегеләй-былай аунау. □ Метаться, биться. Тулап йоҡлау. ■ Ҡапыл Алмасыбар теҙгенде өҙөргә тырышып тулай, аяғүрә тора, борсоулы кешнәй башланы. Й. Мостафин. Тулай башлаһа, ҡулдарын тотоп торҙо, ҡайһы саҡ, сестра апайға оҡшатып, уларҙы ыуҙы. И. Ғиззәтуллин. • һыйыр тулаһа, аттан яман. Әйтем. Дөйә тулап күккә менмәҫ. Әйтем. Ҡойроҡ тулап баш булмаҫ. Әйтем. Себен тулап тәҙрә вата алмаҫ. Әйтем.
3. кусм. Ныҡ шашып тибеү (йөрәккә ҡарата). □ Колотиться, биться (о сердце). ■ Үрһәләнәм, ярһыйым, йөрәгем тулай. Р. Камал. Йөрәгем бына-бына сығырҙай булып тулай. Т. Килмөхәмәтов. Аҡыл тулай, тел өндәшмәй. М. Кәрим. Закир йөрәгенең утә сабырһыҙ тулап китеуенә сыҙай алмай тороп ултырҙы. 3. Биишева.
4. кусм. Ярһып китеү, ҡыҙыу. □ Разгорячиться, расшуметься, вспылить. Тулап китеу. ■ Туламаным тугел, куп туланым, тай-тулаҡтар инде тулаһын. Р. Бикбаев. • Һыйыр тулап ат булмаҫ, ҡатын тулап баш булмаҫ. Әйтем.
5. кусм. Ныҡ ташыу, таралыу, көсәйеү. □ Бушевать. ■ Оло буран тулай, торған һайын шәберәк, етеҙерәк, бейегерәк һәм бө-йөгөрәк була бара. Т. Ғарипова. Ҡайһы сағында ул бик ныҡ тулай ҙа юлында осраған бөтә нәмәне вата-ҡыйрата, өйҙәрҙе-ҡураларҙы емерә. Ғ. Ибраһимов. Кешеләр йыйылды, һыу һибеп тә ҡарайбыҙ, юҡ, янғын бик бейектә тулай, буй етерлек тугел. Р. Ханнанов. Юлында осраған һәр нәмәне емерергә теләгәндәй, ел ярһып тулай. Д. Исламов.
ТУЛАШӘЛ (Р: большая домотканая шерстяная шаль; И.: large homemade woolen shawl; T.: yün şal) и. диал. ҡар. ҡалын шәл.
Ҡышын кейем өҫтөнән ябына торған һуғылған ҙур йылы шәл. □ Большая домотканая шерстяная шаль; плед. Тулашәл ябыныу. Тулашәл элек башҡа ябыныу өсөн генә ҡулланылһа, хәҙер йылылыҡ өсөн ябына торған япма ла шулай тип атала.
ТУЛҒА (Р: шлем; И.: helmet; T.: miğfer) и.
1. тар. Һуғышта кейә торған ҡорос баш кейеме; торҡа. □ Шлем. Тулға кейеу. Башына тулға кейеп алған.
2. диал. Ҡаҙан, суйын ултырта торған өс аяҡлы дүңгәләк тимер. □ Тренога, треножник. Тулға ҡуйыу. ■ Көтөусе тулғаһын ҡуйып, өҫтөнә сүлмәген ултыртып, һыу ҡойоп, ярма һалып, ҡайнатырға ҡуйҙы. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ТУЛҒАҠ (тулғағы) (Р: родовые схватки; И.: labour; T: doğum ağrısı) и.
1. Бала тыуымға килгән саҡтағы ауыртыныу. □ Родовые схватки; потуги. Тулғағы башланған. ■ Эй-й, тулғаҡ аҙабын да, әсәлек ләззәтен дә татымаған кеше балаларҙы йәлләй белерме лә, ҡарай белерме? 3. Биишева. Тулғағы ебәреп торҙомо, Мәҙинә ҡапыл турайҙы, хәлһеҙ ҡулдары менән көрттө ҡапшап, янтая биреп, юл ситенә ултырҙы. Т. Ғарипова. Димгел-димгел матҡып тотҡан тулғаҡ, өҙлөкһөҙгә әйләнеп, түҙергә ирек бирмәне, һ. Дәүләтшина.
2. миф. Бала табыр алдынан тулғаҡ эйәһе барлыҡҡа килтергән ауырыу. □ Дородовые схватки роженицы, вызванные воздействием духа Тулгак. ■ Тулғаҡҡа: «Туҙҙай борол, ҡамыттай һуҙыл!» — тиҙәр. Тулғаҡта ҡатындың етмеш йәненең етеһе генә ҡала, эйәк осонда ғына тороп ҡала йән. Йола фольклорынан.
3. кусм. мыҫҡ. Ни эшләргә белмәйенсә асыуҙан ҡыҙып китеү. □ Припадок (злобы, безысходности и т.д.). Тулғағы башланды был әҙәмдең.
ТУЛҒАҠ Л АУ (тулғакла-) ҡ. ҡар. тулғаҡ тотоу. Тулғаҡлағанда төрлө ҡатын төрлөсә ауырый: берәүҙәре ныҡ тулғаҡлай, үрһәләнә, тештәрен шығырлата, икенселәре сабырлыҡ һаҡлай, ауыр булһа ла, түҙә, сабыйының имен-иҫән тыу ыу ын, уҙенә еңеллек теләп, тыйнаҡ ҡына көтә. ■ Был тауыш үҙенеке икәнен дә, бөгәрләнеп, саңлы юл уртаһына йығылғанын да, бәбәйгә тулғаҡлай башлағанын да Шәмсинур белмәне. Ш. Янбаев.
ТУЛҒАҠ СИРЕ и. диал. ҡар. тулғаҡ тотоу. Тулғаҡ сиренән доғалыҡ. ■ Тулғаҡ сире
553