Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 556 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЛҠЫНДЫРЫУ
[Закирҙың] ҡушылып уҫкән ҡалын ҡара ҡаштарының кубәләк шикелле тертләп осоп китеуе лә, көнгә янған оҙонса яңаҡтарына ҡыҙыу ҡан тулҡыны бәреп сығыуы ла мәғзумдең иғтибарынан ситтә ҡалманы.
3. Биишева.
5. кусм. Тынысһыҙ хәлдә булыу. □ Волнение, беспокойство. ■ Эркелеп йөрәгенә утлы тулҡын йугерҙе. И. Ғиззәтуллин. Әллә ниндәй шомло уйҙар Хәйрулланың тәне буйлап эҫеле-һыуыҡлы тулҡын йугертте. М. Иҙелбаев. Гөлбаныуҙы хәтерләһә, Их-санбайҙың тәненә татлы бер тулҡын йуге-рә. Т. Ғарипова. Асия апайға ла ҡапыл ғына шундай ашҡыныу тулҡыны бәрелеп китте. Р. Низамов.
6. кусм. һөйөү, шатлыҡ, яратыу тойғоһо, хисе. □ Волна (чувств любви, радости/, волнение, возбуждение. ■ Хәшһеҙ ваҡыт йәштәр, уҙҙәренең ҡайнар хис тулҡындарын йырып сыға алмайынса, һуҙһеҙ генә ултырҙылар. М. Садиҡова. Куңел ярҙарын йыуған хис тулҡындарында Рәшиткә ғәжәпләнеп бөтә алмау өҫтөнлөк итә, буғай. Б. Рафиҡов. Ул да [Гимерғәле ҡарт та] шундай уҡ һөйөу, шундай уҡ тойғолар тулҡыны эсендә һуҙһеҙ ҡалған. Ғ. Дәүләтшин. Сайпылышып шатлыҡ тулҡындары сәп-сәп бәрелә куңелем ярына. Ш. Бабич.
7. физ. Физик мөхиттәге тирбәлеү хәрәкәте. □ Волна. / Волновой. Радио тулҡыны. Тауыш тулҡыны. Электромагнит тулҡыны. Тулҡын оҙонлоғо. Тулҡын тиҙлеге. Буй тулҡындар. Арҡыры тулҡындар. ■ Өфөнән килгән ғалимдар асыҡлауынса, шул тауҙар телевизион тулҡындарҙы уткәрмәй икән Йөҙшишмәгә. Д. Бүләков. Атыш тауышы тулҡын ҡаҡҡан һымаҡ бер яҡынайып, бер алыҫлашып һаман дауам итте. 3. Биишева.
8. физ. ҡар. радиотулҡын. ■ Рауза әбей йәһәт кенә радиоалғысты Өфө тулҡындарына кәйләне. М. Садиҡова. Был тулҡында микрофон алдында театр тапшыралар икән. И. Ғиззәтуллин.
♦ Күңел тулҡындары уй-хистәр, хыялдар. □ Думы, чаяния, мысли. М Ҡабатланмаҫ йылдарҙың ҡайнар һулышын бөркөп, был ҙур талант эйәһенең [һәҙиә Дәуләт-
шинаның] куңел тулҡындары бөгөнгө уҡыусының хистәр донъяһына утеп инделәр. М. Минһажетдинов. Тормош тулҡындары яҙмыш, ғүмер юлы. □ Судьба, жизненный путь. ■ Тормош тулҡындары, ҡатмарлы замандың аяуһыҙ елдәре уларҙы [Заһиҙәләр-ҙе] ҡайһы яҡтарға олаҡтырыр? Н. Мусин. Тормош тулҡындары, таштары уны ватһа ватһын, емерһә емерһен, ләкин берҙән-бер көндө ул яңынан элеккеләй берекһен. Ғ. Хисамов.
ТУЛҠЫНДЫРЫУ (тулҡындыр-) (Р: поднимать волны; И.: raise waves; T: dalgalandırmak) ҡ.
1. Тулҡындар хасил итеү, хәрәкәткә килтереү. □ Поднимать волны, волновать, колыхать. Диңгеҙҙе тулҡындырыу. Кулде тулҡындырыу. Һауаны тулҡындырыу. ■ Үлән баштарын саҡ ҡына тулҡындырып, талғын ел иҫеп утә. Ф. Рәхимғолова. Ирәбә ел баҫыу өҫтөндәге монарҙы талғын ғына тулҡындыра. Т. Килмөхәмәтов. Уның [ҡурайсы Яҡуп ҡарттың] оҙон ҡурайы һауаны тулҡындыра, ҡурай эсенән мөңрәнеп гөжләгән тауыштары тәндәрҙе сымырлаталар. Т. Хәйбуллин.
2. кусм. Тынысһыҙ хәлгә килтереү. □ Волновать, беспокоить. Йөрәкте тулҡындырыу. ■ Мине был эштең ҙур һәм тантаналы булыуы тулҡындыра ине. Ә. Вәли. Шатлыҡлы уйҙар, береһен-береһе уҙып, уның куңелен тулҡындыралар. Һ. Дәүләтшина. Ул [Дәуериә] һис тә ялындырмай .. скрипкаһын эйәк аҫтына ҡыҫтырҙы, смычогын ҡылдар өҫтөндә еңелсә генә тибрәтеп алды, унан әк-рен, ләкин сәмле дәрт менән сихри моңдар донъяһын тулҡындырып ебәрҙе. 3. Биишева. Һоҡландырҙы сәйер ҡырҙарың, тулҡындырҙы ғәжәп моңдарың. М. Ғәли.
ТУЛҠЫНЛАНДЫРҒЫС (Р: волнующий; И.: touching; exciting; T.: heyecanlı) с.
Тулҡынландырған, хисләндергән. □ Волнующий; волнительный; трогательный. Тулҡынландырғыс осрашыу. Тулҡынландырғыс минуттар. Тулҡынландырғыс телмәр.
ТУЛҠЫНЛАНДЫРЫУ (тулҡынландыр-) (Р: поднимать волны; И.: raise waves; T: dalgalandırmak) ҡ.
556