Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 557 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЛҠЫНЛАУ
1. Тулҡындар хасил итеп сайҡалдырыу, тирбәлтеү. □ Поднимать волны, волновать, колыхать; качать поверхность воды, ниву. Кулде тулҡынландырыу. Бойҙайҙы тулҡынландырыу. Ел диңгеҙҙе тулҡынландыра. ■ Аҡрын ғына иҫкән көньяҡ еле куҙ куреме урындарҙан йәйелеп ятҡан йәшеллек диңгеҙен яй ғына, ялҡау ғына, ауыр ғына тулҡынландыра ине. Ғ. Дәүләтшин.
2. кусм. Тойғоло, тынысһыҙ хәлдә итеү; тулҡындырыу. □ Волновать, взволновать, беспокоить. Йөрәкте тулҡынландырыу. ■ Уның [Сәлимәнең] ал кесейә кулдәк кейгән һығылма билле зифа кәуҙәһе, тулҡынлы ҡара сәстәре, шоморт куҙҙәре йөрәкте әсе һыҙлатып, тулҡынландырып ебәрҙе. 3. Биишева. Тәулеккә лә тулмаған был шатлыҡтар, өмөттәр, билдәһеҙ ҡурҡыныстар менән тулған сәғәттәр Юлияның йөрәген тәрән тулҡынландырып уттеләр. һ. Дәүләтшина. Ул [шағир] йәшәргә кешене өйрәтһен; ул донъяны тулҡынландырһын! М. Хәй.
ТУЛҠЫНЛАНЫУ (тулҡынлан-) (Р.: волноваться; И.: ripple; T: dalgalanmak) ҡ.
1. Тулҡын-тулҡын булып тирбәлеү; сайҡалыу, тулҡыныу. □ Волноваться; колыхаться (о поверхности воды, ниве). // Волнение, колыхание. Дингеҙ тулҡынлана. Ҡылған елдә тулҡынлана. Кулдең тулҡынланыуы. Тулҡынланып торған иген баҫыуы. ■ Унда еткән арыш тулҡынланып ултыра, уның соҡорһоу урындары эре ҡамыллы, оҙон башаҡлы булып уҫкәндәр ҙә, эре бөртөк арыштары бешкәс, ауырлыҡтан бөгөлгәндәр. А. Таһиров. Ҡибла яҡтан ел иҫте, тулҡынланды кул өҫтө. Ш. Бабич.
2. Тулҡынға оҡшаған йәки тулҡын рәүешендә булыу. □ Быть волнистым. Тулҡынланып ятҡан тауҙар. ■ Аҙнағол Зөлхизәнең тулҡынланып торған оҙон, ҡалын толомдарын hymen тарата. 3. Биишева. [Заһиҙә-нең] ҡасандыр һары ебәктәй тулҡынланып торған сәстәре хәҙер инде бөтөнләй тиерлек ағарған. Н. Мусин.
3. кусм. Тойғоло, тынысһыҙ хәлдә булыу; болоҡһоу, йөрәкһеү. □ Волноваться, взволноваться, возбуждаться. // Волнение, возбуждение. Тулҡынланып һөйләу. Тулҡынла-
ныуым утте. Йөрәк тулҡынлана. Куңел тулҡынлана. ■ Халыҡ тағы бер гөрләне, тағы бер тулҡынланды. С. Агиш. Бөтәһенән дә ныҡ тулҡынланып, яр башында баҫып торам мин. Г. Юнысова. Сәрбиямал ҡыуанып китте, тулҡынланыуынан хатта сәйе тугелде. 3. Биишева. Ялтыратып йышылған еҙ самауыр ҡорһағында Мәликә уҙенең оҙонсараҡ куренгән йөҙөнә, оло сырай алған куҙҙәренә ҡарап, ҡарсыҡтың ки-сереугә еңелдән булмаҫҡа оҡшаған хәбәрен эске бер тулҡынланыу, ҡурҡыу менән тыңларға әҙерләнде. Т. Ғарипова. Мәфрузә адресты уҡып торманы, .. Заһиҙә әбейҙең тулҡынланыуы уға ла кусте. Н. Мусин.
ТУЛҠЫНЛАТЫУ (тулҡынлат) (Р.: поднимать волны; И.: raise waves; T: dalgalandırmak) ҡ.
1. Тулҡынлы итеү; тулҡынландырыу. □ Поднимать волны, волновать; качать поверхность воды, ниву. Кулде тулҡынлатыу.
2. Тулҡынға оҡшаш хәрәкәттәр яһау, тирбәлеү. □ Колыхать, делать волнистым. ■ Айымдың таяныс буләккә алған ерәнсәй юртағы сысҡан һыртлы ҡола ат йәнәшәһендә, муйынын дуғаландырып, ялбыр ялын тулҡынлатып, уйнаҡлап ҡына бара. Ғ. Ибраһимов. Ирендәре турһайыу менән, һыйыр ялына оҡшаған мыйығы тырпайҙы, һимеҙ кәуҙәһен тулҡынлатып, Врубель Пушкарёв-тарға килде. А. Таһиров. Шәмсиҙең был һуҙен арба тауышы һәм арыш баҫыуын тулҡынлатып шаярған йомшаҡ ел Ғәлигә ишеттермәне. Ғ. Хәйри. Ерҙе, уның тәрән ҡатламдарын тулҡынлатып була икән. Ш. Янбаев.
3. кусм. Тойғоло, тынысһыҙ хәлгә килтереү. □ Волновать, взволновать, возбуждать. ■ Ул әле лә уҙенең һиҙгер йөрәген ошо минутта тулҡынлатҡан уй-фекерен, әйтәһе һуҙен йыйнаҡ ҡына итеп тиҙ генә уйлап алды. 3. Биишева.
ТУЛҠЫНЛАУ (тулҡынла-) (Р: волноваться; И.: ripple; T: dalgalanmak) к.
Тулҡын булып тирбәлеү; тулҡынланыу. □ Волноваться, образовывать волны. Тулҡынлап йөҙөу.
557