ТУМАЛАУ
маған ике тумалаҡ тауҙың итәге баш ала. Р. Өмөтбаев. Тумалаҡ тауҙың башында ала ҡарға юрғалай. Халыҡ йырынан.
ТУМАЛАҠ II (тумалағы) (Р., комок; И.: lump; T.: topak) и.
1. Йомғаҡ, йомарлам. □ Комок, клубок, катышек, шар. Тумалаҡ һуғыу. Ҡорот тумалағы. Май тумалағы. М Күңелендә яралған был һорау епшек ҡар тумалағы кеуек ҙурайғандан-ҙурая барҙы: «Әллә ысын, әллә юрый әйтте уға?» Р. Байбулатов. Таҙа, мыҡты кәуҙәле Салихтың сәсе башҡорт ғәҙәте буйынса тап-таҡыр итеп алынған, шуға күрә уның башы, шыма тумалаҡ кеуек, йоп-йомро. X. Мохтар.
2. диал. Күҙ алмаһы. □ Зрачок. Күҙемдең тумалағы һыҙлай.
ТУМАЛАҠЛАНЫУ (тумалаҡлан-) (Р: округлиться; И.: become round; T.: yuvarlaklaşmak) ҡ.
Тумалаҡҡа әйләнеү, тумалаҡ булыу. □ Округлиться, становиться круглым. Таш тумалаҡланған. М Тумалаҡланып бөткән ваҡ таштарҙы тулҡындар һаман тәгәрләтә. И. Насыри. һаман тулылана барған бит алмалары ҡарағусҡыл йөҙөнә йәм өҫтәй бирҙе, оҙон керпектәр араһынан оялсан ғына ҡараусы һоро күҙҙәр асыҡлана төштө, ауыл һауаһы килешептер инде, нәҙекәй биленә ит ҡунып, тумалаҡланып китте. Т. Килмөхәмәтов. Тағы бер нәмәгә һөйөндө ул: Фәриҙә кәүҙәгә тумалаҡланып, ныҡ үҙгәрһә лә, Шаһиңгирәй олатайҙың күпере һымаҡ, алыҫ йылдар артында тороп ҡалған үҫмер саҡтың бер ҡәҙерле ҡомартҡыһы төҫлө күренде. Ш. Янбаев.
ТУМАЛАҠ ШЕШЕК (шешеге) (Р.: фурункул без головки; И.: sort of boil; T: çıban) и. диал.
Башһыҙ (ауыҙһыҙ) шешек; тоҡон шешек. □ Фурункул без головки. Тумалаҡ шешек тоташ ҡып-ҡыҙыл булып тора. Тумалаҡ шешек һытылмай.
ТУМАЛАНЫУ (тумалан-) (Р: пускать завязь; И.: set; T.: tane bağlamak) ҡ. диал.
1. Тумалыу; сәскәнән емеш булып яралыу; төймәләнеү. П Пускать, образовать завязь (о плодах), завязываться. Алма ту
малана башлаған. Карағат тумаланған. К Япраҡҡа тумаланып, күкһел рәшәгә төрөнөп ултырған һырғый ҡайындар, көҙгөгә ҡараған ҡупшы ҡыҙҙар һымаҡ, Каҙаяҡ һыуында сағыла. Ә. Хәкимов.
2. диал. Йомарланыу (кәбеҫтә һ.б. ҡарата). □ Свёртываться (о капусте и т. д.). Кәбеҫтә тумалана башлаған. ■ Яңы ғына тумаланған томбойоҡҡа оҡшаш был ғәжәп көршәкте мин бик оҙаҡ әйләндереп, тулғандырып ҡарап ултырам. 3. Биишева.
3. күсм. Башланғыс алыу, яралыу. □ Зарождаться, появляться. Йөрәктә мөхәббәт тумаланды. ■ Күңелемдә, һиҙәм, тумалана яңы йырҙарымдың ынйыһы. Ғ. Дәүләтов.
ТУМАЛАТЫУ (тумалат-) (Р: свернуть;
И.: round up; T.: yuvarlamak) ҡ. диал.
1. Йомарлау, төйҙөкләү. □ Свернуть. Йөндө тумалатыу. Кағыҙ тумалатыу. Йөн тупты һыйыр йөнөнән тумалатып эшләй торғайныҡ.
2. Тәгәрләтеү; түңәрәк, йомро нәмәне әйләндереп хәрәкәт иттереү. □ Катить, покатить. Туп тумалатып уйнау. Тәгәрмәсте тумалатыу. ■ Бала тыуымға килмәһә, кешене бер ары, бер бире тумалатырға тура килә, шулай итмәһәң, баланың кендеге муйынына урала. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
ТУМАЛАУ I (тумала-) (Р.: образовываться (о завязи); И.: set; T: tane bağlamak) ҡ. диал.
1. Тумалыу. □ Образовываться, появляться, возникать (о завязи, почке, плоде), завязываться. Алма сәскәһе алмаға тумалаған. Сәскә орлоҡҡа тумалаған.
2. Йомарланыу; йомро, тумалаҡ хәлгә килеү. □ Сворачиваться, скатываться. // Сворачивание, скатывание в клубок. Кағыҙ кеҫәлә тумаланып бөткән. Әсем ауырта тип тумаланып тик ятты.
ТУМАЛАУ II (тумала-) ҡ. диал. ҡар. аунау.
1. Тәгәрәү. □ Валяться, вываляться. // Валяние. Ат тумалай. Йомшаҡ үләндә тумалау. Шулай йөрөй торғас, машинаһы менән дә тумалап бөттө инде. Тумалап барып төштөм, төнө лә ҡараңғы шул.
569