ТУЛЫЛАНЫУ
С. Агиш. Ҡурай — данлы халҡымдың данлы үткәне лә, гүзәл бөгөнгөһө лә, шашлыҡтарға тулы киләсәге лә. 3. Исмәғилев.
11. Итләс, йомро. □ Полный. Тулы беләк. Тулы тән. ■ Үҙен тотоуында һис бер артыҡлыҡ курһәтмәгән Мәғсүмдең алһыу тулы йөҙөнә ҡарап, Сергей: «Бөтөнләй егет ҡорона сыҡҡан», — тип уйлап ҡуйҙы. А. Абдуллин. Шып-шыма итеп ҡырынған тулы битле, хуш куңелле писарь .. [документҡа] куҙ йу-гертте. И. Абдуллин. Сәлих ошо ерҙә тулы кәуҙәһе менән боролоп тирә-яғына ҡаранды. С. Агиш. Тулы беләктәре ҡултығына тиклем яланғас. X. Ғиләжев. Тәпәш кенә Аҫылбикә, тулы кәуҙәһен мөлкөлдәтеп, йугерә-атлай, ҡурҡа-өркә генә ире ҡаршыһына килде. Ғ. Ибраһимов.
♦ Ауыҙы тулы бал да май 1) етеш, мохтажлыҡ кисермәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Как сыр в масле кататься; 2) ярамһаҡланыусы кешегә ҡарата әйтелә. □ Сладкоречивый. • Ҡуштандың ауыҙы тулы бал да май. Әйтем. Ауыҙың тулы бал да май булһын муллыҡ, байлыҡ теләп әйтелә. □ Пусть будет мёд и масло на устах у кого-л. Эй балам, һөйөнсөңә ҙур рәхмәт, ауыҙың тулы бал да май булһын. Донъя тулы бик күп. □ Очень много, полным-полно. Донъя тулы булыу. М Вәхши куҙ, шаҡшы куңел, алдаҡсы тел донъя тулы. Ш. Бабич. Баймаҡ ҡайһылай байып киткән дә! Ҡайһы ғына лавкаһына инмә, донъя тулы нәмә. Һ. Дәүләтшина. Итәк тулы бик күп (балаларға ҡарата әйтелә). □ Много (о детях), букв. Полный подол. ■ Итәк тулы йәтимең, илап ҡалған ҡатының. М. Буранғолов. Минең бит итәк тулы бала. Мин уларҙы нисек аҫрайым? 3. Биишева.
ТУЛЫ АЙ (Р.: полнолуние; И.: full moon; T.: dolunay) и.
1. Ай тулған мәл. □ Полнолуние. Тулы айҙа яңы эш башлау. Тулы айҙа баҡса ултыртыу. Тулы ай ваҡыты.
2. миф. Туй үткәреү, һунар, аҡса эштәре менән булышыу өсөн иң яҡшы мәл. □ Полнолуние (благоприятное время для свадеб, охоты, денежных дел). ■ Тулы айҙа теләк теләһәң, кабул була. «Башҡорт мифологияһынан.
ТУЛЫҠ (Р.: полный; И.: full; T: dolu) с. диал.
Тулы. □ Полный. Тулыҡ ус. Тулык силәк. ■ Ул [Теүәлбай], ҡара туры тулыҡ йөҙлө, уткер куҙле, төҙ танаулы, тура яурынлы, оҙон ҡара сәсле, аҙ ғына һыҙылып мыйығы сығып килә торған ун туғыҙ йәшлек егет булып алған. Ғ. Дәүләтшин.
ТУЛЫ ҠАНЛЫ (Р: полнокровный; И.: plethoric; T: dolgun kanlı) с.
Күп нәмәне эсенә алған, бай йөкмәткеле, күп яҡлы. □ Полнокровный. Тулы ҡанлы образ. Тулы ҡанлы тормош. ■ Заманыбыҙҙың актуаль талаптарына яуап бирә алған тулы ҡанлы әҫәрҙәр кәрәк беҙгә. М. Ғәли.
ТУЛЫҠҺЫУ (тулыҡһы-) (Р: сильно волноваться; И.: be worried much; T: çok heyecanlanmak) ҡ. иҫк.
Ныҡ тулҡынланыу, йөрәкһеү. □ Сильно волноваться; переполниться. Хискә бирелеп тулыҡһыу, йөрәкһеү.
ТУЛЫЛАНДЫРЫЛЫУ (тулыландырыл-) ҡ. төш. ҡар. тулыландырыу, страд, от тулыландырыу. Мәктәп китапханаһы яңы китаптар менән тулыландырыла. Дауахана яңы ҡорамалдар менән тулыландырьтған.
ТУЛЫЛАНДЫРЫУ (тулыландыр ) (Р: пополнить; И.: replenish; T: doldurmak) ҡ.
Өҫтәп, тулыраҡ итеү. □ Пополнить, восполнить. Музей экспонаттарын тулыландырыу. Эшселәр синыфын тулыландырыу. Дивизияны тулыландырыу. Белемде тулыландырыу. Балалар шатлығыбыҙҙы тулыландыра. ■ һирәгәйеп ҡалған роталарҙы резервтан килгән ярты меңләп кеше менән тулыландырҙылар. Д. Юлтый. Пугачёв талабын иҫтә тотоп, Салауат командаһын тик атлы ғәскәр иҫәбенә тулыландырҙы. X. Ғиләжев. Репродукторҙағы тауыш та һулҡ-һулҡ иткән ауаздар менән бүленә-бүленә һүҙен дауам итте, ул халыҡты пани-каға бирелмәҫкә, бер сафҡа баҫырға, рәттәрҙе тығыҙыраҡ тулыландырырға, берҙәм булырға саҡырҙы. 3. Ураҡсин.
ТУЛЫЛАНЫУ (тулылан-) (Р: пополниться; И.: augment; increase; T: dolmak) ҡ.
1. Өҫтәлеп, тулыраҡ хәлгә килеү, тулыраҡ булыу. □ Пополниться, увеличиваться.
563