ТУЛЫШЫУ
дан аҙаҡ, әллә ни йомшаҡлыҡ курһәтмәне. Н. Мусин.
ТУЛЫШЫУ II (тулыш-) (Р.: распухать; И.: swell; T.: şişmek) ҡ. диал.
1. Өрөлөп күтәрелеү; ҡабарыу; шешеү.
□ Распухать, вспухать, раздуваться, вздуваться. // Распухание, вздутие. Шеш тулышыу. Бәрелгәндән ҡан һауып, бармағы тулышып сыҡты. Тулышып тороу. Теше һыҙлауҙан яңаҡтары тулышҡан.
2. Эрен йыйыу. □ Нарывать. Тулышып һыҙлау.
3. кусм. Ҡыҙыу; сығырҙан сығыу. □ Нервничать, дойти до предела. Асыуы тулышҡан. Бала-саға тулышып та ауырып китә, ти.
ТУЛЯРЕМИЯ [ингл.] (Р: туляремия; И.: rabbit fever; T.: tularemi) и. мед.
Бактериаль зооноз төркөмөнән булған һәм тәбиғәттә айырым урындарҙа ғына осрай торған үтә көслө йоғошло ауырыу. □ Туляремия. / Туляремийный. Эсәк туляре-мияһы. Биҙле туляремия. Тиф һымаҡ туляремия. Үпкә туляремияһы.
ТУМА I (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Байулы-бөрйән, бөрйән, ҡара ҡыпсаҡ, ҡарый-ҡыпсаҡ, ҡырҡ-өйлө-мең ырыуҙарына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Родовое подразделение башкир племён баюлы-бурзян, бурзян, карый-кыпчак, кырк-уйле-мин. Тумалар нәҫеле. Тумалар ауылы. Тумалар урамы.
ТУМА II с. ҡар. тыума 1. Тума бала. • Ахырызаман булһа, тума батша булыр. Мәҡәл.
ТУМАЖНАЙ (Р: полный; И.: plump; T: tombul) с. һөйл.
Ныҡ таҙа, тулы кәүҙәле, һимеҙ; тумалаҡ кеүек. □ Полный, тучный. ■ Көс еткеһеҙ, тумажнай малайын тау-таш араһынан йөҙ саҡрымдай араға нисек кутәреп барыр [Сара]? Г. Мостафина.
ТУМАҠА (Р: чурбан; И.: block; T: kütük) и. диал. ҡар. түмәр.
1. Йыуан ағастың ҡыҫҡа ҡырҡындыһы.
□ Чурбан. Тумаҡа теҙеп ҡуйыу. Тумаҡа ойоу.
2. әрл. Аңра кешегә ҡарата әйтелә. □ Чурбан (о глупом, тупом человеке). Тумаҡа булдыңмы әллә?
ТУМАҠАТАН ӘЙЛӘНЕҮ (тумаҡатан әйлән-) (Р: перевернуться через голову; И.: go head over heels; T: tepetaklak olmak) ҡ. диал.
Тәкмәс атыу. □ Перевернуться через голову, кувыркаться. Тумаҡатан әйләнеп уйнау. Тумаҡатан әйләнеп сығыу. Тумаҡатан әйләнеп ярышыу.
ТУМАЛАҠ I (Р: круглый; И.: round; T: tekerlek) с.
1. Бөтә яғы түңәрәк, һәр яҡлап йомро. □ Круглый, шарообразный. Тумалаҡ таш. ■ Мин кисә ҡырсындан биш тумалаҡ таш табып алып ҡайттым. 3. Биишева. Куҙ бәйләнеп өлгөрмәне, офоҡ ситенән ҡыҙғылт тумалаҡ ай ҙа тәгәрләп сыҡты. М. Кәрим. Үрмәләне куккә тумалаҡ ай төн битендә бөгөн көлөргә. Ғ. Амантай. Урҙала Этҡол байҙың төлкө толобо, ҡамсат бурке,.. тумалаҡ көмөш төймәле соға кәзәкейе эленеп тора. Ғ. Дәүләтшин.
2. Тулы итле, һимеҙ, йомро. □ Округлённый, шарообразный, полный. Тумалаҡ бит. Тумалаҡ am. ■ Ғилман һары сәсле, зәңгәр куҙле, һауалы, ләкин бер ҡатлыраҡ йәш ҡыҙҙы, тумалаҡ осаларын бәуелттереп, ку-ңелендә генә атлатып ҡараны. Д. Бүләков. Оҙон һары сәсле, мөләйем генә итеп ҡараусы һоро куҙле, оҙонса битенә килешеп торған осло танаулы, тумалаҡ ҡына Зәлифәһе булыу уны шатландыра. Т. Килмөхәмәтов. Хужабикә, бөтә кәуҙәһен һәм тумалаҡ битен етдилек һәм йыйнаҡлыҡ һыҙаттары сорнап алған Маргаританың янып-бешеп тупһала куренеуе шатлығынан уның муйынына аҫылынды ла илай-илай уҙ ҡайғыһын сурытты. Р. Өмөтбаев.
3. диал. кусм. Йыуантыҡ бәләкәй буйлы (бала). □ Низкорослый, полноватый (ребёнок). Тумалаҡ ҡына бер малай килеп керҙе.
4. Түңәрәккә оҡшаш, түңәрәк формаһында. □ Круглый, выпуклый, дугообразный. Н Һырт менән арыраҡ китһәң, тумалаҡ юл бара-бара ла яҙлыға. Ж. Кейекбаев. Көньяҡта ауылдың һыртынан уҡ бейек бул
568