ТУЛЫШЫУ
шып ултырыу. Тулышып ағыу. һыйырҙың елене тулышыу. ■ Яҙ көндәре, бигерәк тә Тәрәнйылға тулышып аҡҡан саҡта, йәштәрҙең киске уйындары ла һәр яҡтыҡы уҙенә башҡа була. Р. Байымов. Елене тулышҡан сыбар һыйыр, сығып һауыуҙарын көтөп, зарланып баҡырҙы ла баҡырҙы. Ф. Иҫәнғолов. Бөтә Европаны талап көс йыйған, һуғыш һәнәрен ныҡлап өйрәнеп алған мәкерле дөшман бигерәк оятһыҙ, тәкәббер ҡыланды, тулышҡан быуа кеуек, беҙҙең оборонаны, йомшағыраҡ урындарҙы һайлап, йә тегенән, йә бынан йырып утергә маташты. Р. Байымов.
2. Көс, һут йыйып, тиртеп тороу. □ Наливаться, созреть; набухать (о зерне, плодах и т. п.). Бәрәләр тулышыу. Еләктәр тулышыу. Сейә бешеп тулышыу. ■ Емгә тулышҡан башаҡтарҙың ҡыштырлауынан яралған тауыштан да бөйөгөрәк моң, унан да гузәлерәк ауаз юҡ. Т. Ғарипова. Бөтә тирә-яҡта йәнләнеу һиҙелә: ағастар бөрөгә тулышҡан, урамдарҙа сылтырап гөрөндө -ләр аға. В. Исхаҡов. Бөрөләрен һутҡа ту-лыштырып, шашып шашты ҡайын оторо. А. Гарифуллина. Тулышҡан тығыҙ бөрәләр-ҙең сертләп-сертләп асылыуҙарын береһе лә курмәне. Ә. Байрамов. Һары, ҡыҙыл алмалар тулышып, бал тамыҙып ултыралар. Р. Камал. Оло Эйек таллығында тулышып бешкән ҡара ҡарағат, ҡыҙыл, аҡ ҡарағаттар бер-бер артлы бешә, өлгөрә тороп, уға йән, йәм өҫтәне. 3. Биишева. Гөрләуектәр аға, ҡоштар ҡанат ҡаға, ҡараш аттың ҡайҙа саҡырып? Ҡарҙар ирегәндә, наҙлап ел иҫкәндә, килгән генә саҡта ай тыуып, һутҡа тулышҡанда тал-сыбыҡ. Ф. Кузбәков.
3. Итләс, йомро хәлгә килеү; тулы булыу; таҙарыу, ҡалынайыу. □ Поправляться, полнеть, стать полным. Бит алмалары тулышҡан. Сикә тамырҙары тулышҡан. Ҡулбаш мускулдары тулышҡан. ■ Сәйҙел ишкәк ишә. Тулышып сыҡҡан мускул иттәре. Ғ. Сәләм. Гәрәй был һуҙҙәрҙе бары Фәхриҙе сәмләндерер өсөн һөйләй, һәм ул яңылышманы, көрәшсенең йөрәге ярһып китте, сикә тамырҙары тулыштылар. Б. Бикбай.
4. кусм. Ниндәйҙер бер хис (шатлыҡ, ҡыуаныс, асыу, ярһыу, нәфрәт, теләк, һөйөу һ. б.) менән тулы булыу; тулыһынса биләнеү. □ Переполниться; быть объятым чем (о чувствах). Өмөткә тулышыу. Шатлыҡ менән тулышыу. ■ Тулышҡан асыу, төртһәң, шартларға тора. Р. Байымов. Ринат куңелендә тулышҡан ярһыуын шартлатып әйтте лә һалды. Р. Байбулатов. Ҡыҙҙың ку-ңеле ниндәйҙер билдәһеҙ хистәр менән тулыша башланы. X. Ғиләжев. Ҡусәрбаев, тештәрен шығырлата ҡыҫып, шул фотоларҙы ҡарап сыҡты ла, ташып тулышҡан нәфрәтен нисек баҫырға белмәйенсә, тик торғандан Ҡорбанды әрләп ташланы. Д. Исламов. Инде Зөлхизәнең йөрәге генә тугел, бөтә йәне-тәне тағы ла утлыраҡ нәфрәт һәм ерә-неу тойғоһо менән тулыша. 3. Биишева.
5. кусм. Мәшғүл булыу. □ Быть занятым чем. ■ Фән, техника, сәнғәттең тулышып сәскә атыуына ирек бирерлек шарттар тыуыр. 3. Биишева. Мин дә йырҙар менән тулышам төҫлө, алмағастар башын эйгәндә. Р. Бикбаев.
6. Таралыу, аңҡыу; бөркөлөү. □ Распространяться (о запахе), пахнуть, исходить. ■ Һауа ғәжәп саф һәм туғай сәскәләренең хуш еҫе менән тығыҙлап тулышҡайны. 3. Биишева.
7. кусм. Нимәнеңдер тулған кеүек булыуы, таралыуы. □ Наполниться, распространиться. ■ Ҡайнар тормош тыны менән тулышҡан һутлы һауа тығыҙлап кукрәк-кә тула, йөрәктәрҙе ғәҙәттәгенән йышыраҡ, тынғыһыҙыраҡ тибергә мәжбур итә.
3. Биишева. Игенсенең йомарт устарынан тыуыр таңдың нуры тулышты. Р. Бикбаев.
♦ Күңел тулышыу (йәки тулыу) илағы килеү. □ Наполниться чувствами; наворачиваться (о слезах). ■ Әҡлимәнең куңеле тулышып китте. Ш. Бикҡол. Куңелдәрҙең өлгөргән ҡымыҙҙай тулышҡан сағы. Т. Ғарипова. «Дан һеҙгә, ҡыпсаҡтар!» — тип ҡысҡырҙы куңеле тулышып киткән ғәскәр башлығы. Р. Байымов. Зильда, уҙе йығылған иламай тигәндәй, Лейпцигтан йөк поезы ҡуҙғалғанда тулышҡан куңелен илап бушатҡан
567