Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 558 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЛҠЫНЛЫ
ТУЛҠЫНЛЫ (Р.: волнующийся; И.: wavy; T.: dalgalı) с.
1. Тулҡыны булған. □ Волнующийся. Тулҡынлы һыу өҫтө. Тулҡынлы диңгеҙ.
2. кусм. Тулҡынға оҡшаш рәүеш йәки хәрәкәттәге. □ Волнистый; вьющийся. Тулҡынлы сәс. ■ Сәлимә тулҡынлы ҡалын ҡара сәстәрен hymen ебәргән. 3. Биишева.
ТУЛҠЫН-ТУЛҠЫН I (Р: волнообразный; И.: wave-like, wavy; T: dalgalı) с.
Тулҡындарға оҡшаған. □ Волнообразный. ■ Килке-килке иҫкән әсе ел, дала өҫтөндә тулҡын-тулҡын биҙәктәр яһап, ҡарҙы һеперә. А. Абдуллин. Киң баҫыуға табан Ҡариҙелдән тулҡын-тулҡын томан һуҙылды. Ғ. Хәйри.
ТУЛҠЫН-ТУЛҠЫН II (Р: волнообразно; И.: wave-like; T: dalga şeklinde) р.
Тулҡындар рәүешендә, тулҡындар һымаҡ. □ Волнообразно. ■ Куп тауышлы, уҫал да, дәртле лә «урра-а-а», тулҡын-тулҡын булып, тирә-яҡты тетрәтеп, аҡты ла аҡты. Д. Исламов. Егет куҙҙән юғалһа ла, уның моңло йыр тауышы тулҡын-тулҡын булып килеп ишетелә ине. Р. Шаммас. Тулҡын-тулҡын ҡапҡаға ағылған кеше араһынан хәҙер Сәмәрәһе килеп сығыр. Т. Ғарипова. Сихри моң тулҡын-тулҡын булып аға. Р. Ғабдрахманов. Ярһып ташҡан яҙғы ташҡын һыуҙар тулҡын-тулҡын ярҙы ҡағалар. Ғ. Амантай.
ТУЛҠЫНЫУ (тулҡын-) (Р: волноваться; И.: ripple; T: dalgalanmak) ҡ.
1. Тулҡын-тулҡын булып тирбәлеү, сайҡалыу, тулҡынланыу. □ Волноваться, колыхаться (о воде, ниве). Кул тулҡына. Тулҡынып ятҡан иген баҫыуы. S Диңгеҙ ҙә бит өҙлөкһөҙ тулҡына, ярһый, ажарланып, ҡаялар һыртына ынтыла. 3. Биишева. Иҙел өҫтө сылбырланып тулҡынды ла тағы тынды. М. Кәрим. Куҙ куреме ерҙә иген тулҡына. Ә. Вахитов. Талдарҙа ҡоштар һайраны, тулҡынды иген. Р. Ниғмәти.
2. Тулҡын кеүек булыу, тулҡын рәүешендә булыу; тирбәлеү, тулҡынланыу. □ Колыхаться, развеваться. Байраҡ тулҡынып тора. ■ Кремль өҫтөндә ал байраҡ тулҡынып янып тора. Р. Ниғмәти. Майҙанға ны
ҡышып тулған халыҡ төрлө телдә төрлө тауыш менән кус айырырға йыйынған умарта кеуек геуләне, Оло Эйектең яҙғы ташҡыны кеуек тулҡынды. 3. Биишева. Королоҡҡа сыҙам аҡ туҡал, ҡыҙыл туҡал бойҙайҙар, бында йыл һайын диңгеҙ кеуек тулҡынып, ат инеп китһә куренмәҫлек бейек, ҡуйы булып уҫте. Б. Рафиҡов.
3. кусм. Тойғоло, тынысһыҙ хәлдә булыу; болоҡһоу, йөрәкһеү. □ Волноваться, возбуждаться. Куңел тулҡына. ■ Уның [Емештең] куңеле бөткөһөҙ шатлыҡ менән тулыша, тулҡына башланы: «Байрас тугелме икән?» 3. Биишева. Тулҡыныуҙар, юҡһыныуҙар, яратмаһаң, булмайҙыр. Ҡ. Даян. Куңе-лемә тынғы бирмәй, гел тулҡынһын уйҙарым. Тик тыуған ер биҙәгенә төҫ өҫтәһен йырҙарым! А. Игебаев. Устар усҡа һуҡты, ә йөрәктәр тулҡындылар көслө талпынып. Р. Ниғмәти.
4. диал. Тулышыу. □ Отекать. Тулҡынып ятыу.
5. диал. Ҡайтарылыу, төрөлөү (салғы йөҙө). □ Свернуться (об острие косы). Салғы йөҙө тулҡынған.
ТУЛҠЫТЫУ (тулҡыт-) (Р: беспокоить; И.: trouble; T: rahatsız etmek) ҡ. диал. ҡар. борсоу.
Хафаға һалыу, хафаландырыу. □ Беспокоить. Бала-сағалы кешене тулҡытмау. ■ Кояш кеуек оло асыу янды, тамырҙарҙа ҡандар тулҡытып. Р. Ниғмәти.
ТУЛҠЫУ (тулҡы-) (Р.: волноваться; И.: ripple; T: dalgalanmak) ҡ. диал.
1. Тулҡынланыу; тулҡын-тулҡын булып тирбәлеү; сайҡалыу. □ Волноваться, колыхаться. Кул тулҡыу. ■ Баҫыуҙарҙа ашлыҡ тулҡый, әле йәшел йә кук төҫ керә. Ғ. Сәләм.
2. ҡар. тотлоғоу. Әйтә алмай, тулҡый. Улы тулҡый.
ТУЛМА (Р.: отёк; И.: tumour, swelling; T: tümör) и. диал.
Шешенеү. □ Отёк, отечность. Тулма менән ауырыу. Аяғын тулма яфалай.
ТУЛПА (Р.: галл; И.: acorn; T: palamut) и. диал. ҡар. тыңҡауыҡ.
Имән япрағына сыҡҡан оро. □ Галл. Тулпа табыу. Тулпа йыйыу.
558