ТУЛҒАҠ СӘЙЕ
менән яфаланғанда, бала табыусының сәстәрен һүтәләр. Шулай итһәң, йәнәһе, ул еңелерәк тыуҙыра. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
ТУЛҒАҠ СӘЙЕ (Р.: обрядовый праздник для женщин; И.: ritual holiday for women; T.: bir tür doğum geleneği) и. этн.
Бала тыуғас, яңы тыуған сабыйҙы күрергә килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәй эсеү йолаһы. □ Обрядовый праздник для женщин. Тулғаҡ сәйе эсергә барыу. Тулғаҡ сәйендә әсәгә һәм балаға һаулыҡ теләү. Тулғаҡ сәйенә ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрөй.
ТУЛҒАҠ ТЕЛӘГЕ (Р.: заговоры, произносимые повитухой в период схваток роженицы; И.: midwives' spell; T.: doğum sırasında ağrıyı azaltmak için söylenen büyü sözleri) и. этн.
Тулғаҡ тотҡанда кендек инәһенең тыуыр балаға теләгән теләге. □ Заговоры, произносимые повитухой в период схваток роженицы. ■ Кендек инәһе ошондай тулғаҡ теләге әйтә: «Туғыҙ айҙа тулғандың, туғыҙ көндә болғандың. Кендек инәң — мине бел, башың менән еңел кил». «Башҡорттарҙың им-том китабы »нан.
ТУЛҒАҠ ТОТОУ (Р: родовые схватки; И.: be in labour; T: doğum sancısı çekmek) и.
1. Балаға ауырыу (бала табыр алдынан ҡорһаҡ, аналыҡ мускулдарының киҫкен ауыртып ҡыҫҡарыуы, киңәйеүе). □ Родовые схватки. ■ Ун биш йәшенән алып ошо көнгә тиклем ул, һәр ай һайын ике-өс көн буйы өҙлөкһөҙ тулғаҡ тотоп, ҡарынында юҡ баланы тыуҙырып, тамуҡ ғазаптары кисерә ине. М. Кәрим. Бисәм бәпес таба алмай ыҙалана, бер нисә сәғәт инде тулғаҡ тота. Б. Ноғоманов. Маргаританың бөгөн-иртәгә әсә булырын көткән Анастасия Петровна, йәш ҡатындың бала тулғағы тотоу ын белеп, тиҙ генә кейенде лә кендек әбейенә йүгерҙе. Р. Өмөтбаев. Ул [Зилә], туҡтауһыҙ ҡабатланып торған йөрәк өҙгөс тулғаҡ тотоуға бер урында ятып ҡына түҙә алмайынса, бик оҙаҡ үрһәләнеп йөрөнө лә, хәле бөтә башлауын һиҙгәс, һушын юғалтыуҙан ҡурҡып, фельдшерҙың йор
тона китте. Ф. Әсәнов. Бала, тулғаҡ тота башлағанға теүәл бер тәүлек тулғас, тыуҙы. А. Таһиров. • Бер ҡатынды тулғаҡ тотһа, бар ҡатындың эсе ауырта. Мәҡәл.
2. күсм. Өҙгөләнеп, түҙмәҫлек дәрәжәгә етеп ныҡ яратыу. □ Сильно любить, страдать. ■ Ғәрлеге ҙур ине уның: тәүге ғишыҡ тулғағы тотҡан егет һымаҡ, тирмәлә икәүҙән-икәү осрашырға өмөтләнеп кил дә хәбәр генә ташыусы йомошсо хәлендә ҡал! Б. Рафиҡов.
3. күсм. Таң алдынан төн менән көн алмашыныу. □ Смениться, перемениться (о времени суток). // Смена, перемена. ■ Таң тыуыр алдынан, төндө тулғаҡ тотҡан мәлдә, офоҡ артынан ялбыр яллы ат сабып килеп сыға ла көмөш батмусҡа баҡыр борсаҡ һипкән кеүек кешнәүе менән донъяны сәләмләй. Б. Рафиҡов.
4. күсм. мыҫҡ. Кемдеңдер ни эшләргә белмәйенсә ҡыҙып китеүе. □ соотв. Моча в голову ударила (о припадке злобы, нервности у кого-л.). Кит, өндәшмә, тулғағы тота тағы.
ТУЛҒАНАЙ (Р: полнолуние; И.: full moon; T: dolunay) и. диал. ҡар. тулы ай.
1. Ай тулған ваҡыт. □ Полнолуние. Тул-ғанайҙа башлау. Тулғанайҙы көтөү. Тулғанай ваҡыты.
2. миф. Туйҙар, һунар, аҡса эштәре менән булышыу өсөн иң яҡшы мәл. □ Полнолуние (благоприятное время для свадеб, охоты, денежных дел. В то же время существует ряд запретов, свидетельствующих о наличии отрицательной семантики полнолуния). ■ Тулғанайҙа тормош башлағандарҙың бәхете тулы була, тиҙәр, һынамыштан. Тулғанай, тулғанай, һиңә ҡарап уйланам. Уйланам да үҙ яртымды эҙләп юл алам. Йырҙан.
ТУЛҒАНДЫРЫУ (тулғандыр-) (Р: крутить и вертеть; И.: spin and twist; T: dolandırmak) ҡ.
Тегеләй-былай әйләндереү; аунатыу. □ Крутить и вертеть. ■ Таиба әбей китапты ҡыҙҙың ҡулынан алып тулғандырып ҡараны. 3. Биишева.
554