Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 562 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЛЫ
Кул-йылғаларым һыу менән тулы, һәм диңгеҙҙәрем зәңгәр тулҡынлы. М. Хәй. Йәмил өй эсе тулы йыһаздарға һәм байлыҡҡа иғтибар итте лә эстән генә һыҙып ҡуйҙы: «Ана бит әҙәмдәр нисек йәшәй!» Р. Байбулатов. [Барсынһылыу:] Арҡа тулы ала бейә, туғай тулы туры бейә, бирнә итеп бирсе, атай, бирсе, атай! «Алпамыша». Ишеккәйем алды, ай, кулгенәм томбойоҡтар менән тулы икән. Халыҡ йырынан. Буралағы тулы ашыңды ашатмаҫ та булдың, атаҡайым. Сеңләүҙән.
• Ауыл тулы туғаның булғансы, ауыл һайын берәр булһын. Мәҡәл. Йөгөң куп булһа, келәтең тулы булыр. Мәҡәл. Хәйерсенең ҡуйыны тулы икмәк. Әйтем. Шымда ни була? Урты тулы ҡом була. Әйтем.
3. Бөтә булмышты биләгән. □ Заполненный, наполненный. ■ Йөрәк шатлыҡ менән тулы. Яр. Вәлиев. Иҫ киткес гузәллек менән тулы булған кис килде. Ә. Вәли. Кукрәге ғорурлыҡ һәм шатлыҡ менән тулы ине. Ф. Ғәлимов. Эсең-тышың тулы сеп-сей ялған менән. Ш. Бабич. Йөрәк тулы һағыш сайпылып, тим, уләндәргә тама курмәһен. М. Кәрим. Уның [капитан Иршат Усман улы Ардыуановтың] йөрәге тулы мөхәббәт, туше тулы орден ине, улым. И. Абдуллин. Алһыу йөҙкәйҙәрем, ай, һарғайҙы, куңелем тулы ҡайғы-уй менән. Халыҡ йырынан. Эскенәйе тулы ут булһа ла, сер белгертмәҫ егет уяуы. Халыҡ йырынан. Һағынып ҡына ятып хаттар яҙҙым, эскенәйем тулы моң менән. Халыҡ йырынан.
4. Бөтә булмышы менән ғәмәлләшкән. □ Полный, целый. Тулы бәхет. Тулы итеп куҙ алдына килтереу. М Беҙ шәхси һәм йәмғиәт мәнфәғәттәренең тулы гармонияһы өсөн, буленмәусе бөтөн бәхет өсөн көрәшәбеҙ. И. Абдуллин. Әсә кеше һиҙмәй буламы һуң инде, ҡыҙының шатлыҡ тулы куҙҙәренә ҡарап та тойғандыр, моғайын. Д. Бүләков.
• Куңелең таҙа булһа, бәхетең тулы булыр. Мәҡәл.
5. Бер ни менән сикләнмәгән, ҡыҫылмаған. □ Полный; полноправный. Тулы демократия. Тулы хоҡуҡ. М Шул көндән алып ул ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнде. И. Абдуллин. Үҙ халҡыңдың әҙәбиәтен, та
рихын яҡшылап белмәй тороп, тулы баһалы кеше булып буламы ни? 3. Биишева. Батшалыҡты ҡолатмай тороп, беҙгә тулы иреккә ирешеу мөмкин тугел. Һ. Дәүләтшина. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, милләттәр ҙә тулы хоҡуҡлы булһын! Р. Байымов. Бына бөгөнгө мәктәп эскәмйәһендә уҡып ултырған балалар бер нисә йылдан ошо ерҙең тулы хоҡуҡлы хужалары буласаҡтар. Д. Бүләков.
6. Билдәле бер иҫәп, самаға тотош еткән.
□ Полный, целый. Тулы бер эш көнө. Тулы өлөш. ■ Халыҡ хәҙер уҙ власын яҡшы төшөнә, ул власть биргән мөмкинлектәрҙән уҙе тулы рәуештә файҙаланырға тейеш, тип һанай. С. Агиш. [Кооператив] Аҡназарҙың алам тигән нәмәләрен арзан хаҡ менән бирҙе лә ҡалғанына тейерен аҡсалата тулы боло менән туләп ебәрҙе. Ғ. Дәүләтшин.
7. Бөтә булған тейешле өлөш, киҫәктәрҙе эсенә алған. □ Полный. Әҫәрҙәрҙең тулы йыйынтығы. Тулы йөкмәтке. ■ Гөнаһ шомлоғонамы, ул [Әлибай] ҡорған ауылға тулы исемен ҡушып атарға теләмәйҙәр. Ғ. Ибраһимов. Уның тулы исеме — Фәтхелбаян. X. Ғиләжев.
8. Бөтә нәмәне тейешенсә эсенә алған.
□ Подробный, исчерпывающий. Тулы яуап. Тулы итеп әйтеу. М һуҙҙәрҙең һәр бер өнө тулы килеш, юғалмайынса ҡабул ителә. С. Агиш. Һорауҙарҙың барыһына ла тулы ғына яуап бирҙек кеуек. Р. Байбулатов, һөй-ләуселәрҙең һуҙен протоколға тулы итеп теркәй барығыҙ. М. Тажи.
9. Иң ҙур күләм, дәүмәлдәге. □ Полный, круглый, большой. Тулы ай. Тулы куҙ-ҙәр. ■ [Катын] тулы куҙҙәрен тултырып, иренә ҡараны. Б. Бикбай. Куктә һанһыҙ йондоҙҙар уртаһында туңәрәк тулы ай йөҙә. С. Агиш. Бына йөҙө яҡтырҙы, тулы куҙҙәре осҡонланып китте. Яр. Вәлиев. Рауза, тулы айҙы кургәс, өйрәнелгән хәрәкәт менән башындағы шәлен аса биреп, куккә ҡараны ла һамаҡланы: «Ай курҙем аман менән, ауыҙым тулы иман менән!» Т. Ғарипова.
10. Иң юғары кимәлдәге. □ Высший; полный. Тулы көс. Тулы сифат. Техниканы тулы ҡеуәтендә эшләтеу. ■ Бурылдың холҡонда, йөрөш-торошонда тулы уҙгәреш тыуҙы.
562