Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 559 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЛТЫРЫУ
ТУЛПАНҠЫ (Р.: коренастый; И.: stocky; T.: bodur) с. диал.
Тоҡор, йыуан. □ Коренастый. Тулпанҡы ир. Тулпанҡы уҫмер.
ТУЛТЫРМА (Р.: варёная колбаса с ливером и крупой; И.: kind of Bashkir national sausage; T.: yarma ve ciğerli sucuk) и. этн.
1. Тапаған үпкә, бауыр, йөрәк итенә ярма ҡушып, тәм-том һалып, эсәккә тултырып әҙерләнгән ашамлыҡ. □ Варёная колбаса с ливером и крупой. Тултырма яһау. Тултырма бешереу. Тултырма ашау. ■ Бына ҡаҙан тултырып ит һалынды, биш-алты йәймә һалма йәйелде, тултырма, йыуаса, ләуәш, кумәс — береһе лә ҡалмай бешерелде. 3. Биишева. Ҡарт оҙаҡ уйлап торманы — бөйөрҙәре бултәйеп ҡыш сыҡҡан ике йәшлек тыу һарығын йығып һуйҙы, әбейенән еренә еткертеп тултырма ла тултыртты. Ф. Янышев, һәр ҡунаҡ алдына боҫо борлап тәмле еҫ аңҡытҡан оло байһөйәк, урталай ярып бешерелгән бәрәңге, ҡалъя-ҡалъя ҡайнар тултырма өйөлгән тәрән тәрилкәләр ҡуйылды. Й. Мостафин. «Быныһы — башҡорт колбасаһы тултырма булыр, Микулай энем», — тип ҡыҫтарға кереште хужабикә. Й. Солтанов.
2. Йылҡы малының ҡабырға, ҡорһаҡ ите өҫтөнә үргән майы һәм шул майҙы тоҙлап, тәмләп, эсәк эсенә тултырып яһалған ашамлыҡ. □ Домашняя конская колбаса. ■ һөмһөрҙөң бисәһе .. тултырма бешереп, һалма ҡырҡып, ҡунаҡ көтөп кенә торғанда, Йәмһур ҡоҙа килгән дә төшкән. Әкиәттән.
ТУЛТЫРТЫУ (тултырт-) ҡ. йөкм. ҡар. тултырыу, понуд. от тултырыу. ■ [Сәлих:] Ғәйшә туташ, осраған бер кешенән анкета тултыртып булмай. С. Агиш. Ә кем тултырта табелде? Т. Ғарипова. Бына минән, заводҡа пропуск алыр өсөн, анкета тултырттылар. Ә. Бикчәнтәев. Бура ҡоймаларын урамға сығарып, ике-өс көн киптерҙе лә быйылғы игенде тултырта башланы [Абдрахман ]. Р. Өмөтбаев.
ТУЛТЫРЫЛЫУ (тултырыл-) ҡ. төш. ҡар. тултырыу, страд, от тултырыу. Иген тултырылған тоҡ. Кейем тултырылған һандыҡ. ■ Боҙло һыу тултырылған кескәй
кук биҙрәләре, Емештең тынғыһыҙ уйҙарына эйәреп, сайпыла-тугелә тирбәлеп барҙылар. 3. Биишева. Зильда был юлы тынысы-раҡ уйланы ла көҙгөһөн уҙенең ваҡ-төйәк тултырылған төргәге эсенә тыҡты. Н. Мусин. Фотоһурәттәр, хаттар ҡабат йыйып алынып, баяғы һарғылт баулы йәшкелт муҡсаға биләуләнә, бөтә әйберҙәр ҡабат тултырыла. Й. Солтанов. Тракторҙар ер башына сыға һалғас та, сәскестәргә орлоҡ тултырыла, дискылар менән катоктар таҙартыла. Т. Килмөхәмәтов, һуйырға тип әллә нисәмә йылҡы ҡороҡланды, тана-торполар, ҡуй-һарыҡтар бәйләнде, көн-төн ағытмай, бейәләр һауылды; ҡымыҙ бешеп һабалар тултырылды. Ғ. Ибраһимов. Ҡуҙыйкурпәс шул хәлдә торған мәлдә ҡапыл кук кукрәп, тау һәм мәмерйә тетрәп китә, тылсымлы һыу тултырылған табаҡ туңкәрелә, серле таҡта иҙәнгә төшөп селпәрәмә килә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ТУЛТЫРЫП (Р: дополна; И.: to the top; T.: ağzına kadar) p.
1. Тулы итеп, тулғансы. □ Дополна, доверху. Тултырып һалыу. Сана тултырып бесән килтереу. ■ Маһитап менән бергәләп эремсек ҡайнаттылар, гөбө тултырып май яҙҙылар, ҡайнатылған эркеттән ҡорот йомарлаҡтары яһап, ыҫлар өсөн ылашҡа теҙҙеләр. Ғ. Ибраһимов. Арба тултырып, ниндәйҙер йөк тейәп алғандар. Р. Байымов.
2. һөйл. Күп, бик күп итеп. □ Много, очень много. Тултырып кустәнәс һалдым.
3. кусм. һөйл. Түңәрәкләндереп, ҙур итеп. □ Во весь, во все, на все. Куҙҙе тултырып ҡарау. ■ «Миңә лә ҡыҙ бала нығыраҡ оҡшай», — тине ул [Әшрәф], Әлфиәнең куҙҙәренә тултырып ҡарап, уның ҡулдарына устарын ҡуйып. И. Абдуллин. Көнбикә бөтә йөҙөн тултырып көлөп ебәрҙе. С. Агиш. Нисек тултырып ҡараны ул, ни ҡәҙәре әйтелмәгән рәхмәт һуҙҙәре урғылды был оҙон керпектәр араһында балҡыған аяҙ кук шикелле саф зәңгәр куҙҙәрҙә! Ә. Вәли.
ТУЛТЫРЫУ (тултыр-) (Р.: наполнить; И.: fill (up); T: doldurmak) ҡ.
1. Һауыт, ҡапсыҡ, муҡса һ. б нәмәләр эсенә һалыу. □ Наполнить, заполнять, на-
559