ТУЛЫҺЫ МЕНӘН
Ун һигеҙе яңы тулып үткән, шунлыҡтан тирә-яҡтағы бар донъя уға сихри бер тамаша булып күренгән Мәүсилә, иҫ-аҡылдары китеп, был яҡтарҙа әйтмешләй — ҡаяның таш битен, уның йыйырсыҡтарын берәм-берәм күҙҙән үткәрҙе. Д. Бүләков. Эйе, бынан бер нисә көн элек кенә уға утыҙ йәш тулды. В. Исхаҡов. Таңды көтә һәм һөйөүен көтә егермеһе тулған ҡыҙ бала. Ә. Атнаба-ев. Ҡыркы тулмаған баланы яңғыҙын ҡалдырып тышҡа сығырға тура килһә, сабый өҫтөнә, «бисмилла» әйтеп, бысаҡ һалырға кәрәк. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
♦ Күңел тулыу йомшарыу, күҙгә йәш тығылыу, илағы килеү, тойғо менән тулыу. □ Наполняться чувствами; смягчиться душой, прослезиться, наворачиваться (о слё-зах). ■ Ғүмәр ауылын үтеп, биләнгә менгәс, Сөнәғәттең күңеле тулды. Ж. Кейекбаев. Әсәһен йәлләүҙән Ҡәбирҙең күңеле тулды хатта. Яр. Вәлиев. Йәрем килгәс, мең шатлыҡҡа тулды йөрәк, һыйҙыра алмай сатнағандай булды йөрәк. Р. Бикбаев. Фәтих ағайҙың күңеле тулды, тамағына төйөр тығылды. И. Абдуллин. Тулып ята бик күп булыу. □ Быть в изобилии; очень много, навалом. ■ Килен, ҡул ҡаушырып тик ултыраһы булма, эш тулып ята. 3. Биишева. Аҡыл ни ул үҙемдә лә тулып ята торғайны. Һ. Дәүләтшина.
ТУЛЫҺЫ МЕНӘН (Р.: полностью; И.: fully; T.: tümüyle) р.
Тулы көйө, тулыһынса, тотош. □ Полностью, целиком. Тулыһы менән тапшырыу. ■ [Катын:] Атаһы, Хоҙай биргән икән, бының ғөшөрөн Тәүкәй муллаға тулыһы менән бирербеҙ инде. Т. Йәнәби. Бикбулат был юлы тулыһы менән хәрби кейемдә ине. С. Агиш. Ял көндәрендә иһә Вәлихан аш-һыу мәсьәләләрен тулыһы менән үҙ өҫтөнә ала һәм ҡустыһын тәмлерәк аштар менән һыйларға тырыша ине. Ә. Байрамов. Бына шул рәүешле берләшеп хәрәкәт иткән ваҡытта ғына беҙ .. тарих тарафынан өҫтөбөҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы тулыһы менән үтәй аласаҡбыҙ. Р. Байымов. Адвокат менән булған бәхәс тулыһы менән хәтерҙә ҡалмаған. X. Зарипов. Беҙгә көстәрҙе берләштерергә,
бер нисә лабораторияға, ә бәлки, институтҡа ла бергәләп тулыһы менән ҙур, дөйөм проблеманы сисеү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Н. Ҡотдосов. Яҙмышынан тулыһы менән ҡәнәғәт булған кеше юҡтыр. И. Абдуллин.
ТУЛЫҺЫНСА (Р: полностью; И.: fully, completely; T: tümüyle) р.
1. Тулы көйө, бөтөнләйе менән; тотош. □ Полностью, целиком, в полном объёме. Тулыһынса аңлау. Тулыһынса биреү. Тулыһынса файҙаланыу. Тулыһынса әҙер булды. Тулыһынса баһалап еткермәү. ■ һуғыш ҡайтанан ҡыҙып китте, ләкин Закир боевой бурысты тулыһынса үтәгәнсе сафта ҡалды. 3. Биишева. Шулай ҙа йылдар юшҡыны ултырған ваҡиғаларҙы Заһиҙә әбей-ҙең тарҡала төшкән хәтере тулыһынса яңырта алманы. Н. Мусин. Сергей хәҙер үҙе күргән бөтә нәмәнең уны ситләп үтмәйенсә, күңелендә тыуған ер тойғоһо уятыуға шатлана, сөнки ул ошо тойғонан тыш кеше рухының тулыһынса асылыуы мөмкин булмауын һәм нәҡ ошо тойғоноң кешене яңы сифаттар менән тулыландырыуын аңлай ине. А. Абдуллин. Тағы бер көндән Ҡару-анһарайҙың тулыһынса башҡорт хеҙмәтсән халҡы ҡарамағына бирелеүе хаҡында Ырымбурға Милләттәр эше буйынса халыҡ комиссары ҡул ҡуйған телеграмма осто. Р. Байымов.
2. Бөтөнләйе менән, еренә еткереп. □ Всё, всецело. ■ Хаким менән министр урынбаҫары ауыл халҡының бар һорауҙарына ла тулыһынса яуап бирә алманы, сөнки мәсьәләнең күп яғы хатта үҙҙәре өсөн дә ҡараңғы ине шикелле. Ә. Әминев. Ул [Гөльямал] ҡапҡаға ҡарай атланы, ләкин ниндәйҙер көс, тулыһынса асыҡланып етмәгән бер мәсьәлә уны туҡтатты. Я. Хамматов. Ҡуҙыйкүрпәс әүлиәнең теләген тулыһынса үтәй — уны үҙе һорағанса итеп ерләй, шунан ҡәберенә баш эйеп, Мәскәйҙе эҙләп ҡиблаға китә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ТУЛЫШЫУ I (тулыш-) (Р: переполниться; И.: overflow; T: çok bol olmak) ҡ.
1. Ныҡ артыу, тулып ташыу; ҡабарыу. □ Переполниться, наполниться; надуваться. Йылға тулышыу. Ҡамыр ҡабарып, тулы
566