ТУМАЛСАЙ
2. һөйл. ҡар. томалау. Мөрйәне тумалау. Мунса булғас, ҡыҙыуы һурелмәҫ борон тумалап ҡуйырға кәрәк.
ТУМАЛСАЙ I (Р.: круглый комок; И.: round clot; T.: yumak) и. диал.
1. Тумалаҡ ҡына нәмә; йомарсаҡ. □ Круглый комок. Самауырым һикәлтәнән тумал-са һымаҡ барып төштө.
2. ҡар. бәбәк I, 3. Дегәнәктең йәбешкәк тумалсайҙары. ■ Ул [Аҡсәсәк] тап шулай бер сәскәнең хуш еҫенә ләззәтләнергә теләп, усына һәлмәк бәрелгән, тажы төнгөлөккә йомолған, әле саҡ яҙылып ҡына килгән сәскә тумалсайын өҙгәйне, Сынтимерҙе куреп, ташланы. Ш. Янбаев.
ТУМАЛСАЙ II с. диал. ҡар. тумалаҡ I, 4. ■ Аҡсәсәк уләндәр өҫтөнән ҡоласын йәйеп аҡланды ҡыҙырып сыҡты, тап килгән кук ҡыңғырауҙарҙы, һары тумалсай һөт-лөкәстәрҙе, хуш еҫле кейәу уләнен өҙә-өҙә, шул ике арала бер ҡосаҡ гөлләмә йыйып, табынға ҡуйҙы. Ш. Янбаев.
ТУМАЛТЫУ (тумалт-) (Р.: говорить иносказательно, намёками; И.: say in hints; T: üstü kapalı söylemek) ҡ.
Уратып, кинәйә менән һөйләү. □ Говорить иносказательно, намёками. Тумалтып һөйләу. Уның тумалтып һөйләуенән бер ни аңлап булманы.
ТУМАЛЫУ (тумал-) (Р.: пускать завязь; И.: set; T.: tane bağlama) ҡ.
1. Емеш булып яралыу. □ Пускать завязь, завязываться. Алма тумалған. Картуф тумалған. ■ Яңы ғына тумалған томбойоҡҡа оҡшаш был ғәжәп көршәкте мин бик оҙаҡ әйләндереп, тулғандырып ҡарап ултырам. 3. Биишева. Тағы ла ситтәрәк инде сәскәләрен ҡойоп емешкә тумала башлаған сейә, һырғанаҡ, слива, балан кеуек ағастар теҙелеп киткән, уларҙан һуң тип-тигеҙ рәттәр булып ҡарағас, ҡурай еләге урын алған. Д. Бүләков. Шулай, «куҙ-ҡолаҡ» хеҙмәтен утәп йәшәй-йәшәй, ялан типһәнендә умырзая тумалды, кәкук айы етте. Ғ. Ибраһимов. Бөрөгә тумалып ултырған ағастар бер-ике көн томанһыу рәшәгә төрөнөп ултыра ла япраҡ яра. Ә. Хәкимов. Баҡсаның соҡор яғына ауышҡан төпкөлөндә, көн бит-
ләуендә уҫкән бер алмағас сәскә атырға тумалғайны. Ш. Янбаев.
2. кусм. Башланғыс алыу; яралыу. □ Зарождаться, появляться. ■ Тәу мөхәббәт тумала башлаған, ҡанатлы ҡоштай, шатлыҡ кисергән көндәре әле лә иҫендә Нәғимәнең. Б. Бикбай. Хыялымда йәйге тын кистәрҙең сабыр куркәмлеге тумалды. Ә. Таһирова. Ямалетдин менән Ҡәмәр араһында мөхәббәт тигән нәмәнең тумалыуын, бер-береһенә оялып ҡына ҡараш ташлауҙарын, ҡайһы саҡта онотолоп, дыу килеп шаярыуҙарын куҙәтеп, йәшен йәшәгән кешеләй, тубәнселек менән генә көлөмһөрәп ҡуйыр ине [Биби]. Б. Рафиҡов.
ТУМАН I [фарс. lMjj] (Р: туман; И.: toman; T: İran tümen’i) и.
Иранда 1932 йылға тиклем әйләнештә булған аҡса берәмеге; унан һуң — 10 000 фарсы риалының рәсми булмаған исеме. □ Туман (денежная единица Персии до денежной реформы 1932 года; после этого — неофициальное название для суммы в 10 000 иранских риалов). ■ Унда фарсы тумандары, һинд рупиялары, төрөк һәм ғәрәптәрҙең көмөш, алтын тәңкәләре бар ине. Ғ. Ибраһимов.
ТУМАН II (Р: туман (ребёнок от турчанки)', И.: child of a Turkish woman; T: Türk anadan doğan çocuk) и. диал.
Төрөк ҡатынынан тыуған бала. □ Туман (ребёнок от турчанки). V Әйҙә, ултыр, Кинзя Арысланыч, — ә уҙе аңлатыуын дауам итте. — Турчанканан тыуғанды туман тиҙәр беҙҙә. Ғ. Ибраһимов.
ТУМАНАҠ (туманағы) (Р: володушка многожилковая; И.: large grass species; T: şeytanayağı) и. бот.
Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған оҙонсараҡ япраҡлы, һары сатыр сәскәле эре үлән. □ Володушка многожилковая (лат. Bupleurum multinerve). Туманаҡ сәскә атҡан. Туманаҡ — сатыр сәскәле эре улән. Алтын туманаҡ. Ҡырҡ епсә туманаҡ.
ТУ М АНН АУ (туманна-) (Р: ходить на четвереньках; И.: go on all fours; T: dört ayak yürümek) ҡ. диал. ҡар. имгәкләү.
Дүрт аяҡлап йөрөү. □ Ходить на четвереньках. Балаһына ете ай булғанда, ту-
570