Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 564 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУЛЫЛЫҠ
Әҙәбиәт яңы әҫәрҙәр менән тулылана, һуңғы йылдарҙа музыка байлығыбыҙ йәнә тулылана төштө. Тулыланыусы энергия сығанағы. ■ Тиҙҙән геологтың ҡыйыу фекере разведка мәғлүмәттәре менән тулыланды. Ә. Байрамов. Тәүге көндәрҙәге юғалтыуҙар урманда бүленеп ҡалған ваҡ төркөмдәр иҫәбенә тулылана барһа, хәҙер улар ҙа бөттө. И. Ғиззәтуллин. Элекке йорттарҙың ҡый-һай баҫҡан нигеҙендә башҡа сыҡҡан йәш ғаиләләр яңы өй торғоҙҙо, урамдар ҡабат тулыланды, тигеҙләнде. Ә. Хәкимов. Килгән һалым менән ҡаҙнаның кеҫәһе лә тулыланып ҡаласаҡ.
3. Ураҡсин. Яралар әкренләп төҙәлә, өй эсе тағы ла кәрәк-яраҡтар менән тулылана башланы. Ф. Чанышева.
2. Итләс, йомроға әйләнеү; йомро булыу.
□ Полнеть. Кәүҙәгә тулыланыу. Ит ҡунып, тулыланып китеү. К Унда хәҙер инде биттәре тулыланып киткән, күҙҙәре мызлап ялтыраған улы ята. Н. Мусин. Ҡыҙ ни, оҙаҡ та үтмәй, элеккенән дә һылыуыраҡ булып, таҙарып, тулыланып китә. Б. Бикбай. Һаман тулылана барған бит алмалары ҡарағусҡыл йөҙөнә йәм өҫтәй бирҙе, оҙон керпектәр араһынан оялсан ғына ҡараусы һоро күҙҙәр асыҡлана төштө, ауыл һауаһы килешептер инде, нәҙекәй биленә ит ҡунып, тумалаҡланып китте. Т. Килмөхәмәтов.
ТУЛЫЛЫҠ (тулылығы) (Р.: полнота; И.: plentiness fullness; T.: doluluk) и.
1. Берәй нәмә менән тулы булыу хәле, сифаты. □ Полнота. Биҙрәһенең тулылығы шәп атларға мөмкинлек бирмәй. ■ Зиһен һаман тулылыҡ кисермәй, ул һаман асыҡлау, аныҡлау талап итә. Т. Сәғитов.
2. Таҙалыҡ, йомролоҡ. □ Полнота. Кәүҙәнең тулылығы.
3. Нимәнеңдер барлыҡ сифаттары, асылы.
□ Полнота. Я Музыка менән һынлы сәнғәттең тәьҫирен бөтә тулылығында әйтеп бирә торған һүҙ юҡ әле. Ғ. Ибраһимов. Һыуҙың ни тиклем дә ҡиммәтле булыуын, кешеләрҙең, бөтә тәбиғәттең унан башҡа йәшәй алмауын Хәсән Ҡомсыуатта бөтә тулылығы менән аңланы. М. Ғиләжев. Ысынбарлыҡ, бөтә тулылығы менән Кәбирҙең күҙ алдына килеп баҫып, борсоулы уйҙарын, ғазап
лы кисерештәрен ҡырҡыулаштырып ебәрҙе. Яр. Вәлиев. Санияның тиҙҙән шаулы ҡала урамдары буйлап үҙ аяғы менән атлап үтәсәгенә, уның да башҡалар кеүек тирә-яҡтағы тормош рәхәтлеген бөтә тулылығы менән тойоп йәшәй башлаясағына шикләнмәй инем инде мин. Ф. Әсәнов. Был һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһен ул саҡта бөтә тулылығы менән аңлап бөтөрә алмағайны Мәғрүф. С. Поварисов. Йоҡонан уянып килгән ҡала урамдарынан ғорур атлап үтеүҙең ләззәтен, моғайын, ана шул ике яҡлап теҙелеп киткән яҡты тәҙрәле йорттарҙы үҙ ҡулдары менән күтәргән кеше генә бөтә тулылығы, нескәлеге менән һиҙемләй алалыр. Р. Ханнанов.
4. күсм. Байлыҡ, муллыҡ, тулы булыу хәле. □ Зажиточность, целостность. ■ Һике өҫтөндә йыйыштырылып ҡуйылған түшәк-яҫтыҡ, мендәрҙәр өйгә айырым бер тулылыҡ бирә. Ғ. Ибраһимов. Шатлыҡтан, моңһоулыҡтан, тормоштоң көс еткеһеҙ тулылығынан, тослоғонан үкһеп-үкһеп илағыһы килә. 3. Биишева. Был бала беҙҙең тормошҡа тағы ла бер матурлыҡ бирҙе, өйгә тағы ла тулылыҡ, йәнлелек керетте. М. Ғафури. Был тулған айҙы, зәңгәр күкте, һанһыҙ йондоҙҙарҙы тын һәм үҙ матурлығына, үҙ тулылығына ғорур ултырған был тәбиғәтте, уны тамаша итеүсе кешеләрҙең тәьҫирҙәрен яҙыу өсөн ниндәй буяуҙар кәрәк? Б. Дим.
ТУЛЫР-ТУЛМАҪ I (Р: чуть-чуть неполный; И.: almost full; T: dolar dolmaz) с.
Тулып етмәгән, саҡ ҡына тулмаған. □ Чуть-чуть неполный; не совсем полный; почти полный. Тулыр-тулмаҫ һауыт. Я Тик тулыр-тулмаҫ бер йылда ошолай may ҡәҙәр эш аҡтарылып ташланырын күҙ алдына килтермәгәйнеләр йәштәр. Т. Килмөхәмәтов.
ТУЛЫР-ТУЛМАҪ II (Р: неполно; И.: almost full; T: dolar dolmaz) p.
Тулып етмәгән, саҡ ҡына тулмаған. □ Неполно, не доходя. Тулыр-тулмаҫ һыу һалынған мискә. Биҙрә тулыр-тулмаҫ еләк йыйыу. ■ «Илле ботҡа ла тулыр-тулмаҫ», — ти не Камалов теләр-төләмәҫ кенә. Яр. Вәлиев.
564