ТУЛТЫРЫУ
бивать; насыпать, засыпать. Ондо тоҡҡа тултырыу. Сумаҙанға нәмәләрҙе тултырыу. Тапап тултырыу. Төйөп тултырыу. Тыңҡыслап тултырыу. Баллонға газ тултырыу. Кеҫәгә көнбағыш тултырыу. Самауырға ҡуҙ тултырыу. Я Таиба әбей .. ҡабаланып, юл тоҡсайына икмәк, ҡорот, эремсек кеуек аҙыҡтар тултырырға кереште. 3. Биишева. Рәмзил резина кәмәһенә һауа тултыра һалып, әйберҙәрен тейәп, менеп тә ултырҙы. Д. Бүләков. Бай Ҡаятау башынан төрлө-төрлө аҫыл таштарҙы ташлап торған, Оморҙаҡ уны кесерткән тоҡтарға тултырып торған, ти. Әкиәттән. Ике генә кәкук, эй, саҡыра, ояһына мамыҡ тултыра. Йырҙан.
2. Күп итеп нимәнеңдер эсенә индереү, урынлаштырыу. □ Начинять, фаршировать. Тауыҡ тултырыу. Тултырма тултырыу.
3. һауыт кеүек нәмәнең эсен тулы итеү. □ Наливать, наполнить. Тултырып ҡойоу. Тултырып һалыу. Кунәкте һыу менән тултырыу. Ҡаҙан тултырып аш бешереу. Я Тар көбөлә әсе ҡатыҡ бешеп торған Өммөгөл-сөм, шишмә һыуын ҡушҡас, тағы бер-ике гөбөрҙәтеп бешеп алды ла ҙур туҫтаҡты мөлдөрәмә тултырып айран алып килде.
3. Биишева. Сәкинә, сәйнуккә һыу тултырып тағанға аҫҡас та, усаҡ урләтеп ебәрҙе. Р. Ғабдрахманов. Бура ҙурлыҡ ҡаҙандарҙы һыу менән тултырырға, ҡайнап сыҡҡас, төбөнә ултырмаһын өсөн көлдө болғатып торорға, һелтегә әйләнгәс, яңынан ҡайнатыу өсөн икенсе ҡаҙанға кусерергә лә көлдө тугергә кәрәк. И. Ғиззәтуллин. Мәскәй, йылмая биреп, Ҡуҙыйкурпәсте йөҙө менән таҡтаға ҡаратып баҫтырып ҡуя, шунан уның алдына баҡыр табаҡҡа таҙа һыу тултырып ултырта. «Ҡуҙыйкүрпәс». Иртәгә саҡлы ошо сапсаҡты [һыу менән] тултырмаһаң, йәнеңде алырмын! Әкиәттән. • Яңғыҙ бейә һаба тултырмай. Әйтем.
4. Бөтә булған урын, майҙанды тулы итеү. □ Заполнить всю площадь, место и т. п. Баҡсаны еләк менән тултырыу. Дәфтәр битен тултырып хат яҙыу. Залды халыҡ менән тултырыу. Я Бик ауыр йөк тарт
ҡандай мышнай-мышнай, ҡәләм осона төкөрә-төкөрә, Емеш бөтәһенән алда дәфтәр битен тултырып яҙып бөттө. 3. Биишева. Егерме дурт битле дәфтәрҙе тултырып барам инде. Яр. Вәлиев. Йәштәр урындыҡ ситен тултырып ултырған, һ. Дәүләтшина. Йылҡыларың ҡолонлап, яландарҙы тултырһын. Туй йырынан. Туңәрәккәй кулдең сите ҡамыш, томбойоҡҡай менән тулы икән. Йырҙан.
5. Бөтә булған урын, майҙанды биләү, солғау. □ Занимать, заполнить площадь, место и т.п. Баҫыу тултырып ашлыҡ сәсеу. «Ура» тауыштары залды тултырҙы. Я Урманды хуш еҫкә тултырып, йукә ағасы сәскә ата. Ә. Вәли. Ауыл урамдарын тултырып сабышҡан арбалылар хәҙер кирегә, Ғәлимйән Таған ҡалдырып киткән роталар яғына табан дыңғырланы. Р. Байымов. Әле ҡасан ғына туғыҙ бөртөгөм дә, мәж килеп, бөтәһе бергә өй тултырып йәшәй торғайнылар. М. Ғиләжев. Өй эсенә һалҡын тултырып, Яҡуп, Булат, Шәуәли һәм .. бер ҡарт килеп инде. Б. Бикбай. Куропаткин генерал хәҙер ергә ултырған, Порт-Артур-ҙың тирәһен һалдат менән тултырған. Бәйеттән. Беҙҙе илтеп тултырҙылар ҡуйы ҡара урманға. Бәйеттән. • Таҙа орлоҡ таҙа иген уҫтерер, насар орлоҡ ҡырға суп-сар тултырыр. Мәҡәл.
6. Буш ҡалдырылған урынға кәрәкле мәғлүмәтте яҙыу. □ Заполнять. Анкета тултырыу. Санаторий картаһын тултырыу. ■ Мәрйәм Ҡәнзәфәровна инде уларҙы башҡаса тыңламай ине, ашығып-ашығып ниндәйҙер бланк тултырҙы. Д. Бүләков. Госпиталгә ингән һәр бер кешегә ҡасан, ниндәй сәбәп менән инеуе тураһында ҡағыҙ тултыралар. И. Ғиззәтуллин. Иҫәп-хисабын да, заводтан килгән бланк, ведомостарҙың бөтәһен дә дөрөҫ иттереп, яңылышмай тултырырлыҡ булды улым. С. Агиш.
7. Билдәләнгән иҫәп, һанға еткереү. □ Доводить до какого-то количества. Ҡырҡ бишкә тултырыу. ■ Бәһлеуән, Кейеҙбайҙы кургәс: «Ярай, иллегә бер кеше тулмай ине, һине йығып тултырырмын әйҙә», — ти. Әкиәттән.
560