Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 561 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЛЫ
8. Билдәле күләм, дәүмәлгә еткереү. □ Выполнять, завершать план, задание. Планды тултырыу. Норманы тултырыу. Хеҙмәт көнөн тултырыу. Хеҙмәтте тултырыу. М «Планды уны беҙ иртәгә тултырабыҙ», — тине Аҡназаров, һәр ижегенә баҫым яһап. Ә. Вәли. Беҙ, сменабыҙҙы тултырып, ял итергә туҡтағайныҡ. Т. Йәнәби. Аҫылбай-ҙың хеҙмәтен тултырғас, ауылға ҡайтыу -ҡайтмауын белеште. Р. Байымов.
9. Күпмелер йәште теүәлләү. □ Исполняться; достигать, доходить до какого-л. возраста. Ҡырҡ йәште тултырыу. Илле йәште тултырыу. ■ Минең ҡыҙым бөгөн ун алты-һын тултырып, ун етегә китте. С. Агиш.
10. күсм. Ниндәйҙер хис, уй-фекер һ.б. менән һуғарылыу, биләнеп алыныу. □ Завладеть чьим-л. сердцем; наполниться чувствами. Ошо ҙур мөхәббәт уларҙың күңелдәрен шатлыҡ һәм ғорурлыҡ менән тултыра ине. Ә. Әминев. Болот артынан ҡапыл килеп сыҡҡан ҡояш, бөтә булмышына, күңеленә йәшәрткес рух булып тулған бынау яҙғы һауа, ҡауландарҙы моңдан дерелдәргә мәжбүр иткән, күренмәгән ҡоштар һайрауы — барыһы ла уның күңелен шифалы тылсым менән тултырҙы, уны торорға, ауылына табан аҙымдарын йышайтырға мәжбүр итте. Т. Ғарипова.
♦ Ауыҙ тултырып <һөйләү> ҙур итеп, оло итеп. □ Громогласно, во весь голос. ■ [Фатима:] Хәҙер Талха ауыҙ тултырып һөйләп йөрөгән булыр әле. Ж. Кейекбаев. Ауыҙын тултырып, ул нимәлер әйтмәксе булғайны, түше орден-миҙалдан балҡып торған офицерҙы күреп, телен тешләне. И. Абдуллин. Ҡәҙерҙе белмәй, йәнә ауыҙ тултырып ағай-эне, тип ултыраһың. Т. Ғарипова. Күкрәк тултырып иркен итеп, рәхәтләнеп. □ Полной грудью. ■ Күкрәк тултырып тын алырға ла ҡурҡҡандай ҡасып-боҫоп ятҡан ярлы-ярпы ҡайнашып урамға сыҡты. 3. Биишева. Тирә-яҡ тау, урмандарҙы ҡыҙырып, күкрәк тултырып, тыуған яҡтың иҫерткес һауаһын һулап, ҡымыҙ һемереп тә йөрөйһө ине лә. Р. Байымов. Тултырған тауыҡ кеүек үтә һимеҙ, топош кәүҙәле кешегә ҡарата кәмһетеп әйтелә. □ Как начинённая курица
(о полном, тучном человеке). ■ Суфыя бикәне күрҙем. Бер ҙә генә танымаҫлыҡ булып ябыҡҡан, әүәлге тултырған тауыҡ кеүек, аҡ, һимеҙ беләктәре урынына ҡоро һөйәк кенә ҡалған. Б. Ишемғол.
ТУЛТЫРЫУСЫ (Р: дополнение; И.: object; T.: tümleç) и. грам.
Һөйләмдәге эш-хәрәкәт йүнәлтелгән нәмәне йәки нәмәнең эшкә, хәрәкәткә булған мөнәсәбәтен белдергән эйәрсен киҫәк. □ Дополнение. Тура тултырыусы. Ситләтелгән тултырыусы. Тултырыусылар «кем?», «нимә?», «кемде?», «нимәне?», «кемдә?», «нимәлә?», «кем тураһында?», «нимә тураһында?» һорауҙарына яуап бирә.
ТУЛТЫРЫШЫУ (тултырыш-) ҡ. урт. ҡар. тултырыу 1, 2, 5, 7. взаимн. от тултырыу 1, 2, 5, 7. Тоҡ тултырышыу. Тоҡҡа картуф тултырышыу. ■ Музейҙың алтын әйберҙәрен махсус тимер йәшниктәргә тултырыштыҡ. Ғ. Хисамов.
ТУЛЫ (Р: полный; И.: full; T.: dolu) с.
1. Өҫтөнә, ситенә сыҡҡанса нимәлер һалынған йәки ҡойолған. □ Полный, полно. Тулы һауыт. Тулы туҫтаҡ. ■ Килендәр бейәләрҙе һауып бөтөп ебәрҙеләр ҙә, һөт менән тулы силәктәрен көскә күтәреп, көлөшә-көлөшә аласыҡ яғына китеп тә барҙылар. 3. Биишева. Фәтих ағай улының сикһеҙ шат күҙҙәренә ҡарап уйлап алды: «Моғайын, аҡса тулы янсыҡ тапҡандыр». И. Абдуллин. Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын, тулҡындары тулы, яры киң. Р. Ниғмәти. Үткәндәрҙе уйлап күңел тулды, бирсе ҡымыҙ тулы алдырҙы! С. Кулибай. • Түгелгән тулы булмай. Әйтем
2. Урын, майҙанды тотош биләгән. □ Полный, полно, полон. Келәт тулы иген. Кәртә тулы мал. Каҙан тулы ит. Урам тулы кеше. Клуб халыҡ менән тулы. ■ Халыҡ менән шығырым тулы залда буш урын күренмәне. А. Абдуллин. Иштуған барып еткәндә, баҙар майҙаны халыҡ менән шығырым тулы ине. 3. Биишева. Катын-дар яғында ла әйберҙәр менән урҙа тулы. Ж. Кейекбаев. Уның ҡыр тулы ашлығы, аҙбар тулы тиҙәге, бура тулы бойҙайы булмағас, бурылға ла артыҡ эш юҡ. С. Агиш.
561