ТУЛҠЫН
ТУЛҒАНЫУ (тулған-) (Р.: ворочаться; И.: toss and turn; T.: dolanmak) ҡ.
Тегеләй-былай әйләнеү; аунау. □ Ворочаться, переворачиваться; извиваться, метаться. Төнө буйы өйләндем дә тулғандым. ■ Юҡ тыныслыҡ, тулғанам да тулғанам. Ш. Бабич. Хашим да, сәйгә ятҡан кеуек, әй-ләнде лә тулғанды. Т. Ғарипова. Аҡ яулыҡ-ҡайҙарың бар кеуек, .. әйләнәһең, йәнем, тулғанаһың, миндә күңелкәйең бар кеуек. Йырҙан.
ТУЛҒАТЫУ (тулғат-) (Р.: испытывать родовые схватки; И.: be in labour; T: doğum sancısı çekmek) ҡ.
1. Әле бер, әле икенсе яҡҡа тулғандырыу.
□ Испытывать родовые схватки. ■ Умырғаның май булһын, тулғатҡаның ул булһын. Туй йырынан.
2. Тегеләй-былай әйләндереү; тулғандырыу. □ Крутить и вертеть. Ҡулында тулғатыу. Глобусты тулғатыу.
ТУЛДЫР (Р: бестолковый; И.: senseless; T: manasız) с. диал. ҡар. мәғәнәһеҙ.
1. Мәғәнәһе булмаған, эске йөкмәткеһеҙ.
□ Бестолковый, бессмысленный, бессодержательный. Тулдыр ҡараш. Тулдыр һорау.
2. Ҡыҙыу ҡанлы. □ Вспыльчивый. Тулдыр булыу. Тулдыр кеше. Тулдыр ир.
ТУЛДЫРАНЫУ (тулдыран-) (Р: одуреть; И.: play the fool; T: delirmek) ҡ. диал.
Ахмаҡланыу; алйотланыу, иҫәрләнеү. □ Одуреть, делать глупости; совершать нелепые поступки. ■ Әсәһе тулдыранып бөттө инде ҡайғыһынан. Экспедиция материалдарынан.
ТУЛИЙ [гр. thule] (Р: тулий; И.: thulium; T: tulyum) и. хим.
Химик элемент, һирәк осрай торған радиоактив металл. □ Тулий. Тулий тығыҙлығы. Тулийҙың атом массаһы. Тулийҙың атом номеры — 69.
ТУЛКА [рус. втулка] (Р.: втулка; И.: bush; T: poyra) и. диал.
1. Мискәнең һ.б. нәмәнең тығыны; бөкө.
□ Втулка. Тулка тығыу. Тулка асыу.
2. Кереш. □ Помост (у косы). Салғы тулкаһы. Тулка рәтләү.
ТУЛҠЫН (Р: волна; И.: wave; T: dalga) и.
1. Һыу өҫтөндәге сайҡалыш. □ Волна. Диңгеҙ тулҡыны. Тулҡын ҡаға. Тулҡын тибә. Тулҡында тирбәлеү. ■ Тулҡындар шундай һикерәләр, кәмәне әйләндереп ташларға торалар. Ә. Бикчәнтәев. Ҙур-ҙур тулҡындар эсенән кәмә берсә үрә тороп, берсә мороно менән сумырҙай булып алға ырғыны. И. Абдуллин. Яҙғы Иҙел бөтөрөлөп аға, тулҡын кәмәбеҙгә үрелә. М. Кәрим. Һары диңгеҙ өҫтөнә төшкән ай яҡтыһы тулҡындар менән уйнай. Ғ. Аллаяров. • Оло тулҡын күренгәс тә, ишкәкте ҡулыңдан ташлама. Мәҡәл. Тулҡын тулап ярҙан сыға алмай. Әйтем.
2. күсм. Рәүеше йәки хәрәкәте менән шул сайҡалышҡа оҡшаған хәл, күренеш. □ Волна. Халыҡ тулҡыны. Ашлыҡ өҫтөнән тулҡын йүгереп үтеү. ■ Күкһел Ирәндеккә даръя һымаҡ һуғылып ята иген тулҡыны. Р. Бикбаев. Офоҡтан офоҡҡа тоташҡан тыныс иген баҫыуҙарында йәшел тулҡындар уйнай. Р. Низамов. Шул арала бөтә донъя ишелеп килгән ҡар тулҡынына өйләнде. Д. Юлтый. Бүләк тапшырыуҙың яңы тулҡыны башланды. И. Ғиззәтуллин. Асия шуны ҡулына алып, көҙгө алдында сәстәрен тарай башланымы, уның сал бөртөктәре һаман ишәйә барған сәстәре төбөнән рәхәт тулҡындар ҡуҙғалып, ниндәйҙер ят, әммә ғәжәп күңелле көйгә әүерелә һәм, сәс остарынан ашып, бөтә тәнен ялмап ала. М. Садиҡова.
3. күсм. Һауа хәрәкәте. □ Воздушная волна, һауа тулҡыны. ■ Алыҫта бомба ярылды, тулҡыны бында килде. Р. Ниғмәти. Яҡында ғына яңғыраған шартлау һәм көслө һауа тулҡыны Әнүәрҙе аяҡтан йыҡты. Ғ. Лоҡманов. Өйөрмәләп һауа тулҡындарын һайрап оса күктә буҙ турғай. Ғ. Амантай.
4. күсм. Нимәнеңдер көслө һәм сағыу сағылышы; ташҡын. □ Волна; вал. Көрәш тулҡыны. Революция тулҡыны. Демонстрация тулҡыны. ■ Революция тулҡыны, иҫке Рәсәй терәүҙәрен дер һелкетеп, Башҡортостан ерҙәренә килеп керә. Ә. Байрамов. Гөлйыһан исемен ишеткән саҡта егеттең
555